Ғорур ҡарай тирә-йүнгә — Хужа Йыһанға, гүйә!

31-05-2014, 06:00 // Тубырсыҡ // Баҫып сығарырға
Ғорур ҡарай тирә-йүнгә — Хужа Йыһанға, гүйә!
Йәмле йәйҙе һәр саҡ матур байрам — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө — менән башлайбыҙ. Мәктәп уҡыусылары уның каникул башланған мәлгә тура килеүен айырыуса яраталыр.


Мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, был көндө булдырыу мәсьәләһе 1949 йылда Париж ҡалаһында уҙғарылған халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресында хәл ителә, һәм киләһе йылынан байрам рәсми рәүештә билдәләнә башлай.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң үҙ флагы ла бар. Унда Ер тирәләй биш фигура ҡуйылған. Урталағы шар уртаҡ йортобоҙҙо — Ватаныбыҙҙы — сағылдырһа, эргәһендәге күк, һары, ҡара, аҡ, ҡыҙыл төҫтәр — төрлөлөктөң һәм сыҙамлыҡтың билдәһе.
Ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ, йәйге каникулығыҙҙың күңелле, файҙалы үтеүен теләйбеҙ.




Ейәнсәрем Диниәгә

Аҡ болотҡа ултырған да
Донъя гиҙә Диниә.
Ғорур ҡарай тирә-йүнгә —
Хужа Йыһанға, гүйә.

Ҡояш апай, хафаланып,
Аптырап тора уға.
Әйтер ине ул сабыйға,
Әгәр ҙә мөмкин булһа:

“Ышанысһыҙ юлдаш менән
Сәфәр сығаһы булма.
Елдәр ҡайҙа табан ҡыуа —
Болоттар оса шунда.

Ә һин – Ер ҡыҙы, Диниә,
Онотма шуны бер ҙә.
Сәфәргә сыҡ яҡындарың,
Дуҫтарың менән бергә!”

Фәриҙә ҒИЛМИТДИНОВА.

Бөрйән районы, Яңы Усман ауылы.