Эскән килеш юлға сыҡһаң…

30-06-2015, 21:19 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
1 июлдән Рәсәйҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр көсөнә инә.

Иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн ҡаты яза бирелә. Тәүге тапҡыр иҫерек водителгә ҙур күләмдә штраф һалына, таныҡлығы тартып алына. Тәртип боҙоу ҡабатланған осраҡта, ул кәмендә ике йылға иркенән мәхрүм ителә. Иҫерек водитель тарафынан ҡылынған юл фажиғәһендә ҡорбандар булһа, яза ваҡыты туғыҙ йылға тиклем арттырыла.
Тәүлектең ҡараңғы осоронда биләмә­ләрҙән ситтә яҡтыртыусы фликерһыҙ йөрөгән өсөн йәйәүлеләрҙе лә 500 һум күләмендә штраф көтә.
Шулай уҡ водителе кисектермәҫтән килеп етһә, эвакуатор автомобилде алып китмәйәсәк. Машинаны тыйылған урынға ҡуйған өсөн генә штраф һалына.
Техник юл фажиғәләренә килгәндә, 1 июлдән инспекторҙар килеүен көтөүҙең кәрәге юҡ. Юл һәләкәтенә эләккән кешеләр ваҡиғаны фотоға йәки видеоға төшөрөп, машинаны юл ситенә ҡуйырға һәм европротокол төҙөргә тейеш. Бындай документтың бланкын страховкалаусылар ОСАГО полисы менән бергә бирә.