Илһөйәрлек өлгөһө

1-06-2016, 01:03 // Тубырсыҡ // Баҫып сығарырға
Хозур тәбиғәтле тыуған ерем
Бишбүләгем – ғәзиз бишегем.
Илен һаҡлар, яҡлар һәм дә данлар
Батыр улҡайҙарың бар һинең.

Яугир-шағир Фәтих Кәримең дә –
Оло ҡаһарманлыҡ өлгөһө,
Халҡы өсөн йәнен аямаған
Ғорур шәхес, Ватан көҙгөһө.

Үҙеңде түгел, илеңде уйлап
Һикәлтәле юлдар үткәнһең.
Ҡыҫҡа, әммә сағыу ғүмереңде
Һин үлемһеҙ бер йыр иткәнһең.

Әлиә БАТРАЕВА.
Бишбүләк районы


Үткәндәр – һабаҡ

Өләсәйемдең атаһы Әғзәметдин Шағир улы Туҡтабаев тураһында һөйләмәксемен. Бер мәл эҫе йәй көнөндә уның тыуған яғына – Һамар өлкәһенә – барғайныҡ. Йыйылышып, олатайҙың ҡәберенә юлландыҡ, уға сәскәләр һалдыҡ.

Ҡәҙерлебеҙ 1942 йылда һуғышҡа алына. Алты балалы ғаилә башлығын ауылдаштары хөрмәтләп оҙата.
Мәскәүҙе, Ленинградты дошмандан һаҡлай олатай. Ладога күленең боҙ юлынан халыҡты тыныс урынға сыға­рыша. Аҙаҡ Украина, Польша ерҙәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша, 1945 йылда тыуған яғына еңеү менән ҡайта.
Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙҙең һәр ғаиләһе тормошона ҡанлы эҙ, уңалмаҫ яра һала, ҙур юғалтыуҙар, ауыр ҡайғылар килтерә. Ошонан һабаҡ алып, тыныс тормоштоң ҡәҙе­рен белеп йәшәргә тейешбеҙ.

Әлфиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.
Борай районы



Тауыҡ ниңә эреләнгән?

Сыбар тауыҡ эреләнгән –
Ҡабартып алған түшен.
Яйлап ҡына йөрөгән була,
Эйәртеп ун себешен.

Ә улары шундай матур:
Аҡ, һары, ҡара төҫтә.
Тик тотоп яратып булмай –
Әсәһе ҡуна өҫкә.

Саҡырып алып, ем һибәм –
Ҙурайһындар тиҙерәк.
Ҡупшы тауыҡ-әтәстәр
Ихатала бик кәрәк.

Рәсилә ҒАРИПОВА.
Учалы районы
Ураҙ ауылы.



Тәбиғәт йылмайһын

Тирә-йүнгә бер баҡ әле:
Ниндәй матур был донъя!
Шишмә сыңлай, ҡоштар
йырлай,
Йәйғор ихлас йылмая.

Был гүзәллек йәшәһен тип,
Тырышһа ине халыҡ.
Тәбиғәтте һаҡламаһаҡ,
Тороп ҡалыр бит бушлыҡ.

Йәй көндәре яр буйында
Кешеләр күп ял итә.
Кинәнә лә сүп-сарҙы
Күпләп ҡалдырып китә.

Матурлыҡты күрә белеп,
Ҡәҙерләп һаҡлаһаҡ ине.
Донъя йәмен бергәләшеп
Дәррәү яҡлаһаҡ ине.

Венера ИСЛАМОВА.
Краснокама районы
Иҫке Мошто ауылы.