Ейәндәрҙең һөйөүе йәшәртә!Әбйәлил районының Ташбулат ауылында Еңеүҙең 67 йыллығын бер генә ветеран ҡаршылай. Ул — Сабур Барый улы Хөшшәмов. Байрам алдынан олатайға Әбйәлил районы хакимиәте ҙур бүләк яһаны — ул әле “Яҡтыкүл” шифаханаһында һаулығын нығыта.
Һуғыш ветеранының алты йәшлек ейәне Руслан, ата-әсәһенән ҡалмай, олатаһының янына килеп йөрөй. Ҡәҙерлеһен Еңеү көнө менән алдан уҡ ҡотлап та ҡуйҙы. Һуғыш хаҡындағы хәтирәләрен йотлоғоп тыңланы, миҙалдарын тотоп ҡараны.
— Олатайым менән бында ҡалам! — тип үҙһүҙләнеп тә алды.
— Ейәнемдең шул ҡәҙәр ҡыҙыҡһыныусан, ихтирамлы булыуына һоҡланам, — тип Русланды һөйөп туймай Сабур Барый улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 25 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Арғымаҡ”ҡа алмаш бар“Егет кеше Ватанына хеҙмәт итергә тейеш!” — ти “Тамыр” вокаль ансамблендә шөғөлләнгән Данил Сәлихов, Рөстәм Төхбәтов менән Руслан Әминев.
Туған телеканалының 20 йыллыҡ юбилейына ҙур бүләк яһаны улар — “Арғымаҡ” төркөмө егеттәре менән берлектә “Любизар” йырын башҡарҙылар. Рухлы ике быуын осрашҡан сығыш ифрат шәп килеп сыҡты! Йырлап ҡына түҙмәне малайҙар, иҙәнде һелкетә баҫып бейеп тә күрһәтте. Афарин!
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле милләттәшебеҙ, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Гүзәл Ситдиҡова был хикәйәне “Тубырсыҡ”тың үтенесе буйынса яҙып бирҙе. Ҙур рәхмәт Һеҙгә, Гүзәл Рамазан ҡыҙы!
Асман олатаһы йәшәгән хәрби ҡаласыҡҡа ҡунаҡҡа килде. Ашап алғас, күмәкләп урамға сыҡтылар.
Барса халыҡ музыка яңғыраған яҡҡа табан ағыла. Бер аҙҙан автомат тотҡан һалдат һәйкәле янына барып сыҡтылар. Унда йәш һалдат ҡарауылда тора. Эргәһендә ҙур, матур эт артҡы аяҡтарына сүгеп ултырған. Улар ҙа армияла хеҙмәт итә икән.
Арыраҡ ҡуйылған оҙон ҡара таш диуарға күп итеп нимәлер яҙылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 25 тапҡыр // Тотош уҡырға
Онотмайбыҙ, иҫкә алабыҙ1. Мәңгелек ... . 2. Хәрби техника. 3. Атаҡлы маршал. 4. Ротанан бәләкәйерәк хәрби төркөм. 5. Дуҫтың антонимы. 6. Хәтерҙе сағылдырған сәскә. 7. Еңеү флагын ҡайҙа ҡаҙағандар? 8. Ярамаған эш ҡылыу. 9. Мостай Кәримдең ҡаһарман яугирҙәр хаҡындағы поэмаһы. 10. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесының төп геройы. 11. “Ҡара генерал”дың фамилияһы. 12. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бөйөк шағирҙың исеме. 13. Азатлыҡ.

Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҙурайғас, мин ауылда йәшәргә теләйем.
Унда саф һауа, иркенлек!
Ейәнсура районының Иҙәш ауылында ғүмер иткән олатайым менән өләсәйем һымаҡ күп итеп умарта тотор инем. Улар балды һатып ҡына ҡалмай, күстәнәс итеп тә тарата. Беҙҙе йыл әйләнәһенә файҙалы, татлы ризыҡтан өҙмәйҙәр.
Олатайым менән өләсәйемдең малы ла күп, баҡсаһы тулы йәшелсә-емеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ