Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кәрәҙле тылсым Йәйге йәмле көн. Мин еләк йыйып йөрөйөм. Бер мәл янымдағы матур сәскәгә нәҙекәйбил бал ҡорто килеп ҡунды һәм тырышып-тырмашып һут йыя башланы. Бөтөн донъямды онотоп, уны күҙәтәм. Шул саҡ йыраҡтан серле тауыш килгәндәй тойолдо:
“Беҙ, бал ҡорттары, бик ты­рышбыҙ. Төбәгебеҙҙең бөтә райондарында үрсейбеҙ. Ата-баба­ларыбыҙ ҡырағай бал ҡорттары булған. Улар солоҡтарҙа йәшәгән. Шүлгәнташ мәмерйәһе таштарын­дағы һүрәттәр балдың борон-борондан булғаны тураһында һөй­ләй. Тәүҙә кешеләр әҙерҙе генә йыйған, ә һуңыраҡ беҙҙе умар­таларҙа тоторға, тәрбиәләргә өйрәнгәндәр.
Һин баллы сәйҙе яратып эсә­һең. Бының өсөн беҙгә күп эшләр­гә тура килә, бик-бик йыраҡтарға осабыҙ. Көнбағыш, ҡарабойҙай, йүкә сәскәләренән һут йыябыҙ. Шуның өсөн дә балдың төҫө лә, тәме лә төрлө була. Ә бына фай­ҙаһы! Ҡайҙа ғына ҡулланмайҙар беҙҙең балды! Ул айырыуса балалар өсөн файҙалы. Шуға ла ауырығаныңда әсәйең баллы сәй эсерә. Беҙҙҙ…беҙҙҙ…беҙҙҙ…”
– Бәй, ҡыҙым, ниңә еләк йый­май­һың? – әсәйемдең өндәшеүе­нән һиҫкәнеп киттем. Нимә булды был?
Өйгә ҡайтыу менән олатайым­дарға йүгерҙем. Ул оҙаҡ йылдар умарта тота. Мин барып ингәндә бал һауыртыу менән мәшғүл ине. Ифрат уңған, эшһөйәр шул олатайым! Умартасы тап шулай булырға тейеш тә! Бал тураһында һөйләүен үтенгәс, сикһеҙ ҡыуаныс менән кинәнеп һөйләй башланы:
– Беләһеңме, ҡыҙым, археологтар Ираҡтағы Ниппур ҡалаһы янында тапҡан балсыҡ таҡта­таштарҙа бал менән дауаланыу серҙәре яҙылған. Тимәк, уның файҙаһы хаҡында 4000 йыл элек үк билдәле булған! Беҙҙең ата-бабабыҙ балды оҙон ғүмерле кешеләр аҙығы тип иҫәпләгән. Күп кенә ерҙә уны “ҡарттар һөтө” тип тә атайҙар. Ләкин өлкәндәргә генә түгел, барлыҡ йәштәгеләргә был продукцияның файҙаһы ҙур.
Бал ҡорто кешелеккә шулай уҡ прополис, балауыҙ кеүек фай­ҙалы матдәләрҙе лә бүләк итә. Башҡорт балының донъя кимә­лендә танылыу яулай барыуы бик һөйөнөслө. Уны, мәҫәлән, Францияла, Германияла, Японияла, Америкала табырға була. Башҡорт балы Рәсәй һәм донъя кимәлендәге күргәҙмәләрҙә 300-ҙән ашыу миҙал яулаған. Бына ниндәй ул кәрәҙле тылсым!
Тирә-яҡҡа хуш еҫ таралды. Ышанмаҫһың да: шундай кескәй генә ҡорттар ошо ҡәҙәр бал йыйған! Быға тиклем ҡурҡыуҙан башҡа тойғо уятмаған йән эйәләренә ҡарата күңелемдә ҙур ихтирам, һөйөү уянды. Бына ниндәй көслө икән улар – нәҙекәйбилдәр!
– Ҙурайғас, мин дә мотлаҡ бал ҡорто тотасаҡмын. Һинең шөғө­лөң­дө дауам итермен, олатай, – тинем.
– Ҡасан улай ниәтләнең, ҡыҙым?
– Әле еләккә барғанда бал ҡорттарының ни хәтлем тырышып эшләгәнен күрҙем. Шул саҡ Рәмзәнә апай Абуталипованың бер шиғыры иҫкә төштө:
Көнө буйы тынғы белмәй –
Бигерәк уңған бал ҡорто.
Шулай уңған булған өсөн
Бал менән тулы йорто.
Тормошо баллы булһын өсөн кеше умарта тоторға тейеш. Етеҙ, уңған ҡорттар йорт хужаларын үҙе кеүек егәрле булырға өйрәтә. Эйеме, олатай?
– Дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым. Бал ҡорт­тары үҙҙәре кеүек тырыш­тар­ҙы ғына ярата. Һиңә уларҙы арымай-талмай тәрбиәләргә тура ки­ләсәк. Ә беҙҙең яҡтың тәбиғәте, бе­ләһең, шул ҡәҙәр бай, матур. Һинең, мәҫәлән, йүкә сәскә атҡан ваҡытта урманда булғаның бармы? Был саҡта бөтөн һауа хуш еҫле бал еҫе менән тула. Ә сәс­кәләрҙең ниндәйе генә юҡ беҙҙә! Бына шундай бай тәбиғәтле, матур, саф һауалы ерҙә генә тәмле, файҙалы бал йыйырға мөмкин.
– Эйе, ата-бабабыҙҙың шөғөлө киләсәктә лә дауам итергә тейеш, – тигән һығымта яһаным, тырыш бал ҡорттарына һоҡланып ҡарап.

Линара ШӘРИПОВА,
Иҫке Күрҙем мәктәбе уҡыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Иҫәпләрлек малыбыҙ бар

Иҫәпләрлек малыбыҙ бар 13.07.2016 // Тубырсыҡ / Әҙәбиәт

Мин Иҫке Сибай мәктәбендә V класты тамамланым. Әле рәхәтләнеп ял итәм, киләһе уҡыу йылына көс йыям....

Тотош уҡырға 1 070

Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк!

Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк! 13.07.2016 // Тубырсыҡ / Әҙәбиәт

“Салауаттың ярһыу атын Уҙыр батырҙар тыуһын. Топ-топ батырҙар, Өҙә баҫып барырҙар! Салауаттың утлы...

Тотош уҡырға 1 221

Ҡаушарға ярамай

Ҡаушарға ярамай 03.06.2016 // Тубырсыҡ

Тәжрибәһеҙҙәр “ҡорос ат”ы сығынлаған саҡта артыҡ ҡаушай, ныҡ борсола башлай, үҙенә урын таба алмай...

Тотош уҡырға 866

“Илдең  баш архитекторы буласаҡмын”

“Илдең баш архитекторы буласаҡмын” 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Билал Томаншин башҡа малайҙарҙан бер нисек тә айырылмай кеүек: ниндзялар, машиналар тураһында...

Тотош уҡырға 976

Ҡояш ҡунды күңел күгенә

Ҡояш ҡунды күңел күгенә 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәй – ул рәссам. Ер өҫтөнә Мең биҙәктәр яһар саҡ. Йәй – моңло йыр. Ҡоштар ярһып, Сәсәй-сәсәй һайрар...

Тотош уҡырға 1 522

Илһөйәрлек өлгөһө

Илһөйәрлек өлгөһө 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Хозур тәбиғәтле тыуған ерем Бишбүләгем – ғәзиз бишегем. Илен һаҡлар, яҡлар һәм дә данлар Батыр...

Тотош уҡырға 839

Еребеҙ баҡса кеүекме?

Еребеҙ баҡса кеүекме? 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Ерҙә иң кәрәклеһе – һыу. Унһыҙ тереклек йәшәй алмай....

Тотош уҡырға 840

Әйҙә, уйна, күбәләк!

Әйҙә, уйна, күбәләк! 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәшел хәтфә болонда Оса төрлө күбәләк. Бер-береһен уҙышып, Уйнай улар бергәләп....

Тотош уҡырға 998

Изгелек нигеҙен һаҡлар оран

Изгелек нигеҙен һаҡлар оран 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Район мәҙәниәт һарайынан яңғыраған ошо һүҙҙәр Бөрйәндең оранына әйләнде кеүек. Мәктәпкәсә йәштәге...

Тотош уҡырға 1 001

Олатайҙан – оло һабаҡ

Олатайҙан – оло һабаҡ 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Фаяз олатай тырыша-тырыша бал ҡорттарына рам яһай ине. Уның янына биш йәшлек ейәне йүгереп килде. –...

Тотош уҡырға 584

Сыйырсыҡ йырлап уятты

Сыйырсыҡ йырлап уятты 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Олатайым ҡала эргәһендә өй һалып бирҙе. Яңы йылдан шунда йәшәйбеҙ. Ағас йортта шундай рәхәт! Эш тә...

Тотош уҡырға 618

Ҡайын һыуы тәмлеме?

Ҡайын һыуы тәмлеме? 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Ял көндәренең береһендә атайым менән урманға барҙыҡ. Көн йылы, күк йөҙө аяҙ, ҡоштар һайрай....

Тотош уҡырға 581