Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылҡы йылына — “тимер ат”тарҙа!
Яңы йыл алдынан Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов эш урынында сәләмәтлеген юғалтҡан 15 кешегә өр-яңы Lада “Granta” машиналарының асҡысын тапшырҙы.
Ҡул менән идара ителеүсе автомобилдәр үтә уңайлы, улар ярҙамында хәҙерге заман шарттарына еңелерәк яраҡлашып буласаҡ. Иң мөһиме – машиналар бушлай бирелә. Производствола имгәнгән инвалидтарҙы социаль реабилитациялау йәһәтенән 2001 йылда ҡабул ителгән программаның төп маҡсаты ла шул. Ошо осорҙа 852 автомобиль хужаһын тапҡан, “тимер ат”тарҙың дөйөм хаҡы 115,8 миллион һум тәшкил иткән.
— Ҡарлуғасҡайым минең! Бына, исмаһам, машина! Иҫән-һау йөрөргә яҙһын, — тип ҡыуана Краснокама районынан килгән Николай Николаев, тәҙрә быялаһына ҡунған аҡ ҡар бөртөктәрен һепергеләп. Эш ваҡытында юл фажиғәһенә эләгеп, уң аяғын имгәткән һыу хужалығының проект төркөмө начальнигы 11 йылдан ашыу инде Фондтың хеҙмәттәренән файҙалана. Тәүге машинаны бынан ете йыл элек алған. “Фонд йөкләмәләрен һәр саҡ ваҡытында үтәй. Бер үтенесте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, ниндәй генә шифаханаларҙа ял итмәнем! Яңы йыл алдынан шундай ҙур бүләк алыу — бөтә ғаиләбеҙ өсөн дә оло байрам”, — тине Николай Викторович.
Автомобилдәрҙе йыйғанда буласаҡ хужаларҙың бөтә физиологик үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған, шуға күрә техника менән идара итеүҙә ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ, ти белгестәр. Тағы ла бер бүләк хужаһы, Салауат районында йәшәүсе Алик Низаметдинов менән танышабыҙ. Бынан 33 йыл элек ул урып йыйыу мәлендә бәхетһеҙлеккә тарыған. Бөгөн Алик Айрат улы инвалидтарҙың Бөтә Рәсәй йәмғиәте ағзаһы, теннис, еңел атлетика буйынса ойошторолған ярыштарҙа ҡатнаша, спорт туризмы менән шөғөлләнә.
— Бәләгә тарығандан һуң мине яңғыҙ ҡалдырманылар. Фонд хеҙмәткәрҙәренең хәстәрлегенә рәхмәтлемен. Страховка түләүҙәрен алам, протездар, махсус аяҡ кейемдәре бирәләр. Быныһы — икенсе машинам, дөрөҫөн әйткәндә, бындай яҡшы автомобилгә өмөт итмәгәйнем, — тине Алик Айрат улы.
Машиналарҙы файҙаланыу осоро – ете йыл. 15 машина хужаһының алтауһы уны икенсе тапҡырға алды. Ошо ваҡыт эсендә Фонд иҫәбенә техникаға бер тапҡыр капиталь ремонт яһарға, квартал һайын машинаны хеҙмәтләндереүгә, яғыулыҡ-майлау материалдарына киткән сығымдарҙың аҡсалата ҡайтармаһын алырға мөмкин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Дарыу өсөн аҡсаны ҡайтарасаҡтар

Дарыу өсөн аҡсаны ҡайтарасаҡтар 19.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Стәрлетамаҡ ҡала прокуратураһы судта икенсе төркөм инвалидының бушлай дауаланыуға хоҡуғын яҡлап,...

Тотош уҡырға 19

Был проблема хәл ителәсәк

Был проблема хәл ителәсәк 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһындағы 35-се...

Тотош уҡырға 52

Туймазыла балалар поликлиникаһы асыласаҡ

Туймазыла балалар поликлиникаһы асыласаҡ 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Туймазы ҡалаһында сменаһына 300 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамлана....

Тотош уҡырға 56

Туймазы районындағы эсәр һыу мәсьәләһен айырым кәңәшмәлә тикшерәсәктәр

Туймазы районындағы эсәр һыу мәсьәләһен айырым кәңәшмәлә тикшерәсәктәр 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Иҫке Туймазы һәм Ғәфүр ауылдары халҡын борсоған төп проблема - эсәр һыуҙың сифаты насар булыу. Ул...

Тотош уҡырға 50

Яңы үҙәк асырға ниәтләйҙәр

Яңы үҙәк асырға ниәтләйҙәр 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республикала Ҡала мөхите мәсьәләләре буйынса компетенциялар үҙәген асыу планлаштырыла....

Тотош уҡырға 39

Медицина белгестәрен дәртләндереүгә – 125 миллион һум

Медицина белгестәрен дәртләндереүгә – 125 миллион һум 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда уҙған “Сәләмәтлек сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бик кәрәкле медицина...

Тотош уҡырға 34

Пособие тураһындағы хәбәр – ялған

Пособие тураһындағы хәбәр – ялған 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә эшләп йөрөгән граждандар телефонына 115 мең һум пособие түләү тураһындағы хәбәр килә....

Тотош уҡырға 67

Алданғандарға бушлай ярҙам

Алданғандарға бушлай ярҙам 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһының айырым...

Тотош уҡырға 43

Лилиә Ғүмәрова – әсәлек йыйынында

Лилиә Ғүмәрова – әсәлек йыйынында 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары,...

Тотош уҡырға 36

Балалар пособиеһы кемдәргә һәм нисек түләнә?

Балалар пособиеһы кемдәргә һәм нисек түләнә? 15.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Быйыл 1 ғинуарҙан Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ике өр-яңы социаль ярҙам сараһы барлыҡҡа килде....

Тотош уҡырға 112

“Миловка паркы”нда мәктәп төҙөлә

“Миловка паркы”нда мәктәп төҙөлә 14.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфө районындағы “Миловка паркы” торлаҡ комплексында республика бюджеты аҡсаһына 1225 урынлыҡ дүрт...

Тотош уҡырға 62

Төбәк тормошона яңы биҙәк

Төбәк тормошона яңы биҙәк 14.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республикабыҙҙың 100 йыллығына ҡарата төҙөлгән юбилей объекттары һәр төбәктә бар. Улар барыһы ла...

Тотош уҡырға 51