Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ27.01.2017
Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ Башҡорт Википедияһы тураһында һүҙ сыҡһа, күптәр уның нимә икәнен дә белмәй, бәғзеләр ҡыҙыҡ өсөн инеп ҡарап: “Бында мин үҙемде ҡыҙыҡһындырған теманы тапманым, ни өсөн шул-шул тема йәки шул район (ауыл, тәбиғәт ҡомартҡыһы, арҙаҡлы шәхес һ.б.) буйынса мәҡәлә юҡ?” – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Кемдер иһә, “юууууҡ, мин унда яҙа алмайым, уның өсөн (төрлө сәбәптәр уйлап табыла) белергә кәрәк”, тип яуаплай. Шул уҡ ваҡытта бер төркөм ирекмәндәр сәбәп эҙләмәй, эшкә егелеп, Башҡортостаныбыҙҙың ғына түгел, башҡорт теленең данын бөтөн илгә таратыу буйынса ҙур бурыс башҡара. Башҡаларға һабаҡ, өлгө һәм, бәлки, БашВикиға ҡушылырға этәргес булыр тип, бөгөн һүҙҙе әүҙем ирекмәндәрҙең бер өлөшөнә бирәбеҙ.

Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙРөстәм НУРЫЕВ, Башҡорт Википедияһы хакимы:
– Быйыл Википедияға – 16, башҡорт телендәге бүлегенә – 12, был иҫ киткес ижад яланына барып сығыуыма 11 йыл була. Бихисап телдә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә алып барылған проект ни өсөн мине йәлеп итеүен бер-ике һөйләм менән генә аңлатып булмай. Тәү күреүҙә, танышыуҙа уянған тойғоларым тулыһынса раҫланды, Википедияла изге эш менән итәғәт шөғөлләнеп була, тип шикләнмәйсә оран һалам. Рәми Ғариповтың
Туған телем тыуған илемдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем гүремдә,
Ятҡанда ла ҡара ер булып, –

тип әйткән васыятын үтәп, башҡорт телен бар донъя кимәлендә яңғыратыу маҡсатында ғилми һәм белешмә мәғ­лүмәт сығанағын туған телемдә төҙөү өсөн бәләкәй генә һуҡмаҡ яра алыуыма, шул һуҡмаҡты киңәйтеүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуына сикһеҙ шатмын. Өлгәшелгән үрҙәр, башҡарылған эштәр бик күп, улар менән берләшмәнең “Ағым­дағы ваҡиғалар” битендә танышырға була. Әммә алда тағы ла бейегерәк үрҙәр, тапалмаған һуҡмаҡтар көтә.
Былтыр Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет авто­номияһы тураһында киле­шеүгә 100 йыл тулыуға арнап, Баш­ҡорт­остан темаһын Башҡорт Википедия­һы һәм Википедияның башҡа тел бүлектәрендә үҫтереү, респуб­ликабыҙ һәм халҡыбыҙ тураһында мәҡә­ләләр төҙөү һәм яҡшыртыу маҡсатында интеллектуаль супер вики-марафон иғлан иттек. “Башҡортостан – 100” исемле са­ра 2016 йылдың 11 сентябренән башланып, 2019 йылдың 23 мартына тиклем йөҙәр көнлөк биш этапта үтәсәк. Быйылғы йылда ике этабын үткәрәбеҙ. Декабрь айында тамамланған беренсе этапта башҡорт ирекмәндәре менән берлектә урыҫ, бүрәт, мари, эрзя, лезгин, удмурт, украин, грузин теле бүлектәре­нән мөхәррирҙәр ҡатнашты. Марафонға Википедия һәм тәғәйен тел бүлектәренең дөйөм ҡағиҙәләрен, супер вики-марафон регламентын үтәгән һәр кем ҡушыла ала. Теләге һәм һәләте булғандар, рәхим итегеҙ!
“Йөрөгән таш шымара” тигәйнек инде. Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге вики-сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген файҙаланып, артабан да донъя буйлап йөрөргә, тәжрибә тупларға, “шымарырға” кәрәк. Март һуңында – Берлинда, августа – Монреалдә, сентябрҙә Варшавала үткә­реләсәк конференцияларға Башҡорт Вики­педияһы вәкилдәре мотлаҡ барырға тейеш. 2015 йылда беҙ беренсе булып күп йү­нәлешле “Вики-Һабантуй-2015” сараһын ойошторғайныҡ. Быйыл ундай сара Йошкар-Олала үтәсәк. Уны ойоштороуҙа мари коллегаларға ғәмәли ярҙам итәбеҙ, башҡорт википедиясыларынан оло делегация алып барырға уйлайбыҙ.

Зөфәр СӘЛИХОВ, Башҡорт Википедияһы хакимы:Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ
– Һуңғы ваҡытта төрлө илдәр менән хеҙмәттәшлек көсәйҙе. Был – яҡшы күренеш. Әммә ошо хеҙмәттәшлектең кире яҡтары ла бар. Википедия шул илдәр тураһында ниндәйҙер тарихи-иҡтисади белешмә китабына әйләнә башланы. Оҙон-оҙон мәҡәләләр заказ буйынса яҙыла.
Мин тәү сиратта бөтөн кешелек белеме йыйылған мотлаҡ мәҡәләләр исемлеге өҫтөндә эшләүҙе теләр инем. Бер-ике абзацтан торғандарын тулыланды­рырға. Төрлө асыштар, фән һәм техника, хайуандар һәм үҫемлектәр һ.б. мәҡә­ләләр беҙҙең өсөн “кеше аяғы баҫмаған” өлкә йәки Айҙың Ергә күренмәй торған яғы.
Артабан үҙебеҙҙең брендтарҙы ла ул исемлеккә тәҡдим итеү зарур. Бының өсөн ошо мотлаҡ булған исемлектәге бер тема бөтөн Википедияларҙа ла тәржемә ителеүе мотлаҡ. Шул ваҡытта уның урынына яңы мәҡәлә, шул иҫәптән башҡорттарға ҡағылышлы мәҡәләләрҙе лә тәҡдим итергә мөмкин.

Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙГүзәл СИТДИҠОВА, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының ХХII саҡырылыш халыҡ депутаты (1991 – 1995), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1-3-сө саҡы­ры­лыштары депутаты (1995 – 2008), Өфө ҡалаһы:
– Википедия – виртуаль энциклопедия, уның башҡорт телендәге бүлеге лә бай. Унда өлөш индерә алыуыма ҡәнәғәтмен. Бында тулыһынса үҙемдең күңел талаптарына яуап бирерлек шөғөл таптым: Башҡортостанымдың, милләтемдең тарихын да, рухи бай­лығын да, аҫыл шәхестәрен дә, дине­беҙҙе лә сағылдырырлыҡ мәҡәләләр яҙа алам, һүҙлектәр төҙөйөм, тәржемә итәм, үҙемә фекерҙәштәр табам – ваҡытым, ғүмерем заяға үтмәүенә шатланам.
Бигерәк тә милләтебеҙ тарихын, мәҙәниәтебеҙҙе боҙоп күрһәтергә маташҡандар менән бәхәскә инеп алырға ла тура килә. Үҙе юҡтың – күҙе юҡ, донъяның бар мөйөштәренән инеп уҡыйҙар бит, беҙгә шуның өсөн мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ, юғары кимәлдә, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп биреү бик мөһим.
Донъя халыҡтарының иң күренекле шәхестәре тураһындағы мәҡәләләрҙе тәржемә иткәндә үҙем өсөн әллә күпме асыш яһаным. Улар – төрлө өлкәлә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән йәки кешелек тарихында юйылмаҫлыҡ яҡты йәки ҡара эҙ ҡалдырған заттар. Боронғо ҡытай фәйләсүфтәре лә, машина уйлап табыусылар ҙа, магнаттар ҙа, математиктар ҙа, Эдит Пиаф кеүек йырсылар ҙа, Гитлер кеүек яуызлыҡ даһиҙары ла һ.б. бар мин әҙерләгән мәҡәләләр араһында. Һәм шул тиклем ҡатмарлы темаларҙы асып бирерлек бай телебеҙ булғанына һоҡланып бөтә алмайым.
Пенсиялағы зыялыларыбыҙ өсөн бигерәк тә файҙалы, күңел аҙығы булырлыҡ шөғөл был.
Ситтә ҡалмайыҡ, илһөйәр шәхестәребеҙ, һәр беребеҙ өлөш индерәйек, телебеҙҙе донъя кимәлендә яңғыратайыҡ, һәр темала яҙа алырлыҡ тел байлығыбыҙ барлығын күрһәтәйек.

Әлфиә АҠБУТИНА, ветеран-журналист, Ш. Хоҙай­бирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, Нуриман районы: Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ
– Википедияла өс йылдан ашыу эшләйем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡытты күберәк бүлеү мөмкинлегем бар. Донъя халыҡтары телдәрендәге энциклопедия булараҡ, Википедияның әһәмиәте бик ҙур. Унда инмәй ҡалған мәғлүмәт юҡтыр төҫлө. Ул – кешелектең гениаль табыш­тарының һәм ҡаҙаныштарының береһе.
Ә Башҡорт Википедияһының баш­ҡорт донъяһы өсөн мөһимлеген, минең­сә, аңлатып бөтөрөп тә булмай. Ул ха­лыҡ һәм уның йәшәйешенең бөтә яҡтары тураһында мәғлүмәт туплап һәм ҡулланыуға сығарып ҡына ҡалмай, ә милләттең үҙен, барса рухи хазинаһын һаҡлау һәм үҫтереүгә хеҙмәт иткән баһалап бөткөһөҙ ҙур сара ла булып тора.
Рус теленән төрлө тармаҡтан, төрлө темаға мәҡәләләр тәржемә иткәндә бығаса башҡорт телендә булмаған терминдар, географик атамалар менән эш итергә тура килә. Башҡа телдәрҙә нисек алынғанын өйрәнәһең, үҙебеҙҙең һүҙ байлығына самалап ҡарайһың, беҙҙең һүҙлектәрҙә лә һирәк ҡулланылған, әммә эҙләнгән терминға бик тап килгән һүҙҙәр осраштырып ҡуя. Рус телендәге терминға тап килгәнде эҙләү процесы хазиналар һандығында ҡаҙыныу кеүек мауыҡтырғыс. Википедия мәҡәләләрен тәржемә итеү минең өсөн һис ташлап булмаҫ хоббиға әйләнде шикелле.

Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙГөлшат СӨЛӘЙМӘНОВА, Стәрле­тамаҡ ҡалаһы:
– Википедия менән электән танышмын, сөнки эш буйынса мәғлүмәт эҙләргә тура килә ине. Интернеттағы дуҫтарым аша Башҡорт Википедия­һында энтузиастарҙы көтәләр икәнен белгәс тә ҡапыл ғына ҡушылманым әле. Хаҡлы ялға сыҡҡас хеҙмәттәшлек итә башланым тиһәм дә, дөрөҫ булмаҫ, моғайын. Сәбәбе – башҡорт телендә яҙа алмаҫмын тип ҡурҡтым. Көнһылыу Ҡотлобаева, Зөфәр Сәлихов, Рөстәм Нурыев шулай ҙа: “Ярҙамға электрон һүҙлектәр бар, ярҙам итербеҙ”, – тип күндерҙе.
Әле Википедияла “йәшәүемә” бер йыл ғына. Ошо арауыҡта йөҙҙән ашыу мәҡәлә яҙылған. Ҡайһы берҙәрен үҙем яҙҙым (эҙләнеү эше ныҡ оҡшай), күбеһен тәржемәләнем. Был шөғөл күңел талабыма әйләнеп тә ҡуйҙы шикелле. Ҡайһы берәүҙәр, “пенсияға сыҡҡас, мин дә эшләрмен”, ти. Әлбиттә, хаҡлы ялда ваҡыт күберәк кеүек. Әммә теләһәң генә күберәк, теләмәһәң – ваҡытты һис ҡасан тапмаҫһың. Халҡыма кәрәк эш, алғараҡ һөйрәр кәрәк был эшмәкәрлекте тиһәң, төптән егеләһең инде. Алда әле сикһеҙ даръялай эш көтә, быйыл сафыбыҙ тағы ла артһын ине, тип хыялланам.
Дөрөҫөн әйткәндә, энтузиазм нигеҙендә генә бушлай эшләйһең дә эшләйһең, әммә был эшмәкәрлек шул тиклем бәҫеңде күтәрә, сөнки һөҙөмтәне тиҙ арала күрәһең. Аҡыллы дуҫтарың күбәйә, улар менән һөйләшеп-күрешеп тә алаһың. Иң мөһиме – даирәң киңәйә, күберәк беләһең, баш мейеһен эшләтәһең, телеңде лә шымартаһың.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, берҙәмлегебеҙҙе бөтә донъяға белдерәйек, киң аҙымдар менән Башҡорт Википедияһын алға сығарайыҡ!

Таңһылыу ҠЫУАНДЫҠОВА, хаҡлы ялдағы математика уҡытыусыһы, Бөрйән районы: Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ
– Башҡорт Википедияһы тураһында башлап һеңлем Көнһылыу Зәки ҡыҙы­нан ишеттем. Уның виртуаль энциклопедияла эшләүенә һоҡланып та, ҡыҙы­ғып та ҡарай инем, ләкин мин дә эшләй алырмын тип уйламаным. Бер көн Көнһылыу Ринат улыма мине Википе­дияға теркәргә телефон аша фарман бирҙе. Мин ул әйткәнсә теркәлеп, индем дә киттем. Бер сумғайным, сыға ла алмайым. Тәүге көндәрҙә Зөфәр менән
Рөстәм ҡустылар һәр эшемде күҙәтеп, дәртләндереп, маҡтап торҙо. Шул ҙур ярҙам булды.
Телебеҙҙе белгән башҡорттар ҙа ҡалмаҫ инде тиҙҙән, тип гел борсола инем. Туғандарым араһында ла: “Һаумы, инәй!” – тип тә әйтә белмәгәндәр бар. Русса уҡып та башҡортса яҙған милләттәштәремә, википедиясыларға шул тиклем һоҡланам. Үҙемдең арттан күп кешене ошо виртуаль оло донъяға индерергә тырышып ҡараным, төрлө сәбәп табып баш тартҡандарына аптырайым. Хоҙай һаулыҡтан айырмаһа, артабан эшләргә лә эшләргә тип уйлайым. Арабыҙҙа шундай матур, нескә күңелле, рухлы кешеләр күп, шулар дәрт бирә. Эшләп йөрөгән арала ваҡыт табып, илем, телем тип йөрөгән йәштәр һоҡландыра. Алла бойорһа, тиңдәр араһында тиң булып йәшәйәсәкбеҙ әле!

Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙБанат ВӘЛИЕВА-ЯУБАҪАРОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Ҡырмыҫҡалы районы:
– Рус Википедияһындағы бер нисә мәҡәләне уҡып ҡарағаным бар ине элегерәк. 2015 йылдың декабрендә Лилиә Мусина мине “бик шәп кешеләр менән танышырһың, апай” тип Өфөләге “Иҙел” кафеһына алып килде. “Нин­дә­йерәк кешеләр, улар нимә менән булыша икән?” – тип уйлана-уйлана бар­ҙым юл буйы. Барып инһәк, Фирүзә Абдуллинанан башҡа таныған бер кешем дә юҡ.
Беҙҙе унда бик матур, яҡын туған­дары кеүек ҡаршыланылар. Ундағы кешеләр менән танышып-белешкәс, ысынлап та, уларҙың республикабыҙ өсөн бик кәрәкле, мөһим эш башҡарғандарын белдем һәм үҙемдең дә уларға ҡушылып яҙырлыҡ дарманым булыуына ышанып, мәҡәләләрҙе рус теленән башҡортсаға тәржемә итергә керештем.
Дарман булыуҙың сәбәбе минең быға тиклем бер атаҡлы ғына яҙыусының ике әҫәрен рус теленә тәржемә яһауымдан ғибәрәт ине. “Руссаға тәржемә иткәс, киреһенсә, рус теленән тәржемә яһай алам да инде!” тигән уй башҡа килеп инде һәм эшкә тотондом. Оҙаҡламай Башвикиҙа төрлө конкурстар иғлан ителде. Мин “Вики яҙ-2016” бәйгеһендә ҡатнашып, үҙем дә аңғармаҫтан, 60-тан ашыу мәҡәлә яҙып, беренсе урынға лайыҡ булдым. Был инде етәкселәребеҙ әйткән һәм Вики­педияның “Һәр кем Википедияға мәҡәлә яҙа ала” тигән принцибына тағы ла нығыраҡ ышандырҙы, яңы эштәр башҡарырға дәрт өҫтәне. Тимәк, хаҡлы ялда булһам да, ваҡытымды бушҡа-юҡҡа түкмәй, үҙемдең халҡыма файҙа килтерәм һәм килтерәсәкмен.

Рәшиҙә ҒИЗӘТУЛЛИНА, хаҡлы ялдағы башланғыс клас­тар уҡытыусыһы, Бөрйән районы:Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ
– Бер нисә йыл “вики” һүҙе күҙемә һәм ҡолағыма салына биреп ҡала ла шунда уҡ юғала килде: “еҫһеҙ”, “тоҙһоҙ”, “төҫһөҙ”, “тотоп ҡарап булмаған” нәмә ине ул минең өсөн. Мәғлүм булыуынса, “башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай!” Көнһылыу Зәки ҡыҙы яйлап ышандыра торғас, Янғантауҙа семинарҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә өлгәштем. Унда “вики”ның тәме татылғас: “Әй әттәгенәһе, теш үтмәҫ бер нәмә икән дәбаһа был!” – тип шаңҡып та йөрөлдө бер осор, сөнки вики эшенең һөнәрмәндәре араһына барып эләккәс, ул кимәлгә әҙер булмауым мине ҡаушатты. Шулай ҙа “кеше-йәмғиәт-ватан-халыҡ” алдында бурыс тигән нәмәне күтәреп өйрәнгән уҡытыусыла викидонъяға инергә теләк көслө. Тик... дәрт бар ҙа, дарман юҡ! “Вики”ла һөҙөмтәле эшләп алып китеү өсөн төплө әҙерлек курсын ныҡлап үтеп алыу кәрәклеген тоям. Тик үҙем кеүек башланғыс кимәлендәгеләр менән бергә, әлбиттә! Юғиһә Хужа Насретдин көләмәсендәгесә килеп сыға... Бер көн халыҡ мәсеткә йыйылғас, Хужа Насретдин мөнбәргә менеп баҫҡан да:
– Йә, йәмәғәт, бөгөн нимә тураһында һөйләремде беләһегеҙме? – тип һораған.
Кешеләр, әлбиттә: “Юҡ, белмәйбеҙ,” – тип яуаплаған. Хужа: “Белгәс, барығыҙ, ҡайтығыҙ!” – тип сығарып ебәргән, ти, уларҙы.
Икенсе юлы халыҡ йыйылғас, тағы шул һорауын ҡабатлаған. Хәҙер инде тегеләр, тағы сығарып ебәреренән ҡурҡып: “Беләбеҙ, беләбеҙ!” – тип геүләшкән. Хужа: “Белгәһегеҙ, ниңә килдегеҙ бында?” – тигән дә тағы ҡайтып китергә мәжбүр иткән халыҡты.
Өсөнсөгә йыйылғас, баяғы һорауға берәүҙәр “Беләбеҙ!” тип, икенселәре “Белмәйбеҙ!” тип яуап биреп ҡарарға булған. Хәҙер инде Хужа: “Улай булғас, белгәндәрегеҙ белмәгәндәргә һөйләһен!” – тип мөнбәрҙән төшөп сығып киткән, ти, мәсеттән...
“Вики”ла эшләү миңә оҡшар ине. Теләгем дә, тел байлығым да, белемем дә бар. Тик эшләй белеү оҫталығым ғына етешмәй.

Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙЛәйсән АРАЛБАЕВА, юрист, Сибай ҡалаһы:
– Википедияға осраҡлы килеп эләктем тиһәм, дөрөҫ булмаҫ, сөнки бер үк ваҡытта төрлө сығанаҡ­тарҙа уның тураһында мәғлүмәт күрҙем, ҡыҙығып киттем. Мәҡәлә яҙыу буйынса өмәгә саҡырыуға яуап биргәйнем, Википедия донъяһына инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ағайҙар ныҡ ярҙам итте, кәңәш бирҙе, өйрәтте. Тәүҙә ауырыраҡ булды, әммә эшләй-эшләй өйрәнергә була. Теләк кенә булһын. Сәмләнеп тә китәһең: украиндар башҡортса яҙышҡанды!.. Артабан да белемемде камиллаштырырға, үҙем белгәнде башҡаларға өйрәтергә тырышам. Ирекмәндәр араһында әүҙем, инициативалы, көслө рухлы ағай-апайҙарҙың булыуы, википедиясылар һаны артыуы ҡыуандыра. Халҡына, теленә битараф булмаған кешеләрҙе ирекмәндәргә ҡушылырға саҡырам. Кешенең теләге булһа, башҡа бер ниндәй ҙә үтәй алмаҫлыҡ шарттар юҡ!

Миңһылыу АБДУЛЛИНА, уҡытыусы, Өфө ра­йоны:Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ
– Башҡорт Википеди­яһы тураһында “Киске Өфө”, “Йәшлек” гәзиттәре аша белдем. Ноутбуклы булғас, күп тапҡыр теркәлергә маташтым, әммә ниәтем тормошҡа ашманы. Теркәлә алмағас, кемгә мөрәжәғәт итергә лә бел­мәнем. Былтыр, “Класташтар” социаль сел­тәрендә ултыр­ғанда, Стәр­летамаҡтан Гөлшат дуҫ­лашты. Ул, хат­лашҡан ыңғайы, БашВикиға инер­гә ярҙам итте, Зөфәр менән таныштырҙы, аңла­маған ерҙәрен аңлатты. Былтыр 28 февралдә Википедия ирекмәне булып теркәлдем дә бала кеүек шатландым, әммә был ялтырауыҡ уйынсыҡ түгел, яуаплы һәм етди эш икәнен шунда уҡ аңланым.
Беҙ башҡорт теленең донъя йөҙөндәге позицияһын нығытабыҙ, уны танытабыҙ. Миңә Башҡорт Википедияһында эшләү оло ҡыуаныс бирә, иҫ киткес ҡәнәғәтләнеү тойғоһо йәшәй күңелем түрендә. Бөгөнгә 123 мәҡәләне тәржемә итеп һалғанмын, шуның бер-ике тиҫтәһен, ауылдар тураһындағы мәҡәләләрҙе, үҙем йыйған материалдарҙы ҡулланып, үҙаллы яҙа алғаныма шатланам. Башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе лә был үтә файҙалы эшкә ылыҡтырғым килә. Күҙ теймәһен, был теләгем дә аҡрынлап тормошҡа ашырға тора. Үҙем йәшәгән Яңы Жуков ауылынан ике ағза аҡрынлап өйрәнә эште. Тағы ике кешенең теләге бар. Шулай итеп, үҙебеҙҙең төркөм булыр тигән өмөт ҡанатландыра.

Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙКөнһылыу ҠОТЛО­БАЕ­ВА, хаҡлы ялда­ғы биология уҡытыусыһы, Бөрйән районы:
– Донъя күҙ эйәрмәҫ тиҙ­лектә елгәндә, йәшә­йешкә йә­шен тиҙле­гендә яңы техно­ло­гиялар кергәндә, хисапһыҙ күп яңы төшөнсәләр эсендә албырғап ҡал­ғанда, иң берен­се булып Интернет килде ярҙамға. Шулай уҡ Википедия ла. Әммә берәй ваҡыт үҙем шунда эшләй алырмын тигән уй төшкә лә инмәне.
Википедияға килеп эләгеүем Башҡорт проекттары аша булды. Был проектта ватансыл башҡорттар эшләй. Милләт тормошон, заман технологиялары менән ҡораллан­дырып, донъя елгән тиҙлеккә көй­ләйҙәр. Проекттар күп йүнәлешле. Айырыуса Википедия. Уның аша мин Бөрйәнемде, Башҡортостанды, уның тарихын, зыялыларын донъяға белдерә алам. Википедия менән бергә уй етһә лә, буй етмәҫ ерҙәр буйлап виртуаль сәйәхәт итәм. Донъяуи мәшәҡәт­тәргә, эшләп йөрөүенә һылтанмай, ал-ял белмәй халҡына хеҙмәт иткән ирекмәндәрҙән илһам алам.
Башҡорт Википедияһы – Ер шарының ҡайһы ерен­дә йәшәһәң дә, йәшен тиҙлегендә бөтә донъя тураһында мәғлүмәт алыр урын; Башҡортостан тура­һында белем эстәп була торған виртуаль мәктәп.
Википедияла әсәйемдең исеме менән теркәлеп эшләйем. Бар эштәремде лә һуғыш арҡаһында таланты күмелеп ҡалған әсәйемдең яҡты иҫтәлегенә арнайым.

Лилиә МУСИНА, уҡытыусы, Ҡырмыҫҡалы ра­йоны:Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ
– Википедиясыларҙың мат­буғат баҫмаларының бере­һендә эшмәкәр­лек­тәренә ҡу­шылырға саҡырып яҙғанын ун йыл самаһы элек күрҙем. Бик ҡатнаш­ҡым килде. Тик ул ваҡытта мәктәптә эшләй инем, донъя мәшәҡәттәренә ныҡ сум­ғайным. Икенсе тап­ҡыр саҡырып яҙғандарында ла эшкә ҡушылып китә алманым әле. Уҡытыусы була­раҡ, стажым тулғас, үҙемде ижад­ҡа арнар өсөн мәктәп эшен ҡалдырырға булдым. Китап­тарҙың электрон макетын нәшерләүсе-дизайнер һөнәренә уҡып сыҡтым һәм ике китабымды баҫтырып сығарҙым. Мәктәптә эшләп йөрөгәндә үк башлап ҡуйған тағы өс-дүрт китап сығараһым бар, шуға ҡа­ра­маҫтан, өсөнсө тапҡыр Википедияның саҡырыуын күргәс, осрашыуға барҙым.
Минең өсөн Википедияны тулыландырыу ауыр эш түгел, оҙаҡ йылдар рус мәктәбендә башҡорт те­ле уҡытыусыһы булып эшләгәнгә ике телгә лә тәржемә итеү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Тик ҡайһы бер осорҙа ваҡыт табыу проблема булып тора, сөнки ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы ролдәре күп: хужабикә, әсәй, өләсәй булыу. Шулай ҙа мөмкинлек һәм теләк булғанда, Башҡорт Википедияһын тулыландырыуға ваҡыт табырға була.

Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙГөлсәриә ӘБИЛЕВА, журналист, Сибай ҡалаһы:
– Интернет селтәрендә мәғлүмәт эҙләгәндә, ышаныслы һәм тулы яҙылған тип Википедияны ҡулланам. Ә инде уның башҡортсаһы ла бул­дырылғас, эшем күпкә еңел­ләште, беренсе­нән, тәржемә итеп ултырыу кәрәкмәй, икен­сенән, бында Башҡортос­танға, халҡы­быҙға ҡағы­лышлы бик бай материал туп­лана бара. Был бик кәрәкле һәм мөһим эште башҡарған ирекмән­дәр менән танышыу үҙем өсөн көтөлмәгәнсә булды.
“Бәйләнештә” селтәрен тәржемәләгән төркөмдә бер саҡ “викисы”лар тураһында хәбәр күренеп ҡалды. Мин унда ғалимдар, телселәр эшләйҙер тип уйлай торғайным, баҡһаң, был эште филологиянан бөтөнләй алыҫ торғандар башлап ебәргән икән. Араларында журналистарҙың булыуы ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттыра төштө. Күҙмә-күҙ осрашмаһаҡ та, матбуғат баҫмалары аша күптән таныш булған З. Әйлегә (Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова) тәүәккәлләп хәбәр ебәрҙем. Википедияла эшләү нескәлектәренә тап унан ныҡлап өйрәнә башланым. Былтыр Бөрйән районында БашВики тарафынан ойошторолған семинарҙа ҡатнашып, төплөрәк эшләргә өйрәндем.
...Әлбиттә, Башҡорт Википедияһы ирекмәндә­ренең барыһының да фекерҙәрен биреү өсөн гәзит бите генә етмәй. Шуға ла бында нигеҙҙә төрлө өлкәлә эшләгәндәрҙең, вики-өләсәйҙәрҙең, хакимдарҙың фекерҙәре менән таныштырырға булдыҡ. Милләт, дәүләт, телгә файҙа килтереү өсөн трибунаға сығып тамаҡ ярыу кәрәкмәй, изге, матур, файҙалы эштәрҙе шым ғына, хатта аноним рәүештә башҡарырға мөмкин. Кем тағы ла ошондай ирекмәндәр сафын тулыландырырға теләй?


Вернуться назад

Яндекс.Метрика