Рух ҡошо тураһында риүәйәтДонъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, ул нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары күңел менән генә тойоп була.
Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ уның менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы халыҡтың үҙ булмышына, моңона, теленә һөйөүенән, бер-береһенә булған күңел тартымынан, киләсәк алдындағы бурыстарына яуаплылыҡ тойғоһонан ярала. Ошо йылылыҡтан көс алған Рух ҡошо иһә халыҡҡа юғарылыҡҡа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 414 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҫабалыҡ бишкә бүленмәй Бишбүләк районында уҙған район-ара төбәк башҡорттары ҡоролтайы ултырышында Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй, Миәкә, Шаран, Туймазы райондары һәм Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре йыйылды. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан уҡ республикала шәжәрәләр төҙөү, нәҫел-ара байрамдар ойошторолһа ла, ҡайһы бер төбәктәр ул сараларҙан ситтә ҡала килде. Әллә “Шәжәрә” ғилми ойошмаһы сығарған “Башҡорт ырыуҙары” китабы тәьҫир итте: тап ошо яҡтарҙа халыҡ әүҙем күтәрелеп ырыу ағастарын тергеҙә башланы, тоҡомдарын барланы. Нисек кенә булмаһын, халыҡ араһында барған рухи күтәрелеш заман һынауҙары алдында баҙап ҡалған милләтебеҙ вәкилдәрен тамырҙарына йәбешеп, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү эшенә йәлеп итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 240 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт халҡы, һиңә бер һүҙ әйтәм...1919 йыл… 25 март... “Башҡорт халҡына көйлө хитап”... Шәйехзада Бабичтың һуңғы шиғыры... Уның фажиғәле үлеменә ни бары өс көн ҡалған... Әлегә улар белмәй...
Һәм, ғөмүмән, Башҡортостандың киләсәге хаҡында ла, милләт яҙмышы тураһында ла бер нәмә лә белмәй... Бары уйҙарының аҡлығына һәм идеяларының хаҡлығына шикләнмәй...
“Башҡортостан” гәзитенең махсус проекты – фотосессия (Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары): “Башҡорт халҡына көйлө хитап”... Был сараның үтә лә йөкмәткеле киләсәге бар. Хәйер, быныһы әлегә ижади сер булып ҡалһын...
Ком: 0 // Уҡынылар: 465 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төп әҫәрен эш аралаш яҙған Талас ауылына исем ҡайҙан алынған? Левашев баярының спирт заводы төҙөү өсөн тигән булып, “үгеҙ тиреһе” хәтле ерҙе Кесе Табын ырыуы башҡорто Талас ҡарттан (ырыуҙашым булыуын асыҡланым) нисек алдашып, тиренән ҡайыш еп яһатып, шул еп менән үлсәп “һатып” алыуы, завод эшселәренең үҙ хоҡуҡтарын яҡлап бола күтәреүҙәре һәм шул завод өсөн урмандарҙың аяуһыҙ киҫелеүе, заводта эшләнгән спиртты элек ауыҙына алмаған кешеләргә эсереп, көфөр итеүҙәре хаҡында тарих ҡайҙа һаҡланыр ине?
Ком: 0 // Уҡынылар: 264 тапҡыр // Тотош уҡырға
МИЛЛИ СӘНҒӘТТЕ – ЯҢЫ КИМӘЛГӘШөкөр, күпселек йәштәребеҙ республикала ғына түгел, Рәсәй, донъя кимәлендә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын танытыуға ынтылып тора. Әгәр ҙә тәғәйен бер ваҡытта йәш быуын маңҡортлоҡта, ғәмһеҙлектә, моңһоҙлоҡта, тарихи үҙ тамырҙарын белмәүҙә ғәйепләнһә, бөгөн йәш милләттәштәребеҙҙең үҙ ижадында баҫымды башҡортлоҡҡа яһауы үтә лә шатландыра. Был юҫыҡтан башҡорт эстрадаһы ла ситтә ҡалмаған: һуңғы йылдарҙа иң йәш башҡарыусылар ҙа милли колоритҡа яҡынлаша, төрлө этнотөркөмдәр сәхнәгә сыға. Һүҙем шуларҙың береһе, күптән түгел генә сығыш яһай башлауына ҡарамаҫтан, киң билдәлелек яуларға өлгөргән йәш, һәләтле музыкант Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВ хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурайсының улы булып ҡара! Бик үк оҙаҡ булмаһа ла, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә апаруҡ ваҡыт эшләп ташланылған икән. Быны шуның өсөн әйтәм, һәр төр сәнғәт әһелдәренең үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле бар икәненә йылдар үткән һайын нығыраҡ инанам. Ҡурайсылар хаҡында һөйләгәндә бигерәк тә был фекер тап килгәндәй. Юҡҡа улар Ҡурайсы кодексы – халҡының намыҫына тоғролоҡ ҡануны, тигән һүҙ әйтмәй, күрәһең. Ҡурайсылар – тәбиғәттән талантлы, улар халыҡ моңона, ижадына, башҡорт көйөнә генә түгел, ә хатта бер-береһенә булған яҡты мөнәсәбәтенә тоғро заттар. Бер-береһе хаҡында һоҡланып, тәрән ихтирам менән кемдәр һөйләй? Әлбиттә, ҡурайсылар! Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Юлай Ғәйнетдинов, Ишморат Илбәков, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев, Ринат Рамаҙанов, Азат Биксурин кеүек үҙ эшенең оҫталары, ғәжәйеп моң эйәләре, мәшһүр сәнғәт әһелдәре менән бер заманда йәшәүем менән бәхетлемен! Әҙеһәм ағай Исҡужинды ла күреп ҡалдыҡ бит әле беҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 303 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал батыр” һәм тирә-яҡ мөхит 2014 йылда Ишембайҙа башҡорт һәм бер өлөшө рус телдәрендә нефтсе-инженер Ю. Ваһапов үҙ нәшриәтендә “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт” исемле китап сығарҙы. Үҙе тураһында автор тулы ғына мәғлүмәт тә бирә. Ҡыҫҡаһы, ул — башҡорт халҡының яҙмышына, уның борон замандан әхлаҡи үҫешенә битараф булмаған тынғыһыҙ шәхес. Үҙенең профессиональ карьераһының бөтә баҫҡыстарын үткән һәм туған тәбиғәтен яҡшы белгән сәмле һунарсы һәм балыҡсы булараҡ, Ю. Ваһапов Урал батырҙың героик һәм үтә кешелекле хәрәкәттәре үткән ҡайһы бер тәбиғи күренештәрҙе үҙенсә асыҡлап ҡарай. Һәүәҫкәр-энтузиаст автор башланғысына туған халҡының тарихына битараф булмаған ғалимдары һәм белгестәре ҡолаҡ һалыр, был һөйләшеүгә ҡушылыр, тәнҡит һүҙҙәрен булһа ла ишетермен, бәлки, тип тә өмөтләнгән ул. Әммә ләм-мим, бына шулай эскерһеҙ, бер ниндәй матди ярҙам көтмәгән автор кеше иғтибарынан мәхрүм ҡала. Тик ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә, туғандары һәм коллегалары беҙгә башланған һөйләшеүҙе артабан дауам итеү маҡсатында мөрәжәғәт итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 232 тапҡыр // Тотош уҡырға
БАШҠОРТЛОҠТОҢ НИГЕҘЕ – ҒАИЛӘЛӘ Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә бит ул! Булыр бала бишектән... Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән... Малайға тәрбиә биреп, ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп, милләт тәрбиәләйһең...
Ысынлап та, бала ғаиләлә ниндәй өлгө күрә, шундай булып үҫә. Ул туған телен, халҡының тарихын, мәҙәниәтен беләме, ололарға ололоҡломо, кеселәргә кеселеклеме – беҙҙең милли асылыбыҙ шунан ғибәрәт. Бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә иң тәү сиратта ғаилә тәрбиәһенә бәйле. Артабан ғына был эшкә балалар баҡсаһы, мәктәп ҡушыла.
Һәр яңы осор халыҡ алдына үҙ бурыстарын ҡуя. Ысынбарлыҡ заманса яңы проблемаларҙы тәүге планға сығара. Шуларҙың береһе – бөгөнгө шарттарҙа үҙебеҙҙең башҡортлоҡто алып ҡалыу юлдарын киләсәгебеҙ – йәш быуынға һеңдереү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырымдың Рәсәй хөкүмәтенә үҙе теләп ҡушылыуына өс йыл тулды. Ваҡыт тиҙ генә үтеп бара кеүек, ә шулай ҙа тәрәндән уйлаһаң, күпме үҙгәреш һәм тормош имтиханын үттек беҙ, Ҡырымда йәшәүселәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 265 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мәҙәни ҡомартҡылар аша халҡым моңон аңларға тырышам”
Радик Рәүфис улы Ғарипов Пермь ҡалаһында тыуған. “Авиация инженеры”, “Философия” йүнәлештәре буйынса белем алған. Ҡатыны менән өс ул үҫтерә. Пермь география клубын ойоштороусыларҙың береһе һәм директоры. Пермь ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, край мөфтөйө урынбаҫары.
Күп йылдар элек, осошҡа әҙерләнгәндә, бәхетһеҙлеккә тарый – һул аяғы ҡазаланып, балтырының бер өлөшөн ҡырҡтырырға мәжбүр була. Операциялар, реабилитация, протездар – ныҡлы рухлы Радик Ғарипов быларҙың барыһын да түҙемлеге менән еңә, үҙенә “Бирешмәҫкә!” тигән маҡсат ҡуя. Әлбиттә, “Осорға!” тигән ниәтте лә ташламай, бирешмәй. Һауаға ла күтәрелә. Уны хатта легендар осоусы Алексей Маресьев менән дә сағыштыралар.
Милләттәшебеҙ башҡорт музыка ҡоралдарында уйнай, онотола төшкәндәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә рус телендә бик матур, мәғәнәле шиғырҙар яҙа. Башҡорт халҡын боронғо ҡиммәттәрҙе баһаларға, хәҙерге заман шауҡымынан арынып, асылыбыҙға кире ҡайтырға саҡыра ҡатай башҡорто.
Ком: 0 // Уҡынылар: 261 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 14 Алға
Бит башына