Сәләх Кулибайҙың һеңлеһенән ҡалған...26.02.2019
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан “Тарих һаҡлай ҡомартҡылар” тигән акция ойошторҙо. Уға ярашлы һәр ауылда боронғо әйберҙәр тарихын, уларҙың быуындан быуынға тапшырылыу үҙенсәлектәрен өйрәнеү, ҡомартҡыларҙың хужалары менән осрашыу һ.б. ҡаралған.

Акцияға тәүгеләрҙән булып Өмөтбай ағинәйҙәре лә ҡушылды. Урындағы ҡор етәксеһе Әнүзә Мәжитова әйтеүенсә, ул ауылда тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаусыларҙың ифрат күплегенә хайран ҡалған.

– Мәҫәлән, беҙ Рәйсә һәм Әнүәр Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә булдыҡ, – ти ул. – Хужабикәгә тарихи ҡомартҡыларҙы әсәһе Маһикамал Кулибаева-Ғәлина (Сәләх Кулибайҙың һеңлеһе) ҡалдырған. Ул 1924 йылда Таһир ауылында тыуған. Сәсән телле булған, бигерәк тә оҙон көйҙәрҙе матур йырлаған, ғәрәп телен белгән, тегергә, бәйләргә яратҡан. Әле уның ҡыҙы Рәйсә апай ата-әсәһенән ҡалған изге ҡомартҡыларҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай. Боронғо самауыр, ҡаймаҡ-ойотҡанды әсетмәй һаҡлай торған балсыҡ көршәк, боронғо аҡсалар, көмөш алҡа, сәйнүк һәм башҡа әйберҙәр шул ҡәҙәр күп.

Акцияны Баймаҡтың күп ауылдарында дәррәү күтәреп алғандар.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика