“Йәйғор” ҡуйынында

16.02.2012 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
“Йәйғор” ҡуйынындаБаҡалы районында “Йәйғор” балалар баҡсаһының филиалы асылыуы ата-әсәләр өсөн ифрат шатлыҡлы ваҡиға булды. Бында кесе йәштәге 20 бала тәрбиәләнәсәк.
Учреждениены яңыртыуға “Коммунхоз” предприятиеһы, райондың электр селтәре, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре күп көс һалған: бинаның түбәһе яңыртылған, канализация системаһы монтажланған, балалар баҡсаһына ингән ергә һәм ихатаға асфальт түшәлгән, бүлмәләр зауыҡ менән, заманса йыһазландырылған. Карауат, шкаф, өҫтәл, уйынсыҡтар һатып алырға бағыусылар ярҙам күрһәткән.
“Йәйғор”ҙоң филиалын асыу балалар баҡсаһына мохтажлыҡ мәсьәләһен бер аҙ кәметте. Бында һигеҙ урынлыҡ шәхси төркөм дә бар. Ошолай үҙ эшен асырға теләүселәр тағы ла табылыр, моғайын. Район хакимиәте был йәһәттән ярҙам итергә әҙер.
Лира ГӘРӘЕВА.

 
 
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ