Әнисә Таһирова һүҙҙәре,
Мәрйәм Солтанова көйө.
Ҡояш менән бергә торҙом мин иртүк –
Бөгөн минең бигерәк тә эшем күп.
Йәшелсә баҡсабыҙҙағы түтәлдәр
Буй-буй булып теҙелешеп киткәндәр.

Ултыртҡайныҡ шалҡан,
кишер, ҡыярҙы,
Ҡый үләне баҫып киткән уларҙы.
Керештем мин ҡый үләнен утарға,
Ваҡыт етте төшкө ашҡа туҡтарға.

Әсәй маҡтай: “Ҡояш менән уяндың,
Шуға эшеңде тамамлап ҡыуандың.
Бушҡа үткәрмәгәс йәйге көндәрҙе,
Һин дә, ҡыҙым, ҡояш кеүек егәрле”.