Ташлыларҙа ҡунаҡта

31-05-2012, 03:44 // Тубырсыҡ // Баҫып сығарырға
Ташлыларҙа ҡунаҡта“Тамыр” телеканалы йәнә бер ҙур байрам менән һөйөндөрҙө. Унда шөғөлләнгән балалар Бауырһаҡ апай, Фәрхәт ағай, әкиәтсе Ләйсән апай менән бергә Әлшәй районының Ташлы ауылында булып ҡайтты.

“Балалар — балаларға” исемле мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә үткәрелгән байрам ифрат күңелле үтте. Әлшәйҙәр ҡунаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршыланы. Осрашыу уйын-көлкө, йыр-моңға бай булды. Әлбиттә, бүләкһеҙ килмәгәйне “Тамыр”ҙар — Ташлы мәктәбе уҡыусылары хәҙер яратҡан тапшырыуҙарын өр-яңы телевизорҙан ҡараясаҡ!
— Беҙҙең иң тоғро, иғтибарлы тамашасыларыбыҙ ауылда йәшәй, — тине телеканалдың етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина. — Дуҫтарыбыҙға рәхмәт әйтергә, уларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрергә тип килдек.
Мәктәп янындағы майҙанда һабантуй гөрләп үтте. Ҡалала йәшәгән балалар өсөн саф һауала ял итеү — үҙе бер кинәнес. Тоҡ кейеп һикереү, көршәк ватыу, арҡан тартышыу кеүек ярыштарҙа ихлас ҡатнашты “Тамыр”ҙар. Ташлы ауылы балалары араһында “Тамыр” батыры”, “Тамыр” һылыуы” ла билдәләнде. Был маҡтаулы исемгә Айнур Ғималетдинов менән Таңсулпан Ҡотлоғәлләмова лайыҡ булып, телеканалдың бүләген алып һөйөндө.
Дилбәр Ишморатова
Әлшәй районы.


Иртәгә киске сәғәт 6-ла “Тамыр” телеканалы Салауат Юлаев майҙанында ҙур байрам ойоштора. Унда һеҙҙе күңелле уйындар, йыр-моң, тәмлекәстәр көтә. Байрамдан ҡалмағыҙ, дуҫтар!