Баянсы ҡыҙ
Кристина Васинкина балалар музыка мәктәбендәге баян дәрестәренә йөрөй. Уңыштары ла бар инде.


Мәҫәлән, күптән түгел Нефтекама ҡалаһында уҙғарылған конкурста өсөнсө урынды яулап, ул лауреат исеменә һәм дипломға лайыҡ булды.
— Кристина, әлбиттә, тәүҙә ныҡ ҡына тулҡынланды, — ти уҡытыусыһы Гөлшат Саҙрисламова. — Шулай ҙа сығышы уңышлы килеп сыҡты. Йәш баянсы оҫталығын тулыһынса күрһәтә алды.
Кристина уҡыу йылын тик “бишле” билдәләренә тамамланы. Тиҫтерҙәре уны эшһөйәр, алсаҡ булғаны өсөн ныҡ ихтирам итә.