Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек нигеҙен һаҡлар оран
“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!..”

Район мәҙәниәт һарайынан яңғыраған ошо һүҙҙәр Бөрйәндең оранына әйләнде кеүек. Мәктәпкәсә йәштәге балалар әйтте уны. Кескәйҙәр араһында үткәрелгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында 60-ҡа яҡын йәш бәйгесе майҙан тотто.


Яҙма ҡомартҡыға, уны өйрә­неүгә ҙур иғтибар бүленә Бөрйәндә. Район хакимиә­тендәге мәғариф идаралығының методика бүлеге етәксеһе Роза Ғүмәрова әйтеүенсә, эпос төбәк­тәге һәр балалар баҡсаһында әҙләп ятлатыла башлай. Һөҙөм­тәлә башланғыс мәктәпте тамам­лағанда уҡыусыларҙың күбеһе әҫәрҙе тулыһынса өй­рәнгән була.
Әлбиттә, ата-әсә, олатай-өләсәй ярҙам итмәһә, сабыйын ҡеүәтләп тормаһа, эштә уңыш йылмаймаҫ ине. Төп этәргес – улар. Яҙма ҡомартҡының тәр­биәүи көсөн, күңелдәргә үтеп инеү ҡеүәтен ныҡлы аңлай өлкәндәр. Ана бит, сәхнәлә сығыш яһаған ул-ҡыҙҙарына ҡайһылай һоҡланып, ғорурла­нып ултыралар!
Ә кескәй сәсәндәрҙең йөрә­генән, гүйә, ут сәселә! Уҡ-һаҙаҡ менән “ҡоралланған” йондоҙ күҙле малайҙарҙың, күбәләктәй осоп-төшөп бейегән ҡыҙсыҡтар­ҙың ихлас сығышы, ҡурай моңо, думбыра сыңы боронғо дәүергә алып китте кеүек. Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, дөрөҫлөк менән ялған, ғәҙеллек һәм намыҫһыҙлыҡ көрәшендә тәүгеләренең өҫкә сығыуынан бәләкәстәрҙең күңе­лендә еңеү тантана итте, йөҙ­ҙәрендә ғорурлыҡ, йылмайыу балҡыны.
Сығыштар өс-дүрт, алты-ете йәшлектәр араһында айырым баһаланды. Һәр төркөмдә тәүге урындар билдәләнде, төп бүләк­тең хужаһы асыҡланды. Өҫтә­үенә бәләкәстәр “Иң йәш сәсән”, “Халҡым ҡомартҡыһын һаҡ­лаусы”, “Өмөт”, “Рух һаҡсыһы”, “Аманат тапшырыусы”, “Ышаныслы киләсәк” һәм башҡа номинацияларҙа еңеү яуланы.
Эпостың 100-ҙән алып 300-гә ҡәҙәр юлын ятлауға өлгәшкән мәктәпкәсә йәштәге балалар ихлас һөйөндөрҙө. Тот та бөгөндән республика конкурсына ебәр үҙҙәрен!
– Балалар, һеҙ барығыҙ ҙа – еңеүсе, – тине сараны ойоштороусылар, йәш бәйгеселәрҙе тәбрикләп. – Байрамдың ҙур майҙан туплауы, эпосты өйрәнгән бәләкәстәрҙең йылдан-йыл арта барыуы өсөн тәү сиратта ата-әсәгә, тәрбиәселәр­гә, уҡы­тыу­сы­лар­ға ҙур рәхмәт. Артабан да уртаҡ маҡсатта ең һыҙғанып эшләһәк, Урал батыр эҙҙәрен һаҡлаған сал тарихлы Бөрйән ере киләсәктә лә рух, талант, ихласлыҡ, изгелек төбәге булып ҡалыр.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Иҫәпләрлек малыбыҙ бар

Иҫәпләрлек малыбыҙ бар 13.07.2016 // Тубырсыҡ / Әҙәбиәт

Мин Иҫке Сибай мәктәбендә V класты тамамланым. Әле рәхәтләнеп ял итәм, киләһе уҡыу йылына көс йыям....

Тотош уҡырға 1 078

Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк!

Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк! 13.07.2016 // Тубырсыҡ / Әҙәбиәт

“Салауаттың ярһыу атын Уҙыр батырҙар тыуһын. Топ-топ батырҙар, Өҙә баҫып барырҙар! Салауаттың утлы...

Тотош уҡырға 1 240

Ҡаушарға ярамай

Ҡаушарға ярамай 03.06.2016 // Тубырсыҡ

Тәжрибәһеҙҙәр “ҡорос ат”ы сығынлаған саҡта артыҡ ҡаушай, ныҡ борсола башлай, үҙенә урын таба алмай...

Тотош уҡырға 870

“Илдең  баш архитекторы буласаҡмын”

“Илдең баш архитекторы буласаҡмын” 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Билал Томаншин башҡа малайҙарҙан бер нисек тә айырылмай кеүек: ниндзялар, машиналар тураһында...

Тотош уҡырға 981

Кәрәҙле тылсым

Кәрәҙле тылсым 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәйге йәмле көн. Мин еләк йыйып йөрөйөм. Бер мәл янымдағы матур сәскәгә нәҙекәйбил бал ҡорто килеп...

Тотош уҡырға 1 125

Ҡояш ҡунды күңел күгенә

Ҡояш ҡунды күңел күгенә 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәй – ул рәссам. Ер өҫтөнә Мең биҙәктәр яһар саҡ. Йәй – моңло йыр. Ҡоштар ярһып, Сәсәй-сәсәй һайрар...

Тотош уҡырға 1 527

Илһөйәрлек өлгөһө

Илһөйәрлек өлгөһө 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Хозур тәбиғәтле тыуған ерем Бишбүләгем – ғәзиз бишегем. Илен һаҡлар, яҡлар һәм дә данлар Батыр...

Тотош уҡырға 841

Еребеҙ баҡса кеүекме?

Еребеҙ баҡса кеүекме? 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Ерҙә иң кәрәклеһе – һыу. Унһыҙ тереклек йәшәй алмай....

Тотош уҡырға 846

Әйҙә, уйна, күбәләк!

Әйҙә, уйна, күбәләк! 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәшел хәтфә болонда Оса төрлө күбәләк. Бер-береһен уҙышып, Уйнай улар бергәләп....

Тотош уҡырға 1 001

Олатайҙан – оло һабаҡ

Олатайҙан – оло һабаҡ 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Фаяз олатай тырыша-тырыша бал ҡорттарына рам яһай ине. Уның янына биш йәшлек ейәне йүгереп килде. –...

Тотош уҡырға 586

Сыйырсыҡ йырлап уятты

Сыйырсыҡ йырлап уятты 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Олатайым ҡала эргәһендә өй һалып бирҙе. Яңы йылдан шунда йәшәйбеҙ. Ағас йортта шундай рәхәт! Эш тә...

Тотош уҡырға 621

Ҡайын һыуы тәмлеме?

Ҡайын һыуы тәмлеме? 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Ял көндәренең береһендә атайым менән урманға барҙыҡ. Көн йылы, күк йөҙө аяҙ, ҡоштар һайрай....

Тотош уҡырға 585