Яңы йыл да етеп килә,
Ап-аҡ ҡар – ҡайҙа баҡма.
Теләйем мин Ҡыш бабайҙы
Саҡырырға ҡунаҡҡа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 870 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйем – хеҙмәт ветераны. Өлкән йәштә булһа ла, һис ҡасан зарланмай ул. Гел йылмайып-көлөп йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борон-борон заманда түгел, ә беҙҙең осорҙа йәшәгән, ти, бер айыу. Уның өс балаһы булған. Ике улы ғәжәп егәрле, әсәһенә гел генә ярҙам итешә икән. Барыһын да үҙҙәре хәстәрләгән, кемдәндер көтөп ултырмағандар. Ә һеңлеләре Айыуҡай ялҡау булған, ти. Көнө-төнө йоҡлаған, әсәһе, ағайҙары тапҡан ризыҡ менән туҡланып, иркәләнеп кенә көн иткән. Тирә-йүндә барған хәлдәргә иғтибар бирмәгән, барыһына битараф булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышҡы матурлыҡ
Хайран ҡалырлыҡ.
Үҙе мөғжизә –
Күктә моң гиҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 413 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙе тондо ҡарҙарҙың –
Буран, буран ҡоторҙо.
Ҡолаҡ ситен, танауҙы
Семетергә тотондо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәктәптән ҡайтҡас, өйҙө йыйыштырам, иҙән, һауыт-һаба йыуам. Унан сәй ҡайнатып, әсәйемде эштән көтөп алам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 304 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маһирлыҡ көҙ һынала Беҙҙең мәктәптә Уңыш байрамын уҙғарыу йолаға әйләнгән. Ул һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, күңелле үтә.
Быйылғы байрамды ла ашҡынып көтөп алдыҡ. Айырыуса йәшелсәнән төрлө һын, һауыт эшләргә яратабыҙ. Көҙгө сәскә-үләндән гөлләмә яһау ҙа оҡшай. Һәр ваҡыттағыса, бындай әҙерлек эштәрендә атай-әсәйҙәребеҙ ныҡ ярҙам итте.
Байрамда командалар төрлө һынау үтте, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте, сәмләнеп ярышты. Көҙһылыуҙарҙың сығышы бигерәк тә матур килеп сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шиғырҙарың мәңге һүнмәҫ иң матур йыр бөгөн дә” Һаумыһығыҙ, Мостай олатай! Һеҙҙең иҫәндәр араһында булмауығыҙға тиҫтә йыл да үтте, ләкин һаман да арабыҙҙа кеүекһегеҙ, сөнки рухығыҙ күңелдәребеҙҙә йәшәй. “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрендәге Оксана йорт ҡото булһа, һеҙ – илебеҙҙең, барлыҡ әҙәбиәт донъяһының күрке. Һәр әҫәрегеҙ кешелеккә фәһем бирә, тормошто яратырға өйрәтә. Шундай яҙыусыбыҙ, шағирыбыҙ булғаны менән сикһеҙ бәхетлебеҙ. Рәхмәт һеҙгә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәйем менән атайымдың һөйләүе буйынса үҙебеҙҙең яҡтағы бер ҡая атамаһының тарихын яҙып үтмәксемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәйге каникул мәлендә Ураҙбай быуаһына балыҡҡа барыуыбыҙ хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 432 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 37 Алға
Бит башына