Ауыл кооперативын булдырыу — ҡулдан килерлек2011—2015 йылдарҙа Урал аръяғы райондарын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһына ярашлы, районда республика кимәлендәге күп кенә саралар уҙа. Үткән аҙнала ҡулланыусылар кооперацияһының ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙы үҫтереү һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын ойоштороу мәсьәләһенә арналған республика семинар-кәңәшмәһе булды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов алып барҙы. Сарала шулай уҡ уның урынбаҫары Александр Гагин, республика ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе Мансур Абдуллин ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ауыл ерлегендә етештерелгән продукцияны һатыуҙы заманға һәм бөгөнгө мөмкинлектәргә ярашлы ойоштороу, ауыл хужалығы продукцияһын, шулай уҡ икенсел сеймалды йыйыу, һатыу, эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҡулланыусылар кооперативтарын булдырыу һәм уларға муниципалитеттарҙың ғына түгел, дәүләт ярҙамын да ойоштороу хаҡында һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 57 тапҡыр // Тотош уҡырға
На период весенних сельскохозяйственных работ в компании ОАО “Газпром Нефтехим Салават” создана круглосуточная горячая линия “Посевная-2012”.
Любые вопросы об отгрузке минеральных удобрений можно задать по телефону 8 (3476) 39-11-55 (круглосуточно) или отправить на
e-mail:posevnaya@snos.ru.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Уңыш"та эштәр уңышлыГүзәл апай бөгөн фермаға ғәҙәттәгенән иртә йыйынды. Алмаҡайы ла һуңғы арала ауырыңҡырап тора, ветеринар врачҡа күрһәтергә ине. Ҡояшҡайының да елене еткән, кисә быҙаулаған Иркәһенә лә, Аҡсарлағына ла яҡшы тәрбиә кәрәк булыр. Әйтеүе генә анһат: бына 30 йылдан ашыу ферма эше, һыйыр-быҙауҙар тип көн дә эшкә ашыға ул.
– Һауынсы эшенең һис ауырлығын тоймайым, иртә менән һыйырҙар янына барыу миңә кинәнес кенә бирә, – ти "Уңыш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Усман һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы Гүзәл Ғәлимова. – Мәктәпте тамамлағас та эшкә килгәйнем. Тәүҙә еңелдән булманы, әммә оло апайҙар миңә һәр саҡ таяныс булды. Эште, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яратырға кәрәк, шул саҡта ғына хеҙмәтеңдән йәм табасаҡһың.
2001 йылда "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булған Гүзәл Ғәлимова ошо уҡ хужалыҡта эшләгән ире менән биш ҡыҙ һәм ике малай тәрбиәләп үҫтергән. Яңыраҡ өлкән ҡыҙын кейәүгә биреп, матур туй яһағандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 74 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙ ямғыры ерҙең битен йыуһа— Аяғығыҙ еңел икән — ҡасандан көткән бәрәкәтле яҙ ямғырын килтерҙегеҙ. Элек ололар, яҙ ямғыры ерҙең битен йыуһа, йыл уңышлы килә, ти торғайны. Былай булғас, бер-ике көндән дым ҡаплауға ла төшөргә була, — тип, шат йылмайып ҡаршы алды беҙҙе Архангел районы хакимиәтенең Мәғлүмәт-консультация үҙәге мөдире вазифаһын башҡарыусы агроном-консультант Кәүсәр Мортазин.
Ысынлап та, алдан һөйләшеп ҡуйғанбыҙмы ни, Өфөнән Архангелгә тиклем беҙҙе йылы ямғыр оҙатып килде. Күренеп тора, яҙ һулышы ауыл тормошона айырыуса йәнлелек өҫтәгән. Хатта ғүмере буйы ер йылыһын тойоп йәшәгән крәҫтиән дә был миҙгелдә айырыуса яуаплыраҡ, етдиерәк тойола. Сөнки яҙҙың һәр көнө, һәр сәғәте ҡәҙерле. Шуға беҙ ҙә ҡыҙыу эш мәлендә бүлмәлә генә ултырып һөйләшеүҙән файҙа тапманыҡ — Кәүсәр Йәғәфәр улына эйәреп, райондың ялан-ҡырҙарын урап сығырға булдыҡ.
— Ҡышҡы һыуыҡтар пландарығыҙға төҙәтмәләр индермәнеме? Ужым нисек ҡышлаған? — тип һорайым юлдашымдан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 58 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ көстәренә таяналарБөгөн республика хужалыҡтары оҫтаханаларында, машина-трактор парктарында — ҡыҙыу мәл. Көндәрҙең матур тороуы ла эшкә дәрт өҫтәй. Дәүләкән районының "Восход" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең оҫтаханаһында ла эш ойошҡан һәм дәррәү бара. Белгестәр әйтеүенсә, бында техниканы ремонтлауға Яңы йыл байрамынан һуң тотонғандар, шуға ла ығы-зығы күҙәтелмәй.
Запас частарҙың да ваҡытында һатып алыныуы һәм ҡайтарылыуы эште шәбәйтә. Йүнәтелгән, капиталь ремонт үткән техника баҫыуға сығырға күптән әҙер.
– Техника паркы бай ғына, йыл һайын тиерлек яңыһын һатып алабыҙ, ватылғанын сифатлы итеп ремонтлайбыҙ. Күктән төшкәнде көтөп ятмайбыҙ, үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, оҫта ҡуллы егеттәр кәрәкле запас частарҙы бынамын итеп яһап та ҡуя, – ти йәмғиәттең баш агрономы Анатолий Дон.
Әле механизаторҙар сәскес-тырмаларҙы ремонтлай, капиталь ремонт үткәндәренең торошон тикшерә. Һәр кем эш менән мәшғүл, ял итергә ваҡыттары ла юҡ. Шуға ла егеттәргә төшкө йылы аш оҫтаханала ойошторолған. Уңайлы эш шарттары булғас, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, механизаторҙарҙың кәйефе шәп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 62 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 19 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ