Бәләкәстәр! Бөгөн һеҙгә тип шағир Рәдиф Тимершин йомаҡ йөкмәп килде. Тоғо тос ҡына күренә. Әйҙәгеҙ, йомаҡтарҙы тиҙ генә сисә һалайыҡ!

Юҡтыр уның үҙ юлы,
Ул бары тик — ел ҡоло.
Күккә менә быу булып,
Ергә төшә һыу булып.
Бына ниндәй ул ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 40 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылым Саҙалы тип атала. Элек был урында һаҙлыҡ булған, тиҙәр. “Һаҙ алды” һүҙбәйләнеше Саҙалыға әйләнеп киткән. Яҡында ғына һыу булғас, тау итәгендә урынлашҡан өйҙәрҙең ишек алды һайын ҡоҙоҡ бар.
Ауылымды бик яратам. Уны тауҙар уратып алған. Яҡында ғына Оло Һүрәм йылғаһы аға.
Бәләкәй генә Саҙалы ауылынан сыҡҡан кешеләр араһында билдәле уҡытыусылар, бейеүселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәйем миңә бесәй алып ҡайтып бирҙе. “Сысҡан күбәйҙе, өйҙө ҡараһын”, — ти. Бесәйемде иң тәүҙә ашаттым, унан исем ҡуштым. “Йомшаҡ” тип өндәшкәйнем, мырлап алдыма менеп тә ултырҙы. Үҙе йомшаҡ, йылы ғына икән.
Иртән бесәйемдең мыяулауына уянып китһәм, ул, ауыҙына сысҡан ҡабып, алдымда тора.
— Күрҙегеҙме, мин сысҡан тоттом, тип маҡтана, — тинем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин буш ваҡытымда хыялға бирелергә яратам. “Хыялһыҙ кеше — ҡанатһыҙ ҡош, — ти әсәйем. — Һәр кем уйланырға, киләсәккә маҡсат ҡороп йәшәргә, теләген тормошҡа ашырыу өсөн тырышырға тейеш”.
Ҙурайғас, футболсы булырға хыяллланам. Төрлө илгә йөрөп, башҡа кешеләрҙең нисек йәшәгәнен күргем, йолаларын өйрәнгем килә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең футбол командаһын алдынғылар рәтенә сығарырға теләйем. Тыуған илем өсөн кәрәкле кеше булырмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағайым Артур Екатеринбург ҡалаһында белем ала. Мин уның менән бик ғорурланам. Ағайым кеүек мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, юғары уҡыу йортонда уҡырға теләйем.
Ҙурайғас, үҙ йортом, машинам буласаҡ. Балаларымды матур итеп ҡараясаҡмын. Мине үҫтергән олатайым менән өләсәйемде ҡәҙерләп тәрбиәләйәсәкмен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 17 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ