Ҡатнашалар:
Оҙонғолаҡ
Тайыштабан
Күбәләк

Сәхнәнең төпкө яғында – йәшелсә баҡсаһы. Рәшәткә ситендә сәскә атҡан көнбағыштар үҫә. Алғы яҡта – эскәмйә. Уның ике яғында гөллө һауыттар теҙелгән. Баҡсаға сыға торған яҡҡа һыу һиптергес, бәләкәй биҙрә, һепертке ҡуйылған.
Өй яғынан Оҙонғолаҡ килеп сыға. Уның кәйефе юҡ. Тирә-яҡҡа ҡарап ауыр итеп көрһөнә лә эскәмйәгә килеп ултыра.
Оҙонғолаҡ. Йоҡом да туйған кеүек, иртәнге сәйҙе лә эсеп алдым. Тик ниңәлер бик күңелһеҙ бөгөн…
(Ҡапҡа туҡылдатҡан тауыш ишетелә).
Оҙонғолаҡ. Эй, кем бар унда? Инегеҙ.
(Бәләкәй биҙрә, ҡармаҡ тотҡан Тайыштабан күренә).
Тайыштабан (шат тауышлы). Хәйерле иртә, Оҙонғолаҡ!
(Оҙонғолаҡ күңелһеҙ генә баш ҡаға).
Тайыштабан. Эй, нимә булған һиңә? Бик күңелһеҙ ултыраһың. Кисә балыҡҡа барырға һөйләш­кәйнек бит, әллә ауырып киттеңме? Әсәйең өйҙәме һуң?
Оҙонғолаҡ. Апайымдарға йомошҡа киткәйне…
Тайыштабан. Әләйһә, өйгә инеп ятып тор. Әсәйең ҡайтҡас, дарыу бирер – йүнәлеп тә китерһең.
Оҙонғолаҡ. Ауырымайым да ул… Ниңәлер күңелһеҙ…
Тайыштабан. Әллә әсәйең йылға буйына барырға ҡушманымы? Балаһы батып ҡуймаһын тип ҡурҡа улар.
Оҙонғолаҡ. Юҡ, ул турала өндәшмәне. “Улым, бөгөн һис ваҡытым юҡ, кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишергә үҙең һыу һиберһең инде”, – тип кенә әйткәйне сыҡҡан сағында.
Тайыштабан. Улай булғас, ниңә тик ултыраһың? Әйҙә, әсәйең ҡайтҡансы бергәләп тиҙ генә баҡсаны ҡойон­дороп сы­ғайыҡ. Эшләйек тә йылға буйына төшәйек. Ир­тән­сәк балыҡ һәйбәт ҡаба ул. Етмәһә, унда еләҫ, күңелле. Ҡош­тар йырын тыңлар­быҙ.
Оҙонғолаҡ. Барыбер күңелһеҙ… Бер нәмә лә эшләгем килмәй…
Тайыштабан. Их, һин!.. Шулай ҙа онотма, ҡармағыңды ал да минең янға кил. Үҙең беләһең: икәү булһаң, һәр саҡ күңелле!
(Башын сайҡап, алпан-толпан баҫып, һөйләнә-һөйләнә сығып китә).
Оҙонғолаҡ. Ниңә күңелһеҙ икәнен һис аңламайым. Шулай ҙа әсәйҙең әйткәнен үтәргә кәрәк.
(Һыу ҡойғосон алып баҡсаға инеп барғанында сыбар Күбәләк осрай. Ул, ҡыуанып, ҡулдарын сәпә­кәйләй).
Күбәләк. Оҙонғолаҡ килә! Беҙҙең Оҙонғолаҡ килә! (Бер алдына, бер артына сыға). Ә ниңә улай бик бойоҡ күренәһең?
Оҙонғолаҡ (асыулы). Белмәйем!
Күбәләк. Ауырыйһыңмы әллә, Оҙонғолаҡ?
Оҙонғолаҡ (ҡулын һелкеп ебәрә). Белмәйем, тип әйттем бит мин һиңә! Бәйләнмә, миндә һинең ниндәй эшең бар?! Кит юлдан!
Күбәләк. Киттем… Юҡҡа асыуланма…
(Үҙе лә күңелһеҙләнеп, әкрен генә китеп бара).
Оҙонғолаҡ. Үпкәләттем шикелле: ул да бойоҡто…
(Йәшелсә баҡсаһына инеп, теләр-теләмәҫ кенә һыу ҡоя башлай).
Кәбеҫтәләрҙең япраҡтары бө­гөлгән – һыу күберәк кәрәк уларға. Эйе, эйе (етеҙерәк йөрөй башлай). Ҡара-ҡара: рәхәтләнеп тын алып, күҙ алдында үҫеп киттеләр. Япраҡтарында көмөш тамсылар ялтырай башланы. Миңә ҡарап йылмайған кеүектәр…
(Үҙе лә йылмайып ебәрә). Сөгөлдөр, кишер, шалҡандарҙы ла шатландырайым әле (йүгергеләп йөрөй башлай). Хәҙер барығыҙҙы ла ҡойондорам! Ямғыр яуған кеүек булһын әйҙә!
(Күбәләк осоп килеп, рәшәткә аша Оҙонғолаҡтың эшен күҙәтә башлай).
Күбәләк. Эй, аяҡтары ергә теймәй йүгерә лә йүгерә! Үҙе, нимәгәлер ҡыуанып, көлә башланы. Ә-ә, сәскәләр! (Шатланып, һикергеләп ала). Сәскәләр элеккенән дә матурыраҡ булып балҡып китте, башын күтәреп, хуш еҫ бөркә башланы. Их, күңелле!..
(Оҙонғолаҡ маңлайын һөртә-һөртә ҡәнәғәт йөҙ менән килеп сыға. Күбәләкте күргәс, уңайһыҙланып китә).
Оҙонғолаҡ (кеселекле тауыш менән). Ғәфү ит мине, сыбар Күбәләк. Мин бая…
Күбәләк. Ғәфү итәм! Ғәфү итәм! Оҙонғолаҡ, миңә сәскә араһында йөрөргә рөхсәт итәһеңме?
Оҙонғолаҡ. Рәхим ит, Күбәләк! Рәхәтләнеп ос әйҙә! Сәскәләрҙең хуш еҫенән кинән!
Күбәләк. Рәхмәт, рәхмәт һиңә, Оҙонғолаҡ! (Баҡсаға инә).
Оҙонғолаҡ. Их, ҡайһылай күңелле булып китте! (Ҡулдарын йәйеп, тирә-яғына ҡарай). Ҡана, был гөлдәрҙе лә кинәндерәйем (һыу ҡоя). Тағы нимә эшләргә икән? (Аяҡ аҫтына ҡарай). Баҡса алдын да таҙартып алайыҡ (ерҙе тиҙ генә һепереп ҡуя). Шишмәнән һыу ҙа алып киләйем (шишмәгә йүгерә, бер аҙҙан килеп инә). Бына, сәйгә һыу ҙа булды! Их, ниндәй күңелле! Тиҙҙән әсәй ҙә ҡайтыр.
Хәҙер Тайыштабан янына, йылға буйына йүгерәм! Ысынлап та, ниңә миңә күңелле булып китте икән?
(Сығып йүгерә. Рәшәткәнән Күбәләктең башы күренә).
Күбәләк. Оҙонғолаҡҡа ниңә күңелле булып китте икән? Ниңә? (Йылмая-йылмая, ҡулын болғай-болғай юғала).

ШАРШАУ.