Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сират кәмейәсәкДауаханаға тиклем оҙон юл үтеү, табипҡа күренер өсөн сиратта тороу... Ауырыу кешегә ошоларҙан да ҙурыраҡ бәлә юҡ. Шуға күрә Өфө ҡалаһының Октябрь районында йәшәүселәр Парк урамындағы магазиндың 33-сө поликлиниканың филиалына әүерелеүенә сикһеҙ шат. Уларҙы был ваҡиға уңайынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡотланы.
– 2010 йылда, граждандарҙың мөрәжәғәтен иҫәпкә алып, ошо филиалды асырға ҡарар ителде. Төҙөлөш былтыр февралдә башланғайны, – тине 33-cө поликлиниканың баш табибы Эльза Сыртланова.
697 квадрат метр майҙанда хирург, окулист, инфекционист, невролог, эндокринолог һәм терапевт кабинеттары, заман технологиялары менән йыһазландырылған физиотерапия һәм функциональ диагностикалау бүлексәләре урынлашҡан. Уларҙа 25 табип (15-е – беренсе һәм юғары категориялы белгес, өсәүһе – медицина фәндәре кандидаты) эшләй. Бер сменала 400 пациент ҡабул ителәсәк.
– Яҡын-тирәлә йәшәүсе 33 мең кеше ошоғаса 33-сө һәм 38-се поликлиникаларға мөрәжәғәт итте. Яңы филиал асылғас, табиптарға сират кәмейәсәк, – тип һөйөнә теркәү бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Римма Рәхмәтуллина менән Светлана Маврина.
Филиалдағы шарттарҙан хеҙмәткәрҙәр ҙә, пациенттар ҙа ҡәнәғәт. Бында бар яҡлап халыҡ мәнфәғәте хәстәрләнгән. Мәҫәлән, теркәү бүлексәһендәге видеокамера ярҙамында өйҙән дә сыҡмайынса сираттың булыу-булмауын белергә мөмкин.
Н. ХӘСӘНОВА.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тағы ла бер яңы ФАП

Тағы ла бер яңы ФАП 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды....

Тотош уҡырға 42

“Улым йыш-йыш күҙ йомғолай…”

“Улым йыш-йыш күҙ йомғолай…” 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Беҙ бөтәбеҙ ҙә минутына 15-20 тапҡыр күҙ йомғолайбыҙ. Күҙҙең һаҡланыу реакцияһын һиҙмәйбеҙ ҙә...

Тотош уҡырға 49

Памперстарҙың зарары юҡ

Памперстарҙың зарары юҡ 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Хәҙерге заман әсәйҙәре подгузник, памперс тип йөрөтөлгән сабыйҙар өсөн бик кәрәкле гигиена...

Тотош уҡырға 58

Етемдәргә ниндәй өҫтәмә гарантиялар ҡаралған?

Етемдәргә ниндәй өҫтәмә гарантиялар ҡаралған? 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса ҡаралған өҫтәмә...

Тотош уҡырға 88

Хәҙер табип үҙе килә

Хәҙер табип үҙе килә 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Нуриман районында тәүге тәгәрмәсле ФАП эшләй башланы....

Тотош уҡырға 62

“Беҙгә баланың күңел тыныслығы  бик ҡиммәт”
Йәшенә ҡарама... табиптың

Йәшенә ҡарама... табиптың 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап эшкә ҡайтҡан йәш табиптар бөгөн Мәләүез район...

Тотош уҡырға 48

Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡ

Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡ 15.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында балалар емерек мәктәптә уҡыған....

Тотош уҡырға 91

Хеҙмәт “терапияһы” алғандар тормошҡа яраҡлаша
Бындай баһа – беҙгә генә!

Бындай баһа – беҙгә генә! 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан социаль өлкәне һәм социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш...

Тотош уҡырға 60

"Тәгәрмәсле"  табип килде

"Тәгәрмәсле" табип килде 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Красноусол (Ғафури районы) үҙәк район дауаханаһында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй....

Тотош уҡырға 99

Кемдәр теләй, үтеп бөттөләр

Кемдәр теләй, үтеп бөттөләр 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибайҙың үҙәк дауаханаһында ҡала халҡын Өфөнән килгән бер төркөм табиптар хеҙмәтләндереүе тураһында...

Тотош уҡырға 85