Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр тыныс таң — үҙе ҡыуаныс
Һәр тыныс таң — үҙе ҡыуаныс
Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарының бурыстары ниндәй бөгөн? Ошо хаҡта тулыраҡ белеү өсөн Илгиз Сафый улы ТЕЛӘҮБАЕВ менән фекер алыштыҡ, эш көнөн нисек планлаштырыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Хакимиәт башлығы урынбаҫарының эш көнө, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙән айырмалы, алдараҡ, иртәнге сәғәт 8-ҙә үк башлана. Яуаплы вазифалағы етәксенең ҡайһы саҡ таңғы сәғәт 6-ла уҡ аяғөҫтө булыуы ғәжәпләндермәй. Донъя булғас, ниндәй генә көтөлмәгән хәлдең килеп сығыуы мөмкин! Шуға күрә бөтә район халҡы өсөн өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алған етәксегә тәүлектең 24 сәғәтендә лә уяулыҡты юғалтмаҫҡа, төрлө хәлдәргә әҙер булырға тура килә.
Иртәнге дөйөм кәңәшмәнән һуң Илгиз Сафый улы социаль өлкәгә ҡараған учреждение етәкселәрен үҙ кабинетына йыйҙы. Ситтән ҡарап, күҙәтеп ултырған кешегә урынбаҫарҙың ни тиклем аныҡ фекерле, теүәл булыуы, кешеләр менән дөрөҫ мөғәмәлә итеүе көҙгөләгеләй сағыла. Был юлы ла Илгиз Теләүбаев һәр учреждениелағы яңылыҡтар, хәл итәһе мәсьәләләр менән яҡындан танышты, кәрәкле урында кәңәштәр бирҙе, етди талаптар ҡуйҙы.
Һәр саҡ ыҫпай кейенгән, абруйы менән иғтибарҙы йәлеп иткән етәксене күптәрҙең башҡаларға күрһәтмә биреп, сараларҙа сығыш яһап, ҡотлау һүҙҙәре еткереп, сәскә гөлләмәләре йә иһә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып йөрөй тип күҙ алдына килтереүе бар. Төп бурыстарҙың үтәлеше халыҡҡа күренмәй ҡалыуын һәр кем аңлап та етмәйҙер.
Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары халыҡҡа иң яҡын власть вәкиленең береһелер, моғайын. Шулай булыуы төрлө мәсьәләләр менән мөрәжәғәт иткәндәрҙең күплегенән дә асыҡ күренә. Ошо сәбәпле, Илгиз Сафый улы менән иркенләп һөйләшеп алыу форсаты ла юҡҡа сыҡты, сөнки етәксенең төшкө ашҡа тиклем ҡалған ваҡыты халыҡты ҡабул итеү менән үтте. Тәүге булып ингән йәш белгес һөнәре буйынса эш таба алмауына зарланды. Торлаҡ, шәхси мәсьәләләр, инвалидтарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса мөрәжәғәттәр ҙә күп булды. Һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡытыу-етештереү предприятиеһы вәкилдәре иһә үҙ биҫтәләрендә транспорттың тыйылған урынға ҡуйылыуына, урамдарҙың таҙартылмауына, күпер яндауырының насар булыуына дәғүә белдерҙе. Илгиз Сафый улы был мәсьәләләр буйынса яуаплы етәкселәр менән һөйләшеп, хәлде яйға һалырға ҡушты һәм йома көндө күперҙең йүнәтелеүен үҙе барып тикшерәсәген белдерҙе.
Ваҡыт тарлығына ҡарамай, кешенең алыҫтан килеүен иҫәпкә алып, етәксе алдан яҙылмағандарҙың үтенесен дә иғтибар менән тыңланы, һәр береһенә ваҡыт бүлде. Көн дауамында беренсе урынбаҫарға ябай халыҡ ҡына түгел, ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәктәп директорҙары һәм башҡа кимәлдәге етәкселәр ҙә йомоштары менән инеп-сығып торҙо. Шул арала бер туҡтауһыҙ шылтыраған телефонға яуап бирергә лә, ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерергә лә тура килде.
Төштән һуң Илгиз Сафый улы дауахана ҡаласығындағы операция блогында барған ремонт эше менән яҡындан танышты. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә баш табип Евгений Кустов менән был өлкәгә ҡағылышлы әллә күпме мәсьәләне ҡарап, уларға аныҡлыҡ индерергә лә өлгөрҙө. Юл ыңғайында биләмәһен таҙартырға вәғәҙә биргән етәкселәрҙең үҙ һүҙендә нисек тороуын тикшерҙе.
Ҡаланың 21-се мәктәбенә һуғылған етәксене мәктәп директоры Владимир Кривоус ҡаршы алды. Баҡһаң, Илгиз Сафый улы үҙенең тәүге хеҙмәт юлын нәҡ ошонда тарих уҡытыусыһы булып башлаған икән. Үткәндәрҙе һағынып иҫкә алғандан һуң директор ҡасандыр Илгиз Сафый улы эшләгән тарих кабинетына саҡырҙы. 22 йыл үтһә лә, уҡытыусының ағас менән көпләп киткән стеналары бөгөн дә кабинетты биҙәп тора.
Юл ыңғайында Илгиз Сафый улының шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ул Бөрйән районының Нәби ауылында Фәүзиә менән Сафый Теләүбаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһенең кескәй саҡтан хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтергәнен матур хәтирәләр менән иҫкә ала Илгиз Сафый улы. III класта уҡығанда уҡ колхозға күбә тарттырып, 162 һум аҡса эшләй. Ошо аҡсаның 15 һумына күптән хыял иткән велосипед алдырта, ҡалғанын әсәһенә бирә. 1 сентябрҙә — Белем көнөндә — мәктәп директоры бөтә уҡыусылар алдында, үҫмерҙең йәй буйына колхозға ярҙамлашыуын өлгө итеп ҡуйып, Маҡтау ҡағыҙы тапшыра. Нәҡ ошо ваҡытта Илгиз хеҙмәттең ни тиклем оло әһәмиәткә эйә булыуын аңлай һәм туған колхозы өсөн һәр саҡ шулай тырышып эшләргә һүҙ бирә.
Мәктәпте тамамлап, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында бер йыл уҡығандан һуң, Совет Армияһына хеҙмәткә китә. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Тырыш, өлгөлө студент була ул. Юғары белем алғас, Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбендә уҡытыусы, район хакимиәтенең йәштәр эше бүлегенең I класлы белгесе, мәҙәниәт идаралығы начальнигы һәм эштәр идарасыһы вазифаларын атҡара. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын тамамлай. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙ бурысын еренә еткереп башҡарған, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән һәм халыҡтың проблемаларына битараф булмаған егетте етәкселек тә күҙ уңынан ысҡындырмай. 2005 йылда уның иңенә тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелә — район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Илгиз Сафый улы абруйлы етәксе генә түгел, бынамын тигән өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ул тормош иптәше, үҙенең иң яҡын терәк-таянысы Гөләйшә Сабир ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләй.
Социаль өлкәнең иң мөһим тармаҡтарының береһе – үҙидаралыҡ органдары. Ошо ике идара итеү өлкәһенең хеҙмәттәшлеге генә район һәм ҡала халҡының иҡтисади, социаль һәм хатта сәйәси хәлен, биләмәләрҙең төҙөклөгөн, тотороҡлолоғон тәьмин итә ала.
— Кәңәшләшеп, килешеп эшләү һәм быуындар күсәгилешлелеге принцибына ҡоролған мөнәсәбәттәр булдырыу ғына ҙур уңыштарға килтерә. Бөгөн урындағы хакимиәттәрҙә тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһы булған башлыҡтар етәкселек итә, — ти Илгиз Теләүбаев.
Етәксенең артабанғы эш ваҡыты документтар тикшереү, кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыу, төрлө осрашыуҙар, кәңәшмәләр үткәреүҙе планлаштырыу менән дауам итте һәм киске сәғәт туғыҙынсы яртыла ғына тамамланды. Әлбиттә, хакимиәт бинаһынан өйгә ҡайтып китеү генә уның иңендәге яуаплылыҡты алып ташламай. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында шылтыратыуҙарға, көтөлмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә әҙер булырға, киләһе көнгә эштәрҙе барларға, көн тәртибен билдәләргә лә кәрәк буласаҡ әле.
Ә бит уға был вазифанан тыш, тағы ла әллә күпме бурыс йөкмәтелгән. Район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе итеп тәғәйенләнеүе генә лә халыҡ тарафынан уға ни тиклем ҙур ышаныс белдерелеүен күрһәтә. Милләтебеҙҙең бөгөнгөһөн, киләсәген ҡурсалау, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, еребеҙҙе яҡлау һәм һаҡлау, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү өсөн янған етәксегә бихисап бурысты атҡарып сығырға тура килә. Белорет районының республикала иң ҙурҙарҙан булыуын иҫәпкә алһаҡ, эш күләмен дә яҡшы самаларға мөмкин. Шулай ҙа һәләтле етәксе барыһына ла өлгөрөргә, заман менән бергә атлап, уртаҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә, халыҡ өсөн эшләргә тырыша.


Ҡыҫҡа һорау — ҡыҫҡа яуап

— Кешелә иң оҡшаған сифат?
– Кешелеклелек. Олоно — оло, кесене кесе итә белеү.
— Ә иң оҡшамағаны?
— Алдашыу.
— Тормош девизығыҙ?
— Алға һәм алға!
— Хыялығыҙ?
— Бәхетле ҡартлыҡ кисереп, балалар, ейәндәр ҡыуанысын күреү.
— Яратҡан шөғөлөгөҙ?
— Ҡурайҙа уйнау. Был ҡәнәғәтлек тойғоһо ғына бирмәй, һаулыҡ һәм матур тәрбиә өсөн дә файҙалы.
— Яратҡан ризығығыҙ?
— Балыҡ аштары.
— Хәтерегеҙҙә ниндәй матур ваҡиғаны һаҡлайһығыҙ?
— Тормош иптәшем Гөләйшә Сабир ҡыҙының тыуған яғы Ырымбур өлкәһенә барып, ата-әсә фатихаһын алыу.
— Етәксене нимә борсой?
— Ҡайһы бер мәсьәләне хәл итеүгә ҙур көс һалып та, уның осона сыға алмау.
— Нимә ҡыуандыра?
— Тыныс атҡан һәр таң, эргәңдә тоғро тормош иптәшең, ҙур өмөттәр бағлаған ҡыҙҙарым, күңел биреп башҡарған эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем булыуы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бушҡа ...автомобиль!?

Бушҡа ...автомобиль!? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ....

Тотош уҡырға 42

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә....

Тотош уҡырға 37

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Тыныс тормошта йәшәһәк тә, яу яланындағы кеүек, кешеләр ғүмере өҙөлә. Ошо йылдың ун айында ғына...

Тотош уҡырға 29

Модулле ФАП-тар “мода”ла

Модулле ФАП-тар “мода”ла 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Балтас районында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тутағас халҡы тәүге медицина ярҙамы...

Тотош уҡырға 30

Эшкә килгәндәргә — торлаҡ

Эшкә килгәндәргә — торлаҡ 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районына эшкә килгән табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр, шулай уҡ махсус ярҙам...

Тотош уҡырға 28

Маҡсатлы белем алыусыларҙы штраф ҡурҡытмаҫмы?

Маҡсатлы белем алыусыларҙы штраф ҡурҡытмаҫмы? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ауыл ерендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ икәнен күптән беләбеҙ. Ни өсөн университет бөтөп,...

Тотош уҡырға 30

Яңы йылға ҙур бүләк

Яңы йылға ҙур бүләк 09.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел....

Тотош уҡырға 61

Урыҫбайҙа - социаль-мәҙәни үҙәк

Урыҫбайҙа - социаль-мәҙәни үҙәк 09.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Хәйбулла районының Урыҫбай ауылында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты...

Тотош уҡырға 47

Ун кеше бушлай фатир алды

Ун кеше бушлай фатир алды 09.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Мәләүез ҡалаһының Ленин урамындағы 18-се йортта күптән түгел ун кешегә фатир асҡысы тапшырҙылар....

Тотош уҡырға 129

“Һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу”

“Һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу” 07.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Сираттағы “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә Радий Хәбиров власть алдына ошондай уртаҡ бурыс ҡуйҙы. 1 – 6...

Тотош уҡырға 56

Фельшерҙарға яңы вәкәләт бирелә

Фельшерҙарға яңы вәкәләт бирелә 07.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бер...

Тотош уҡырға 86

Ауыл ерендә эшләнеңме? Пенсияға өҫтәмә ал!

Ауыл ерендә эшләнеңме? Пенсияға өҫтәмә ал! 06.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы 2019 йылдан ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия алған ауыл эшсәненә билдәләнгән түләмдең 25...

Тотош уҡырға 134