Бураҙна йолаһы  борондан киләБыйылғы яҙ ғәҙәттәгесә килмәне. Оҙаҡ ҡына инәлтеп торҙо ла ҡапыл йылытып ебәрҙе. “Бындай яҙҙан төрлөһөн көтөргә була”, — тигән фекергә килде игенселәр. Сәсеү эштәрен ни тиклем тиҙерәк тамамлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ.
“Заря” йәмғиәте — Әлшәй районында алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Уның 5 мең гектарға яҡын һөрөнтө ере бар. Бында иген, техник һәм мал аҙығы культуралары үҫтерелә. Быйыл иген баҫыуҙары 2 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. 650 гектарға ужым арышы сәселгән. Ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ужым культуралары яҡшы ҡышлаған.
...Агрономдың “Нива”һы артынан сәсеү эштәре барған баҫыуға табан боролабыҙ. Килеп еткәс, аптырап ҡалдыҡ, сөнки механизаторҙар, сәсеүселәр араһында ауыл муллаһы йөрөй! Баҡһаң, сәсеүҙең беренсе көнөн бында йылдағыса боронғо матур йола менән башлайҙар икән. Бына нимәлә икән “Заря”ларҙың мул уңыш үҫтереп алыуының сере! Ер эшкәртеү технологияһын теүәл үтәүҙән, ашлама һәм элиталы орлоҡ ҡулланыуҙан тыш, игенселеккә бәйле йолаларҙы ла атҡарыу мөһим шул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡсаңды елгә осормаРеспубликала яҙғы сәсеү тамамланып килә. Уның артынса баҫыуҙарҙы гербицид менән эшкәртеү башланасаҡ.
Сүп үләндәренә ҡаршы ҡулланылған ошондай сараларҙан һуң үҫентеләрҙең үҫеше 7–10 көнгә тотҡарланыуы, уңыштың түбәнәйеүе фәнни яҡтан иҫбатланған. Шулай ҙа игенгә, шәкәр сөгөлдөрөнә, көнбағышҡа гербицидтың зарарлы йоғонтоһон бер аҙ йомшартырға мөмкинме? Әлбиттә. Бының өсөн “БашИнком” предприятиеһы етештергән АВЗ технологияһын файҙаланырға кәңәш ителә. Был технология уңышты арттырыу, гербицид тәьҫиренә ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты үткәргән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, сәсеүлекте “саф” гербицидтар менән түгел, ә уларҙың “Гуми”, “Фитоспорин” экологик яҡтан таҙа тәбиғи биопрепараттары ҡушылған ҡанашмалары менән эшкәртеү һөҙөмтәһендә үҫемлектәргә әллә ни зыян килмәй, көстө лә улар йылдамыраҡ туплай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 25 тапҡыр // Тотош уҡырға
14 майға ҡарата бойҙай сәсеү һуңғы ике тәүлектә генә лә 8 процентҡа артҡан. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар әле 1 миллион 118 мең гектар тәшкил итә, был — планлаштырылған майҙандың 92 проценты. 27 районда иген культуралары сәсеүҙе тамамланылар, һигеҙ районда сәсеү һуңғы гектарҙарҙа бара.
Шәкәр сөгөлдөрө 48 440 гектарҙа (85%) сәселгән, кукуруз әлегә бөтөн планлаштырылған майҙандың 16 процентын биләй, шулай уҡ хужалыҡтарҙа көнбағыш, ҡарабойҙай, тары, судан үләне сәсергә тотондолар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 18 тапҡыр // Тотош уҡырға
Игенсе күңеле — баҫыуҙаҺуңғы көндәрҙә яуған шифалы ямғырҙар, әйтерһең, Әбйәлил баҫыуҙарына Йәншишмәнең тере һыуын һипте: игенселәр һәр ҡәҙерле минутты файҙаланып ҡалырға тырыша, дымлы ергә орлоҡ һала.
— Райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла яҙғы сәсеү ойошҡан бара, — ти Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов.
Республика Хөкүмәте хәстәрлеге менән һәр йылдағыса районға льготалы хаҡҡа яғыулыҡ-майлау материалдары ҡайтарылған, хужалыҡтар үҙ иҫәбенә минераль ашлама һатып алған.
Ғәлим Солтанов һәм райондың баш агрономы Арсен Илһамов менән “Заветы” ауыл хужалығы кооперативына юл алдыҡ. Баҫыуҙа беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Ғамир Ғәлләмов, баш агроном Рим Ҡолмөхәмәтов ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
Игенсе тигән даны барХужаның уңғанлығы тупһаһынан күренә, тиҙәр. Ҡуғанаҡбаш ауылына терәлеп торған һөтсөлөк фермаһына яҡынлашҡанда, алда матур күренеш асылды: мал ихатаһында өмә бара ине. Кемеһелер – көрәк, кемдер һепертке тотҡан. Тәртип, таҙалыҡ булдырыуға иртән үк тотонғандар, инде эште тамамларға йөрөйҙәр икән. Малсыларҙың кәйефе шәп. Тиҙҙән улар төшкө ашҡа ҡайтыша башланы. Шул арала кооператив рәйесе Хантимер Тимерхан улы ла күренде.
– Һаумыһығыҙ, һеҙҙә бөгөн өмә икән.
– Эйе, йыл да, мал көтөүгә сыҡҡас, ферманы тәртипкә килтерәбеҙ, таҙартабыҙ. Шунһыҙ булмай, барыһы ла – үҙебеҙ өсөн.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесенең дә кәйефе күтәренке. Шулай булмай ни: егәрле коллектив менән етәкселек итә, малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә билдәле уңыштары бар, районда иң алдынғылар иҫәбендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 47 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 19 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ