Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Минеке – иң матуры!”
Бөгөн балалар баҡсаһында байрам көтөлә: әсәйҙәр киләсәк. Сабыйҙар осрашыу мәлен тулҡынланып көтөп алды.
– Ана, минең әсәйем ултыра! – тип маҡтанып алды Ильяс дуҫына. – Иң матуры ул!
– Юҡсы, – тип ҡаршы төштө Марат. – Иң матуры – минең әсәйем!
Малайҙар саҡ һуғышып китмәне. Тәрбиәсе туҡтатып ҡалды уларҙы. Шунан:
– Ә хәҙер әсәйҙәр менән бергә йыр башҡарабыҙ, – тип белдерҙе. – Әйҙәгеҙ, яҡыныраҡ килегеҙ.
Ильяс та, Марат та ихлас йырланы. Әсәй эргәлә булғанда ғәйәт рәхәт шул. Бөтөн эштәр ҙә һәйбәт килеп сыға. Әсәһенә үҙенең иң шәп бала икәнен күрһәтергә теләп, малайҙар менән ҡыҙҙар ярыш­тарҙа ла ихлас ҡатнаш­ты. Ҡәҙерлеләренә бүләк биргәндә иһә бер-береһен уҙҙырып матур һүҙҙәр әйттеләр.
Байрам тамам. Балалар ҙа, әсәйҙәр ҙә ҡәнәғәт. Хәҙер инде ҡайтырға ваҡыт.
– Балам, әйҙә, йәһәтерәк кейен, – тип үтенде әсәһе Ильястан. – Миңә эшкә өлгөрөргә кәрәк. Һин олатайың менән өйҙә ултырып торорһоң.
Малай иһә ҡабаланманы. Әсәһенең һорауынан һуң, киреһенсә, тиҫкәреләнә башланы.
– Кейенмәйем, – тип бел­дерҙе ул. – Өйгә лә ҡайтҡым килмәй! Урамда уйнарға теләйем!
Ильяс, кейемен бәреп, иҙәнгә ултырҙы.
– Ә мин һине тыңлаусан малай тип маҡтайым бит әле, – тип көрһөндө әсәһе. – Ҙурайып бара, тип ҡыуан­ғайным. Байрамда ҡайһылай матур йырланың, рәхмәт әйтеп, бүләк бирҙең үҙең... Әсәйҙе яратыу улай ғына булмай шул. Уға һоҡланырға, кеше алдында маҡтанырға ғына түгел, ихтирам итергә кәрәк. Әсәй өсөн иң мөһиме шул...
Ильяс, хатаһын аңлап, тороп баҫты. “Ғәфү ит, әсәй! – тине ул. – Башҡа улай эшләмәм. Яратам һине! Байрамың менән!”





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Иҫәпләрлек малыбыҙ бар

Иҫәпләрлек малыбыҙ бар 13.07.2016 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Тубырсыҡ

Мин Иҫке Сибай мәктәбендә V класты тамамланым. Әле рәхәтләнеп ял итәм, киләһе уҡыу йылына көс йыям....

Тотош уҡырға 825

Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк!

Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк! 13.07.2016 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Тубырсыҡ

“Салауаттың ярһыу атын Уҙыр батырҙар тыуһын. Топ-топ батырҙар, Өҙә баҫып барырҙар! Салауаттың утлы...

Тотош уҡырға 978

Ҡаушарға ярамай

Ҡаушарға ярамай 03.06.2016 // Тубырсыҡ

Тәжрибәһеҙҙәр “ҡорос ат”ы сығынлаған саҡта артыҡ ҡаушай, ныҡ борсола башлай, үҙенә урын таба алмай...

Тотош уҡырға 709

“Илдең  баш архитекторы буласаҡмын”

“Илдең баш архитекторы буласаҡмын” 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Билал Томаншин башҡа малайҙарҙан бер нисек тә айырылмай кеүек: ниндзялар, машиналар тураһында...

Тотош уҡырға 804

Кәрәҙле тылсым

Кәрәҙле тылсым 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәйге йәмле көн. Мин еләк йыйып йөрөйөм. Бер мәл янымдағы матур сәскәгә нәҙекәйбил бал ҡорто килеп...

Тотош уҡырға 908

Ҡояш ҡунды күңел күгенә

Ҡояш ҡунды күңел күгенә 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәй – ул рәссам. Ер өҫтөнә Мең биҙәктәр яһар саҡ. Йәй – моңло йыр. Ҡоштар ярһып, Сәсәй-сәсәй һайрар...

Тотош уҡырға 1 301

Илһөйәрлек өлгөһө

Илһөйәрлек өлгөһө 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Хозур тәбиғәтле тыуған ерем Бишбүләгем – ғәзиз бишегем. Илен һаҡлар, яҡлар һәм дә данлар Батыр...

Тотош уҡырға 674

Еребеҙ баҡса кеүекме?

Еребеҙ баҡса кеүекме? 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Ерҙә иң кәрәклеһе – һыу. Унһыҙ тереклек йәшәй алмай....

Тотош уҡырға 672

Әйҙә, уйна, күбәләк!

Әйҙә, уйна, күбәләк! 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәшел хәтфә болонда Оса төрлө күбәләк. Бер-береһен уҙышып, Уйнай улар бергәләп....

Тотош уҡырға 784

Изгелек нигеҙен һаҡлар оран

Изгелек нигеҙен һаҡлар оран 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Район мәҙәниәт һарайынан яңғыраған ошо һүҙҙәр Бөрйәндең оранына әйләнде кеүек. Мәктәпкәсә йәштәге...

Тотош уҡырға 819

Олатайҙан – оло һабаҡ

Олатайҙан – оло һабаҡ 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Фаяз олатай тырыша-тырыша бал ҡорттарына рам яһай ине. Уның янына биш йәшлек ейәне йүгереп килде. –...

Тотош уҡырға 406

Сыйырсыҡ йырлап уятты

Сыйырсыҡ йырлап уятты 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Олатайым ҡала эргәһендә өй һалып бирҙе. Яңы йылдан шунда йәшәйбеҙ. Ағас йортта шундай рәхәт! Эш тә...

Тотош уҡырға 441