Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ булмаһаҡ, кем эшләр?
“Бәйләнештә” VK.com — әлеге көндә донъя кимәлендә киң файҙаланылған сайттарҙың береһе. Күрше төбәктәрҙә, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күбеһе ошо сайт аша бер-береһе менән аралаша. Шуның өсөн дә ижтимағи селтәрҙең интерфейсын башҡорт теленә тәржемәләү күптән кәрәк ине.

Әгәр ундағы көйләүҙәрҙе ҡараһағыҙ, үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ: был сайт донъяның ниндәй генә теленә ауҙарылмаған! Үҙем, мәҫәлән, инглизсә өйрәнеү өсөн көйләүҙәрҙә инглиз телен ҡулланам. Аңлашылмаған текстар осрағанда ҡабат урыҫ теленә күсереп, сағыштырып ҡарайым. Телдәр исемлеген күргән һайын “эх, башҡорт теле лә булһа икән” тип хыяллана торғайным.
Нижневартовск ҡалаһында тыуып үҫкән башҡорт егете, күп сит телдәрҙе белгән уҡытыусы Салауат Әбсәләмовтың 2009 йылда Искәндәр Сәйетбатталов, Марсель Урманшин, Айрат Шәмиғоловтар менән ошо проектты башлап ебәреүе тураһында гәзиттә яҙғайныҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәржемәләү төрлө сәбәптәр арҡаһында 2011 йылда туҡтап ҡалды.
Боҙҙоң урынынан ҡуҙғалыу тарихы шулай булды: быйыл ҡыш Силәбе ҡалаһынан шиғриәт һөйөүселәргә исеме таныш Айҙар Ишбирҙиндан хат алдым. “VK-ла ни өсөн беҙҙең башҡорт теле генә юҡ ул? Павел Дуровтың үҙенән һорап хат яҙайым тиһәм, шәхси хәбәр ебәреп булмай, диуарын бикләгән”, — тип яҙғайны ул. “Башҡорт телен ҡәҙерләйек!” төркөмөнә Айҙарҙың хаты менән ошо сайттағы телдәрҙең исемлеген дә ҡуйҙыҡ. Күптәр “Миңә оҡшай” тип билдәләне, ләкин яуап яҙыусы, кәңәш биреүсе табылманы. Ысынлап та, туған телебеҙҙең сайтта ошоғаса булмауы ғәжәпләнерлек хәл ине.
Яҙғыһын Сибай ҡалаһынан Ишбулды уҙаман Әбйәлилов: “Башҡорт теле булмайынса тороп, башҡаса “VK”-ға инмәйәсәкмен”, — тип диуарына яҙып, үҙенең сәхифәһен ябып ҡуйҙы. Халыҡ фекерен белер өсөн был хәбәрҙе лә төркөм хөкөмөнә сығарҙыҡ. Мәскәүҙәге веб-дизайнер, яҡташыбыҙ Илдар Кинйәбулатовҡа ошо яҙманы ебәргәс, ул шунда уҡ ҡыҙыҡһынып эшкә тотондо, VK.com селтәре идарасылары менән бәйләнешкә инде, Салауат Әбсәләмовты эҙләп тапты, тәржемәселәр төркөмөн туплай башланы.
Проект алты йыл эшләнде тиһәк тә, дүрт ай эсендә генә уның иң ҙур, төп өлөшө тормошҡа атҡарылды. Йәйге ял мәлдәренә тап килеүгә ҡарамаҫтан, ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә 15 меңдән ашыу һүҙ башҡортсаға тәржемә ителде, 2 мең текст яңынан төҙәтелде. Һәм, ниһайәт, сайт башҡортсалаштырылды! Уның нәҡ 11 октябрҙә — Республика көнөндә файҙаланыуға тапшырылыуы “VK” селтәрен ҡулланыусыларға үҙенә күрә бүләк булды.
Проект тапшырылды, әммә бының менән эш тамамланмай әле. Көн һайын тиерлек яңы тәржемәләр өҫтәлеп тора. Шулай уҡ, халыҡ фекерен иҫәпкә алып, интерфейстағы хаталарҙы төҙәтеү дауам итә. Милләттәштәребеҙҙең битараф ҡалмауы, үҙҙәренең фекерҙәрен, теләктәрен ихлас яҙыуы, хаталар тураһында хәбәр итеүе беҙҙе айырыуса шатландыра. Артабан да сайтта үҙегеҙ тапҡан хаталар тураһында http://vk.com/vkbashkort берләшмәһенең фекер алышыуҙарҙағы Багтрекер бүлегенә яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ. Шулай бергәләп эшләһәк кенә, “Бәйләнештә” ижтимағи селтәре саф башҡортса юғары кимәлдә булыр.
Беҙҙең күбебеҙ бындай проектта тәүгә ҡатнашты, тәжрибә етеңкерәмәй ине. Башҡортса Интернет терминологияһы буйынса ғилми хеҙмәттәр яҙылмаған, әҙер тәржемәләр ҙә юҡ. Сит һүҙҙәр менән туған телде ныҡ сүпләргә ярамай, шул уҡ ваҡытта интерфейс файҙаланыусыларға аңлайышлы ла булырға тейеш. Башҡорт теленең һүҙ байлығын, моңон, милли үҙенсәлеген дә һаҡларға кәрәк. Ысынлап та, алтын урталыҡты табыу еңел түгел. Эштән һуң, хатта ял һәм байрам көндәрендә лә терминдар, ҡатмарлы текстар буйынса фекер алышыуҙар, ҡыҙыу бәхәстәр төнгә тиклем барҙы. Тәржемәселәребеҙ үҙҙәре теләп, проект өсөн янып эшләне. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм ихтирамға лайыҡ тип иҫәпләйем.
Терминология буйынса йәмәғәт башланғысында эшләгән кәңәшсебеҙ, ғалим Зиннур Әмир улы Сиражитдиновҡа оло рәхмәтлебеҙ. Бал ҡортондай уңған тәржемәселәребеҙҙе лә атап үтмәү мөмкин түгел. Танылған яҙыусылар, баш кәңәшселәребеҙ Гүзәл Ситдиҡова, Мәүлит Ямалетдинов, Башҡорт Википедияһының хакимы Рөстәм Нурыевтарһыҙ проектты күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Улар ысын мәғәнәһендә төп терәгебеҙ һәм рухландырыусыларыбыҙ булды. Төп төркөм тәржемәселәренән мәғариф хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, программистар Әлфиә Әбделмәнова, Гүзәл Кәримова, Морат Солтанов, Айҙар Янышев, Рәфил Дәүләтбирҙиндарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Проект уртаһында ҡушылған икенсе төркөмдән уҡытыусылар Алһыу Мәғәфүрова, Гөлдәр Камалова, тарихсы Азат Ярмуллин, журналистар Әлфиә Аҡбутина, Лариса Абдуллина, Мотал Рәмов, Гөлсәриә Әбилева, Баныу Ҡаһарманова, Светлана Насирова, Гүзәлиә Балтабаева, Айгөл Арыҫланбәкова, тәржемәсе Тәнзилә Ишкина, йәштәр Иҙел Үтәбаев, Айһылыу Борханова, Рәфис Ҡойбағаровтар проектты башҡортсалаштырыу өсөн ихлас тырышты. Нәҡ егәрле тәржемәселәребеҙҙең хеҙмәте арҡаһында хәҙер “Бәйләнештә” селтәрендә рәхәтләнеп башҡортса аралаша алабыҙ.
Дөрөҫөн әйткәндә, ярҙам итергә теләүсе һөнәри тәржемәселәребеҙ аҙ булды, туған тел һағында торорға тейешле тел белгестәренең, йәш ғалимдарыбыҙҙың проектта ҡатнашмауы, ситтә тороп ҡалыуы — хафаға һалырлыҡ хәл... “Мәктәптәр күпләп ябыла, телебеҙ бөтөп бара” тип зарланыу менән генә эш алға китмәй. Хәҙерге Интернет заманында һәр өлкәлә туған телебеҙҙе ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, йәш быуында уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеү, башҡорт телен үҙ-ара иркен аралашыу сараһы итеү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк. “VK” сайтын сыуаш теленә тәржемәләү Сыуашстан Хөкүмәте ярҙамында башҡарылған, ә беҙ әлеге ваҡытта был турала хыяллана ла алмайбыҙ... Аҫаба халыҡ булып та, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға, талап итергә ҡыйынһынабыҙ, ҡурҡабыҙ.
Республиканан ситтәге ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ: “Башҡортса сайтты тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәләме тип ҡабул иттек”, — тип шатланып яҙа икән, тимәк, бындай проекттарҙы артабан да дауам итергә тейешбеҙ. Гәзит уҡыусылар, телһөйәр милләттәштәр! Башҡорт теле буйынса тағы ла яңы проекттар башланасаҡ. Һеҙҙе әүҙем ҡушылырға саҡырабыҙ. Әгәр беҙ эшләмәһәк, кем тотонор һуң?..
Флүрә СОЛТАНОВА.

Әлфиә АҠБУТИНА, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире урынбаҫары:
— “Компьютер технологиялары” тигән икһеҙ-сикһеҙ донъя инглиз телендә “һөйләшә”, шуға уның терминологияһын тәржемә иткәндә башҡа телдәр инглиз теленең йоғонтоһонан азат була алмай. Урыҫ теленә лә улар күпләп ингән. Беҙҙең тәржемәселәр бындай һүҙҙәргә башҡортса алмаш табырға тырышты. Тәржемә ителгән текстар, әлбиттә, терминдарҙан ғына тормай, уларҙа киң ҡулланылыштағы һүҙҙәр ҙә күп осраны. Был, үҙ сиратында, терминдарҙы һәм термин булмаған һүҙҙәрҙе аныҡ айырыу зарурлығын тыуҙырҙы. Иң мөһиме шул: ижтимағи селтәрҙең интерфейсын тәржемәләү башҡорт теле терминологияһында яңы тармаҡҡа нигеҙ һалды.

Светлана НАСИРОВА, журналист:
— Интернет — ул виртуаль мөхит. Ҡала урамдарында, йәғни урам мөхитендә үҙ телебеҙҙә аралашыуға ихтыяж юҡ, хатта төҫ-ҡиәфәте менән үҙ халҡыбыҙға оҡшаған кешеләргә лә беҙ урыҫ телендә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ә виртуаль донъяла был йәһәттән хәл еңелерәк, сөнки диуарҙағы яңылыҡтар аша кемдең ҡайһы телдә аралашҡанын аңлайбыҙ (дуҫтарыбыҙ исемлегенә индерһәк тә, ҡайһы бер кешеләрҙе яҡындан белмәйбеҙ бит). Сәхифәһенә күҙ һалып ҡына ла, ете ят кеше менән үҙ телебеҙҙә аралашыуға күсергә мөмкин. Миңә ҡайһы саҡта Интернет тотош башҡорт теленән генә торған кеүек тойола. Һәм был күңелгә әйтеп бөткөһөҙ кинәнес килтерә! Йәш быуындың да тормошо үҙе булдырған мөхиткә бәйле тип уйлайым.

Рөстәм НУРЫЕВ, “Бәйләнештә” селтәрен тәржемәләүселәр төркөмөнөң баш кәңәшсеһе, тәржемәсе:
— Урыҫ теле аша тәржемә итеү беҙҙең ҡанға шул тиклем ныҡ һеңгән. Ә ни өсөн үҙебеҙҙең төрки телле туғандар аша тәржемәләмәйбеҙ һуң!? Былай ҙа “Күнегелгән. Шулай ҡалһын. Сит телдән һүҙҙәр үҙгәртелмәй ҡабул ителһен” тигән тәғлимәт менән йәшәү арҡаһында башҡорт теле хәҙер ЮНЕСКО-ның “Юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр исемлеге”ндә.
Эйе, был эштә беҙгә бик һаҡ булыу һәм мөмкин тиклем алтын урталыҡты табыу кәрәк. Махсус терминология комиссияһы тиҙерәк ҡарар ҡабул итергә тырыша, сөнки уларҙы ваҡыт ҡыҫа. Ә беҙҙе бит VK.com сайтын тәржемәләүҙә береһе лә ҡыумай. Төп маҡсатыбыҙ — туған телде йәшәтеү һәм йәшәртеү. Әйткәндәй, тел белгестәре Интернетты күҙәтә һәм яңы башҡорт һүҙҙәрен “сүпләй”. Ул турала минең үҙемә әйткәндәре лә булды.
Рәхмәт әүҙем тәржемәселәргә! Башҡорт телен донъя кимәленә сығарырға ихлас тырыштығыҙ, һеҙҙең менән рух күтәрелә. Ошондай арҡаҙаштар яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик кәрәк. Афарин!
Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың был һүҙҙәре беҙгә — изге аманат. Башҡорт телен бар доньяға яңғыратырға тейешбеҙ!

Гүзәл СИТДИҠОВА, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре:
— Матур йәйебеҙ гөрләп, татлы емештәрен ҡалдырып үтеп тә китте. Баҡсаларҙа, урман-ҡырҙарҙа ғына түгел, хатта виртуаль донъяла ла: Республикабыҙ көнөндә Интернеттағы VK.com селтәренең башҡортса бик матур “кейемен” күреү бәхетенә өлгәштек. Бер төркөм тәржемәсе бынан алты йыл элек башланып, һүрелеп ҡалған “халыҡ проекты”н — сайттың интерфейсын башҡорт теленә тәржемә итеү эшен — тамамлап ҡуйҙы.
Бынан шатлыҡ кисереүселәр ҙә, йөҙ һытыусылар ҙа, “кемгә кәрәк ул” тиеүселәр ҙә бар. Кемгә кәрәк ул, тигәндән, мин хатта бер тиҫтә генә кеше ҡулланыр тәржемәгә лә һис шикләнмәй тотонор инем — башҡорт теле Интернетта ҡулланыла икән, ул йәшәйәсәк!
Бөгөнгө технологик төшөнсәләрҙе әллә ни ҡатмарлыҡһыҙ тәржемә итергә мөмкинлек биргән телдең заман менән бергә атлауы, ҡеүәтле икәне күренеп тора. Шуны иҫбатлар өсөн генә лә быға тотоноу кәрәк ине. Интернет зарарлы ул, уны пропагандаларға түгел, тыйырға кәрәк, тиеүселәр ҙә бар. Беләһегеҙме, хатта саф шишмә һыуын да самаһыҙ эсеү зарарлы!
Минең теләгем — Интернетта туған телебеҙҙә файҙалы, рухи яҡтан үҫтерерлек, тәрбиә бирерлек, мәғлүмәти йәһәттән бай төркөмдәрҙе, сайттарҙы мөмкин тиклем күбәйтеү, Википедияның башҡортсаһын тағы ла яңыртыу. Ғөмүмән, виртуаль киңлектә башҡорт теленә ни тиклем күберәк майҙан яулаһаҡ, киләсәгебеҙ шул тиклем өмөтлөрәк тип уйлайым.

Гөлсәриә ӘБИЛЕВА, журналист:
— Балаларым мәктәптә башҡорт кластарында уҡыны. Бер саҡ шулай кеҫә телефондары киң тарала башлағас, хайран ҡалдым: улар дуҫтары менән “привет” тип иҫәнләшә. Йәштәрсә, заманса һөйләшһәләр була инде. Башҡортса иҫәнләшкәндә “сәләм”, һөйләшеп бөткәс “пока” урынына “ярай, хуш” тип әйтеп өйрәтергә тура килгәйне. Бик тиҙ модаға инеп китте дуҫтары араһында беҙ артыҡ иғтибар итмәгән ошо ябай һүҙҙәр.
Бына шуның кеүек “Бәйләнештә” сайтын башҡортсаға тәржемә итеү ҙә кемдәргәлер оло эш кеүек күренмәгәндәр, әммә ул бик мөһим. Компьютер артына ултырған һайын балаларыбыҙ ҡыҙыҡһынып булһа ла инеп сығыр, телдәр исемлегендә үҙ милләтен күреп, ҡыуаныр, күңеле үҫер, дәрте уяныр. Күҙ күрһә, тел өйрәнә ул. Бындай эшкә күңелендә киләсәге өсөн осҡон йөрөткәндәр, башҡаларға ла сатҡылар таратырға теләге булғандар тотона. Тәржемәселәр, афарин, икһеҙ-сикһеҙ даръяны кисеп сыға алды.

Әлфиә ӘБДЕЛМӘНОВА, селтәрҙең төп төркөмө тәржемәсеһе:
— Проект барышында тәржемәне ярым урыҫса, ярым башҡортса түгел, ә берәгәйле һәм сифатлы итеп эшләргә, һирәк ҡулланылышта булған һүҙҙәрҙе һәм яңыларын да индерергә тырыштыҡ. Яйлап өйрәнелә ул. Гәзиттәргә онотолоуға дусар булған башҡорт һүҙҙәре ингән саҡта күҙебеҙ дүрт булғаны хәтерҙә. Хәҙер иҡтисад, сәйәсәт һ.б. “яңы һүҙҙәр” телмәребеҙҙең айырылмаҫ өлөшөнә әйләнде.
Тәржемә бер яҡлы ғына булырға тейеш түгел ине, терминдар буйынса фекер алышыу, ҡыҙыу бәхәстәр барҙы. Әлбиттә, еңел-елпе генә, йәғни ҡайҙа татарҙан, ҡайҙа мариҙан, ҡайҙа урыҫтан алып, тиҙ генә тәржемә итергә лә мөмкин. Ләкин беҙ тормошсан тәржемә яҡлы булдыҡ. Ошо хәҡиҡәтте иҫтән сығарырға хаҡыбыҙ юҡ: иң беренсе сиратта туған тел ҡиммәттәрен юғалтмаҫҡа, ошо киң танылған селтәр аша ҡыҙыҡһыныу уятып, балаларҙы, йәштәрҙе Интернет аша башҡорт теленә йәлеп итергә тейешбеҙ. “Бәйләнештә”нең тәржемәселәре — тарихҡа күпер һалыусылар тип һанайым. Ҡайыша-бәхәсләшә туған телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға тырышыуыбыҙ. Башҡорт теленең бер телдән дә кәм түгел икәнен онотмаҫҡа һәм уның йотолоуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Өсөнсөнән, хәҙер — технологиялар заманы. Беҙҙең башҡорт теле һаҡланһын, Интернет селтәрендә лайыҡлы урын алһын өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Рөстәм Шакирйән улы Нурыев был хаҡта бик шәп фекер әйткәйне: “Интернет ул — донъя урамы. Урамға сығып, тел тип ҡысҡырып йөрөргә түгел, ә бергәләп туған телебеҙҙе донъя кимәлендә танытыу менән шөғөлләнергә кәрәк”. Хаҡ һүҙҙәр!

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН, шағир, яҙыусы, тәржемәсе:
ШАҢДАУ

Бәғзе берәү теле менән ҡуша
Динен һатҡан саҡта, көнөм, тип,
Илкәйем, тип иләҫләнде күңел,
Телгеләнде йәнем, телем, тип.

Тыуған илем әгәр йәйә булһа,
Атам-әсәм теле — осҡор уҡ.
Янһыҙ уҡтан файҙа булмағандай,
Уҡһыҙ йәйәнән дә толҡа юҡ.

Әлмисаҡтан бында милләтемдең
Барыр ере, батыр күлдәре;
Урал таштарына һеңгән хатта
Башҡорт моңо, башҡорт телмәре.

Илкәйем, тип иләҫләнһә күңел,
Телгеләнһә йәнем, телем, тип,
Урал ҡаяһынан шаңдау килә:
“Илдән, телдән яҙыу — үлем!..” — тип.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы:
— Киң танылған VK.com селтәрен һәм, ғөмүмән, Интернетты башҡортлаштырыуҙы туған телебеҙҙе ҡулланыу даирәһен яңы кимәлгә күтәреүсе эштәрҙең береһе тип иҫәпләйем. Иң мөһиме — милләттәштәр үҙҙәре ошо эшкә битараф булмаҫҡа тейеш. Туған телде һаҡлау өсөн ҙур көс талап ителмәй, башҡортса һөйләшергә, яҙышырға, аралашырға ғына кәрәк. Интернет донъяһы, шул иҫәптән башҡортса “Бәйләнештә” селтәре үҙебеҙсә аралашыу, һәр кемгә телен байытыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мохтаждарҙың тын алышын тойоп…

Мохтаждарҙың тын алышын тойоп… 16.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар өсөн...

Тотош уҡырға 43

Өй туйлауҙар туҡтамаясаҡ әле...

Өй туйлауҙар туҡтамаясаҡ әле... 16.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Төбәктә авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы уңышлы эшләй. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү,...

Тотош уҡырға 32

Халыҡ һаулығы – ил байлығы

Халыҡ һаулығы – ил байлығы 15.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә оператив...

Тотош уҡырға 57

Кризис үҙәге асылды

Кризис үҙәге асылды 10.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Ауырғазы районында ауыр хәлгә тарыған йөклө ҡатындарға һәм әсәләргә ярҙам күрһәтелә. Өйөндә...

Тотош уҡырға 40

Автобусмы, аҡсамы?

Автобусмы, аҡсамы? 05.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Киләһе йылдан Башҡортостанда ишле ғаиләләр 600-шәр мең һум аҡса алыуы ихтимал: “Газель”...

Тотош уҡырға 57

Эш хаҡына ҡарап һайларғамы,  күңелгә оҡшағанынмы?

Эш хаҡына ҡарап һайларғамы, күңелгә оҡшағанынмы? 02.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Хеҙмәт баҙарын аңлаған һәм әҙерләнгән кеше һәр саҡ урын таба. Мәшғүллек һәр заманда ла дәүләттә...

Тотош уҡырға 75

Ярҙамсы һәм таяныс

Ярҙамсы һәм таяныс 02.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөнгө йәмғиәттең үҫеше йәш быуындың тормошҡа ҡарашына ҙур йоғонто яһай. Сер түгел, проблемалы һәм...

Тотош уҡырға 86

Уҡыусыларҙы ла пенсия ҡыҙыҡһындыра

Уҡыусыларҙы ла пенсия ҡыҙыҡһындыра 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Йәш саҡта кем пенсия хаҡында уйлана тиерһегеҙ? Бер кем дә көслө, матур сағында ҡартайырмын,...

Тотош уҡырға 62

Гүргә илтер бер йотом

Гүргә илтер бер йотом 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғүмерҙең бер генә икәнен оноталармы?.. Йыл һайын илебеҙҙә алкоголь һәм ялған араҡы менән...

Тотош уҡырға 73

Күңел йылыһы барыһына ла етә

Күңел йылыһы барыһына ла етә 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

– Медицина тикшеренеүе үтергә тип дауаханаға бер нисә тапҡыр барырға тура килде. Әмәлгә ҡалғандай,...

Тотош уҡырға 70

Ирекмәндәргә  тик ятырға ирек юҡ

Ирекмәндәргә тик ятырға ирек юҡ 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өкөнөң өлкәндәр тормошона ни ҡыҫылышы бар? Ғүмер буйы кеше араһында, хеҙмәттә янып-көйөп эшләгән...

Тотош уҡырға 66

Өйҙәребеҙ йылы булһын

Өйҙәребеҙ йылы булһын 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Төбәктәргә зәңгәр яғыулыҡ килә. Ауыл уртаһында йәшәгән бабайыма хәл белешергә индем. “Беҙҙең хәл...

Тотош уҡырға 58