Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡан баҫымың үҙен һиҙҙерәме?
Ҡан баҫымың үҙен һиҙҙерәме?Быйыл Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнөң гипертонияға арналыуы һис тә юҡҡа булманы. Девизы барыбыҙға ла аңлайышлы һәм көнүҙәк: "Ҡан баҫымығыҙҙы күҙәтеп тороғоҙ!" Ысынлап та, уның ныҡ күтәрелеүе бик хәүефле, дарыу эскәндән һуң ҡапыл төшөүе лә организм өсөн насар.

Үкенескә ҡаршы, көн дә табипҡа барып кәңәшләшеү мөмкинлеге юҡ. Яҡын-тирәңдә һорап белешерлек бер медицина хеҙмәткәре лә булмаһа, тимәк, күп нәмәне үҙеңә өйрәнергә, белергә тура килә.
Ни өсөн ҡан баҫымы күтәрелә? Шаҡтай һау кешенең дә хәле бер төрлө генә тормай. Хәрәкәтләнмәгәндә, йоҡлағанда ҡан баҫымы түбәнерәк була, төн уртаһында ла уның ғәҙәттәгенән бер ни тиклем төшөүе билдәле. Ә бына физик эш башҡарғанда, тулҡынланғанда, тәмәке тартҡанда ул күтәрелә. Әммә юғары килеш оҙаҡ тормай, тиҙҙән элекке хәленә ҡайта.
Әгәр ҙә ҡан баҫымы (сәбәпһеҙ) йыш күтәрелһә йәки оҙаҡ ваҡыт юғары торһа, был хәл сир булараҡ ҡабул ителә. Табиптар бындай осраҡта тәьҫирле ысулдар эҙләргә, дауаларға тырыша. Йыш ҡына гипертонияның сәбәбен асыҡлағанға ҡәҙәр ҡан баҫымын төшөрөргә тура килә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уның дәрәжәһен түбәндәгесә билдәләргә тәҡдим итә ( — ошонан юғары, ≥ — тигеҙ йә иһә ошонан юғары):
<120/< 80 — иң яҡшы ҡан баҫымы;
<130/< 85 — нормалағы ҡан баҫымы;
130-139/85-89 — күтәренке нормалағы ҡан баҫымы;
140-159/90-99 — I дәрәжәләге ("йомшаҡ") гипертония;
160-179/100-109 — II дәрәжәләге (уртаса) гипертония;
≥180/≥110 — III дәрәжәләге ("ҡаты") гипертония.
Гипертонияны йыш ҡына нәҫелдән килгән сирҙәр рәтенә индерәләр. Әммә ауырыуҙы ныҡлап тикшермәйенсә ҡалдырырға ярамай, сөнки уның башҡа сәбәптәре лә булыу ихтималлығы ҙур. "Йомшаҡ" гипертонияны күпселек осраҡта тәбиғи ысулдар менән дә дауалап була. Юғары ҡан баҫымын оҙаҡ ваҡыт төшөрмәү сәләмәтлек өсөн зарарлы: күп ағзалар яңы режимда эшләй башлай, гипертонияға күнегә, организмдың эшмәкәрлеген элекке һау-сәләмәт хәленә ҡайтарыу ауырлаша. Оҙайлы гипертония шарттарында бөйөр ҡан баҫымы юғары булғанда ғына бәүелде нормала ҡаралғанса бүлеп сығарырға ғәҙәтләнә. Ә ҡан баҫымы нормаға ингәс, ул сифатлы эшләй алмай, организмды шлактар менән ағыулай.
Гипертония шарттарында йөрәктең һул яҡ ҡарынса мускулдары ҡалыная. Уларға ҡан тейешле кимәлдә барып етмәй, һөҙөмтәлә инфаркт хәүефе арта. Баш мейеһендәге ҡан тамырҙары ла гипертонияға яйлашып үҙгәрә. Өҫтәүенә, уларҙың күбеһе кәрәгенсә ҡыҫылыу һәм киңәйеү һәләтен юғалта, шунлыҡтан атеросклероз сире тәрәнәйә. Ваҡ тамырҙарҙың һығылмалылығы кәмегәнлектән, күреү һәләте насарая. Йөрәк йышыраҡ тибә башлай, шуға күрә уға көс төшә.
Үҙегеҙҙе яҡшы тойғанда ла ҡан баҫымығыҙҙы үлсәп тороғоҙ, сөнки гипертонияның билдәләре ифрат күп. Баш ауыртыуын йыш ҡына ҡан баҫымы күтәрелеүенә япһарырға ғәҙәтләнгәнбеҙ, әммә был һәр саҡта ла тап килеп бөтмәй.
Ҡан баҫымы күтәрелгәндә баш әйләнгәндәй итә, ҡайһы саҡта танауҙан ҡан килә, баш йылынып киткәндәй тойола. Күҙ алдында себен осҡан төҫлө. Йоҡоһоҙлоҡ та, йөрәк ауыртыуы ла ошо сир арҡаһында булыуы мөмкин. Кешенең ярһыусанға әүерелеү сәбәбе лә тап ошонда йәшеренеүе бар.
Йыш ҡына сирҙең ҡайһы бер билдәләре иғтибарҙан ситтә ҡала. Ҡан баҫымы артыуы бер үк ваҡытта тонустың юғары булыуы тигән һүҙ. Организмда адреналин кеүек матдәләр күбәйгәнлектән, кешенең дәрте, эшкә һәләте арта, кәйефе күтәрелә. Үҙ хәлен аңламайынса, ең һыҙғанып эшкә йәбешкән кешеләрҙә, ҡан баҫымы күтәрелеп киткәнлектән, ҡапыл ғына йөрәк инфаркты, инсульт булғылай.
Ҡан баҫымы берсә күтәрелеп, берсә түбәнәйеп тороуына ҡарамаҫтан, баш мейеһе ҡан йөрөшө аша кислород менән бер тиҙлектә тәьмин ителә. Бындай ауторегуляцияны Хоҙай шулай яратҡан. Әгәр ҙә ҡан баҫымы күтәрелһә, ауторегуляция боҙола, мейе күҙәнәктәренә зарар килә, шуға күрә ауырыуға ашығыс ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Һәр саҡта ла ҡан баҫымы юғарылығын гипертонияға һылтау дөрөҫ түгел. Муйын умыртҡаһы остеохондрозы, атеросклероз һәм нервы ауырыуҙары менән яфаланғанда уның бер аҙ күтәренке булыуы ихтимал. Был саҡта ҡан баҫымын йәһәт кенә төшөрөргә тырышыу яҡшыға илтмәй, сөнки ҡайһы бер осраҡта гипертония организмды кислород һәм файҙалы матдәләр менән байытыу өсөн кәрәк тигән ҡараш бар.
Хәҙер ҡан баҫымын үлсәй торған тонометрҙарҙың ниндәйе генә юҡ! Сәләмәтлегеңде күҙәтеү хәүефле мәлдәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Тулҡынланыу йәки психик стресс һөҙөмтәһендә ҡан баҫымы күтәрелһә, тынысландырыусы дарыуҙар эсеү файҙалы. Мәҫәлән, 30-40 тамсы бесәй үләне тамыры (валериана) төнәтмәһен эсеү ҙә проблеманы хәл итеүе ихтимал. Йоҡо алдынан эскән дарыуҙарҙың дозаһы ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булырға тейеш, сөнки күпселек осраҡта төндә ҡан баҫымы түбәнәйеүсән. Уның ҡапыл төшөүе лә йөрәк инфаркты һәм инсульт хәүефен арттыра. Дарыу бик килешкән төҫлө тойолһа ла, уны ике айҙан ашыу ҡулланырға тәҡдим ителмәй.
Артыҡ һимеҙлек, хәрәкәтләнмәү, тоҙло аҙыҡ менән мауығыу, тәмәке тартыу ҡан баҫымының күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Сәләмәт булыу өсөн ихтыяр көсө лә кәрәк. Ҡан баҫымы күрһәткесе 180 мм-ҙан юғары икән, мотлаҡ дарыу эсеү талап ителә. Тейешле препаратты һәр саҡ үҙегеҙ менән алып йөрөгөҙ. Горчичниктың ҡан баҫымын 10-15 мм-ға төшөрөү һәләтен беләһегеҙме? Бының өсөн уны муйындың артҡы өлөшөнә һәм балтыр мускулдары тапҡырына һалалар. Ҡайһы саҡ был ысул да ярап ҡуя. Ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелеп, гипертония өйәнәге дауам итһә, ауырыуҙы дауаханаға һалырға тура киләсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мохтаждарҙың тын алышын тойоп…

Мохтаждарҙың тын алышын тойоп… 16.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар өсөн...

Тотош уҡырға 43

Өй туйлауҙар туҡтамаясаҡ әле...

Өй туйлауҙар туҡтамаясаҡ әле... 16.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Төбәктә авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы уңышлы эшләй. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү,...

Тотош уҡырға 32

Халыҡ һаулығы – ил байлығы

Халыҡ һаулығы – ил байлығы 15.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә оператив...

Тотош уҡырға 57

Кризис үҙәге асылды

Кризис үҙәге асылды 10.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Ауырғазы районында ауыр хәлгә тарыған йөклө ҡатындарға һәм әсәләргә ярҙам күрһәтелә. Өйөндә...

Тотош уҡырға 40

Автобусмы, аҡсамы?

Автобусмы, аҡсамы? 05.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Киләһе йылдан Башҡортостанда ишле ғаиләләр 600-шәр мең һум аҡса алыуы ихтимал: “Газель”...

Тотош уҡырға 57

Эш хаҡына ҡарап һайларғамы,  күңелгә оҡшағанынмы?

Эш хаҡына ҡарап һайларғамы, күңелгә оҡшағанынмы? 02.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Хеҙмәт баҙарын аңлаған һәм әҙерләнгән кеше һәр саҡ урын таба. Мәшғүллек һәр заманда ла дәүләттә...

Тотош уҡырға 75

Ярҙамсы һәм таяныс

Ярҙамсы һәм таяныс 02.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөнгө йәмғиәттең үҫеше йәш быуындың тормошҡа ҡарашына ҙур йоғонто яһай. Сер түгел, проблемалы һәм...

Тотош уҡырға 86

Уҡыусыларҙы ла пенсия ҡыҙыҡһындыра

Уҡыусыларҙы ла пенсия ҡыҙыҡһындыра 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Йәш саҡта кем пенсия хаҡында уйлана тиерһегеҙ? Бер кем дә көслө, матур сағында ҡартайырмын,...

Тотош уҡырға 62

Гүргә илтер бер йотом

Гүргә илтер бер йотом 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғүмерҙең бер генә икәнен оноталармы?.. Йыл һайын илебеҙҙә алкоголь һәм ялған араҡы менән...

Тотош уҡырға 73

Күңел йылыһы барыһына ла етә

Күңел йылыһы барыһына ла етә 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

– Медицина тикшеренеүе үтергә тип дауаханаға бер нисә тапҡыр барырға тура килде. Әмәлгә ҡалғандай,...

Тотош уҡырға 70

Ирекмәндәргә  тик ятырға ирек юҡ

Ирекмәндәргә тик ятырға ирек юҡ 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өкөнөң өлкәндәр тормошона ни ҡыҫылышы бар? Ғүмер буйы кеше араһында, хеҙмәттә янып-көйөп эшләгән...

Тотош уҡырға 66

Өйҙәребеҙ йылы булһын

Өйҙәребеҙ йылы булһын 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Төбәктәргә зәңгәр яғыулыҡ килә. Ауыл уртаһында йәшәгән бабайыма хәл белешергә индем. “Беҙҙең хәл...

Тотош уҡырға 58