“Илдең баш архитекторы буласаҡмын”

1-06-2016, 01:06 // Тубырсыҡ // Баҫып сығарырға
“Илдең  баш архитекторы буласаҡмын” Билал Томаншин башҡа малайҙарҙан бер нисек тә айырылмай кеүек: ниндзялар, машиналар тураһында йәнһүрәттәр ҡарарға, тышта уйнарға ярата. Ҡулына буяуҙар һәм альбом тотторһаң, уның оҫта итеп һүрәт төшөрөүенә, бай фантазияһына хайран ҡалаһың. Яңыраҡ был өлкәлә ҙур еңеү яуларға ла өлгөрҙө.

– “Минең йыһани донъям” тигән конкурс иғлан ителгәс, икеләнеп тормайынса, Билалдың эшен ебәрҙек. Ул Өфө ҡала­һының Орджоникидзе районы буйынса беренсе урынды алды, – ти малайҙың балалар баҡ­саһындағы тәрбиәсеһе Гүзәлиә Ҡунаҡбаева.
Йәш рәссамға күберәк һыу аҫты донъяһын, йәнһүрәттәге гөбөргәйел-ниндзяларҙы төшө­рөүе оҡшай. Рәсемдәренең ҡы­ҙыҡлы яғы шунда: ундағы ге­ройҙар бер ҡасан да ҡатып ҡалмай, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Үҙе лә өлгөр, тиктормаҫ бит. Балалар баҡсаһынан һуң тхэквондо секцияһына, мәктәпкә әҙерлек дәресенә йөрөй, инглиз телен өйрәнә, әсәһенә өйҙө йыйыштырыша, бәләкәй һеңлеһен ҡараша.
Билалдың тағы бер яратҡан темаһы – ғаиләһе. Атаһын, әсәһен һәм туғаны Диләне хыял донъяһында ҡайҙа ғына алып бармай: һүрәттәрҙә улар бер­гәләп диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡта ҡыҙына, тәбиғәт ҡосағында ял итә. Конкурста еңгән рәсемендә лә дүртәүләп ҡайһылай матур етәкләшеп торалар! Ысынлап та асыҡ йыһанға сығып, иҫтәлеккә фотоға төшкәндәр тиерһең.
Ошо көндәрҙә Билал Өфө ҡалаһының 221-се башҡорт балалар баҡсаһынан сығарылды, көҙ мәктәпкә барырға йыйына.
– Үҫкәс, Рәсәйҙең баш архитекторы буласаҡмын, шуға тырышып уҡыясаҡмын, – ти ул.