Сәм һәм ғәм майҙаны

29-07-2015, 01:06 // Тубырсыҡ // Баҫып сығарырға
Сәм һәм ғәм майҙаны Гәрәй ырыуы башҡорттарының вариҫтары төйәк иткән Яңы Ҡайынлыҡ ауыл Советында халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлауға, үҫтереүгә иғтибар кәмегәне юҡ. Хакимиәт башлығы Илдус Зарипов, бер үк ваҡытта район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, ике тиҫтә йыл инде был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмай. Ата-бабанан ҡалған һоҡланғыс тарих нигеҙендә йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү йәһәтенән мәктәптәрҙә лә тейешле эш алып барыла. Рәлинә Мөхәсимова етәкселегендәге мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, әлбиттә, бындай сараларҙың төп ойоштороусылары булып тора. Тынғыһыҙ хеҙмәттең матур өлгөләренең береһе – йыл да үткәрелгән балалар һабантуйы.


Сара Яңы Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһендә йәшәгәндәр өсөн тәғәйенләнһә лә, унда быйыл да эргә-тирәләге төйәктәрҙән күпләп ҡатнаштылар. Көндөң матурлығы, ойоштороусыларҙың эшен күңел биреп башҡарыуы һабантуйҙы ысын байрамға әйләндерҙе. Балалар ҡапсыҡ кейеп, йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып уҙышты, күҙе бәйләнгән килеш көршәк ватты, ҡайсы менән төрлө бүләк киҫеп алды... Әлбиттә, һәр һабантуйҙағы кеүек, иң ҡыҙығы милли көрәш булды. Бил бирмәҫ малайҙарҙың алышы өлкәндәрҙекенән һис тә ҡалышманы. Ҡыҙыу көрәштә ете йәшлек Рамаҙан Зәйниев еңеп сыҡты.
Шулай уҡ сабыйҙарҙың ағас аттарҙа йән-фарман “сабышыуы”, бер йәше тулыр-тулмаҫ бәпестәрҙең йәшел үләнгә йәйелгән балаҫта “уҙышыуы”, һис шикһеҙ, халыҡ күңелендә һоҡланғыс, күңелле тамаша булып оҙаҡ һаҡланыр. Йыр-бейеүгә лә ҙур урын бирелде байрамда. “Ынйы” бейеү ансамбленең, уның солистары Азалия Асарова менән Наҙлиә Рәхимованың, йәш баянсы Әмир Ғиззәтовтың сығыштары көслө алҡышҡа күмелде. Өлкәндәр ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә шатланды, бәйгеселәрҙе дәртләндереп торҙо.
Сәм һәм ғәм майҙаныОшо уҡ көндә ауылда район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең күсмә ултырышы уҙҙы. Улар, һабантуйҙы ҡарауҙан тыш, урындағы һөнәрҙәштәренең башҡа эшмәкәрлеге менән дә танышты, балаларҙың йәйге ялын ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп ойоштороу буйынса фекер алышты, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка, Яңы Ҡайынлыҡ ауылы уҙаманы, Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновтың һәйкәленә сәскә һалды, ҡаһармандың йорт-музейын ҡараны.