Әфлисун өсөн түгел...

31-05-2014, 04:00 // Тубырсыҡ // Баҫып сығарырға
Һәр кемде ата-әсәһе тәртипле булырға, изгелек күрһәтеп йәшәргә өйрәтәлер. Минекеләр ҙә шулай. Атай-әсәйем менән бергә уҡытыусыларыбыҙ ҙа әҙәп-әхлаҡҡа өндәп тора.


Яңыраҡ булды был хәл. Дәрестән һуң дуҫым менән урамда уйнап йөрөй инек. Эргәбеҙҙән өлкән йәштәге инәй үтеп бара, ҡулында — ике ауыр сумка.
— Әйҙәгеҙ, ярҙам итәбеҙ, — тип өндәштек уға. — Һеҙгә бик ауыр бит.
Инәй шатланып ризалашты. Әйберҙәрҙе өйөнә индереп ҡуйғас, ҙур рәхмәт әйтте, һәр беребеҙгә икешәр әфлисун тотторҙо. Әлбиттә, ниәтебеҙ күстәнәс алыу түгел ине, шулай ҙа күрһәткән яҡшылығыбыҙҙан күңелебеҙгә кинәнес алдыҡ.

Рамазан ҺАТЫБАЛОВ,
Мәләүез ҡалаһының 4-се мәктәбе уҡыусыһы.



РЕДАКЦИЯНАН.
Хөрмәтле дуҫтар! Уҡытыусыларҙың һорауы буйынса “Изге эшем” конкурсына йомғаҡ яһамай торорға булдыҡ. Ул йыл аҙағына ҡәҙәр барасаҡ. Ихлас күңелдән башҡарылған изге эшегеҙ тураһында яҙмалар көтөп ҡалабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурста еңеүселәрҙе матур бүләктәр көтә. Төп приз — нетбук!