Буран яман ҡотора,
Әсе еле һыҙғыра.
Танау, ҡолағыңды һаҡла —
Һә тигәнсе туңдыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белгәнемде оноттом —
Бына хәтер тигәнең!
“Икеле” алдым дәрестә —
Әсәй-атай тиргәне.
— Етте! — тине әсәйем,
— Етте! — тине атайым. —
Һөнәрбашты бөгөндән
Берәйһенә һатайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 914 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Мөхәррәм Булатов — минең ҡартатайым. Уға күптән түгел 75 йәш тулды. Ҡәҙерлемдең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ул өс йәшенән өләсәһендә, аҙаҡ балалар йортонда тәрбиәләнә. Тырышып уҡый.
Мәктәптән һуң олатайым армияла хеҙмәт итә. Ауылға ҡайтҡас, физкультура, хеҙмәт дәрестәренән уҡыта башлай. Балалар уны бик ярата, дәрестәрен көтөп ала.
Аҙаҡ олатайым, юғары уҡыу йортон тамамлап, тарихтан белем биреүгә күсә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 778 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өйҙә яҡын дуҫым — ташбаҡам бар. Уның исеме Таштуған. Дуҫым мине танып тора, мәктәптән ҡаршы ала. Мендәр аҫтына инеп ята торған ҡыҙыҡ ғәҙәте лә бар уның. Ҡараңғы урындарҙы ярата. Ҡайһы саҡта уны саҡ эҙләп табып алам.
Таштуғанды нығыраҡ белеү өсөн төрлө мәғлүмәт йыям. Шулай уҡ кеҫәртке, йыландарҙы күҙәтеү, улар тураһындағы китаптар оҡшай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 956 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тубырсыҡ”та ер-һыу атамаларының тарихы менән таныштыра барайыҡ”, — тип тәҡдим иткәйне Баймаҡ районынан Наҙгөл Мостаева. Уның менән килешәм. Һеҙҙе Әбйәлил районындағы Саңдүҙәк тигән ерҙең тарихы менән таныштырып үтмәксемен.
Туйыш ауылында Мөхәммәт Ҡалдаманов исемле бай кеше йәшәгән. Ул — минең олатайымдың олатаһы. Меңдән ашыу атын, өс мең тирәһе һыйыр-һарығын йыл да Яңы Балапан ауылы янындағы матур үҙәктә йәйләтер булған. Был урынды бик ныҡ яратҡан олатайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1171 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 Алға
Бит башына