Шарап – шайтандан, йәки Эскелек – үҙең һатып алған сир

28-02-2017, 03:58 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Шарап – шайтандан, йәки Эскелек – үҙең һатып алған сир Студент саҡта бер һабаҡташым: “Башҡаһы-башҡа, әммә мин эскесе булып китеүҙән ҡурҡам”, – тигәйне. Эсмәгән кеше нисек эскесе булһын, тип һүҙен мәрәкәгә борғас, ул ҡыҙ: “Атайым төшөрөргә әүәҫ. Туғандар араһында ла эсеүселәр күп. Йәшәй торғас, бәлки, мин дә мауығып китермен, ә аҙаҡ был бәләнән ҡотола алмаҫмын тип борсолам...” – тип бик тә ғәжәпләндергәйне.
Шөкөр, ул лайыҡлы тормош кисерә, ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләй, донъя көтә. Мәгәр уның хәтерҙә уйылып ҡалған һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар: эскелектән ҡурҡыу зарур. Ҡурҡыу ғына түгел, спиртлы эсемлектәргә ҡарата үҙеңдә һәм яҡындарыңда ытырғаныу, нәфрәт тойғоһо тәрбиәләү мөһим, сөнки ҡәһәрле ғәҙәт йәшен-ҡартын да, байын-ярлыһын да аямай, күптән замана афәтенә әүерелгән.


Эх, эсәбеҙ, эсәбеҙ...

Йөҙгә яҡын кешене һәләк иткән Иркутск фажиғәһе ошо хәҡиҡәтте тағы берҙе иҫбатланы: яҡты донъя менән хушлашыусылар араһында төрлө социаль ҡатлам кешеләре булғанлығы билдәле. Бөтәһе лә ҡәһәрле “фанфурик” эсеп кенә ағыу­ланмаған – кибеттән башҡа төрлө алкоголле эсемлектәр һатып алғандары ла булған.
Эскелек – сир. Ул “йоҡһа”, дауалау ҡат­­марлы, ҡотолоу юлы юҡ, тип әйтһәң дә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күренеш беҙҙең ил менән тығыҙ бәйле, “Рәсәй” һәм “араҡы” һүҙҙәрен синоним итеп ҡараусылар ҙа юҡ түгел.
Хәйер, рәсми сығанаҡтар белдереүен­сә, һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә алкоголле эсемлектәр аҙыраҡ ҡулланыла: 2011 йылдан 2016 йылға тиклем, мәҫәлән, спиртлы эсемлектәр күләме бер кешегә йылына 18 литрҙан 12,8 литрға тиклем төшкән. 2017 йыл башында был күрһәткес 10 литр тәшкил иткән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдим иткән норма буйынса иһә йылына бер кешегә уртаса 8 литр спиртлы эсемлек тура килергә тейеш.
Тейеш нәмә күп шул ул... Ысынбарлыҡ иһә күпкә аяныслыраҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, “аҙыраҡ эсә башлағандар” тигән мәғлү­мәткә лә шикләнеп ҡарайыҡ, сөнки рәсми мәғлүмәттәр легаль спиртлы эсемлектәр­ҙең тауар әйләнешен иҫәпкә ала, ә легаль булмаған сығанаҡтар аша күпме алкоголь һатыла?! Шул иҫәптән, “фанфуриктар”, йәшерен цехтарҙа ҡойолған араҡы ишараты һәм башҡалар.
Рәсәйҙә көслө алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыу кешеләрҙең күпләп үлеүенә килтерә һәм ғүмере ҡыҫҡалығының төп сәбәптәренең береһе булып ҡала. Алкоголь проблемаһы илдәге йәшәү сифатын эскеселәр өсөн генә түгел, ә башҡа граждандар өсөн дә ифрат түбәнәйтә. Сөнки алкоголле эсемлек ҡулланыуға бәйле енәйәттәр, бәхетһеҙ осраҡтар, юл-транспорт ваҡиғалары барыһының да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя, шулай уҡ алкоголь элек-электән Рәсәй ғаиләләре тарҡалы­уының төп сәбәптәренең береһе булып тора. Алкоголь менән артыҡ мауығыу арҡаһында, барлыҡҡа килгән һәм көсәйгән хроник сирҙәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, эскесе рәсәйҙәрҙән тыуған ауырыу балалар – үҙе бер оло тема... Хатта социаль мөхитте камиллаштырыу кеүек ҡәҙимге мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә был проблемаға бәйле: мәҫәлән, ихатаға матур эскәмйә ҡуйыу, йорт алдында түтәл булдырыу кеүек мәҙәни ынтылыштар алдан уҡ “ҡуймағыҙ, алкаштар йыйыла”, “барыбер эскән йүнһеҙҙәр тапап бөтөрә” кеүек ҡаршы фекерҙәргә юлыға.

Бәләнең тамыры ҡайҙа?

Тарихи сығанаҡтар буйынса, илебеҙ алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙың 1913 йылғы күләменә (ошо ваҡыттан рәсми иҫәп алып барылған) үткән быуаттың 60-сы йылдарында кире әйләнеп ҡайтҡан. Бының сәбәбе – башта власҡа килгән большевиктар “ҡоро закон” өсөн көрәшһә, 1923 йылдан һуң илдә тағы ла араҡы менән сауҙа итеү рөхсәт ителгән. Ғөмүмән, 1924 – 1992 йылдарҙа СССР-ҙа алкоголле эсемлектәр етештереүгә һәм һатыуға дәүләт монополияһы индерелгәне билдәле, әммә был легаль булмаған араҡы етештереүгә, көмөшкә ҡойоуға һәм уның менән сауҙа итеүгә бер ваҡытта ла кәртә була алмаған.
Совет власы эскелеккә ҡаршы нисек кенә көрәшмәһен, 1960 – 1980 йылдарҙа илдә алкоголле эсемлектәр ҡулланыу күләме өс тапҡырға артҡан. Беренсенән, быға кешеләрҙең матди хәле яҡшырыу булышлыҡ итһә, икенсенән, илдәге социаль мөхит тә быға туранан-тура этәргән. Уйлап ҡарайыҡ:
1. Араҡы, шарап, һыра заман технологиялары ярҙамында сәнәғәт тармағында күпләп етештерелә башлағас, уны һатып алыу мөмкинлеге күпкә киңәйгән.
2. Социаль тәьминәттең юғары кимәлдә булыуы (эш, пенсия, фатир – дәүләттән) яуапһыҙлыҡты арттырған, эскеселәр йылдар буйы эшләһә лә, уларҙы ебәрмә­гәндәр, “дөрөҫ юлға” баҫтырырға тырышҡандар.
3. Күптәр үҙҙәренең потенциалын тормошта ҡуллана алмағанға, дәрт-дарманын сарыфламағанға эскегә һалышҡан. Мәҫә­лән, Хрущев ваҡытында шәхси эшҡы­уар­лыҡ бөтөнләй тиерлек юҡҡа сыға­рылған, артелдәр ябылған. Ҡайһы берәүҙәргә генә баҙарҙа яңғыҙ килеш сауҙа итергә рөхсәт бирелгән. Бюрократия көсәйгән.
4. Бәғзеләр ғаилә проблемаларын хәл итә алмағанлыҡтан эсә башлаған, сөнки тап ошо йылдарҙа ғәҙәти патриархаль ғаилә нигеҙҙәре ҡаҡшаған, тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар йә нәҫелдән килгән, йә аҙаҡ хасил булған ғәҙәт буйынса эскелек менән мауыҡҡан.
5. Йәшәү мөхите йылдан-йыл депрес­сивҡа әүерелә барған: ауылдар бөткән, йәштәр ҡалаға ылыҡҡан, ә ҡалалар бер төрлө, шыҡһыҙ типовой микрорайон төҙөлөшө иҫәбенә үҫешкән.
6. Алкоголгә ҡаршы көрәш дәүләт тарафынан тейешле кимәлдә алып барыл­маған, ул ғына түгел, эскелек дәүләт һәм партия аппаратында ла сәскә атҡан.

Алкоголгә ҡаршы иң ҙур кампания Горбачев власҡа килгәс, 1985 – 1990 йыл­дарҙа йәйелдерелә. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙың рәсми күрһәткестәре кинәт түбәнгә тәгәрәй, был граждандарҙың һаулығында һәм илдәге демографик хәлдә ыңғай сағылыш таба. Әммә киҫкен саралар, программаның төптән уйланып бөтөлмәгән булыуы башҡа проблемалар тыуҙыра: легаль булмаған алкоголле эсемлектәр етештереү тармағы сәскә ата, үҙгәртеп ҡороу осоронда ойошторолған енәйәтселек ифрат көсәйә. 1990 йылдар башында Горбачевтың тырышлығы тамырынан юҡҡа сыға, тиһәң дә була.
...Ошо урында ауылыбыҙҙағы Дәриға апайҙың ғаилә тарихы иҫкә төштө. Бала сағымды йәмләгән матур кешеләрҙең береһе булып иҫтә ҡалған был инәй – урыны ожмахта булһын! Ап-аҡ йөҙлө, итәғәтле апайҙың балалары бихисап ине. Ҡыҙҙары бер-бер артлы кейәүгә сығып, оянан ситкә китһә, улдары барыһы ла ауылда төпләнде. Төпләнде тиеү артыҡ­тыр ҙа – сабыр булмышлы әсәһе янында донъя көттөләр. Һәммәһенең ҡулы оҫта: барыһы ла йымлап эшләнгән йылы, матур быйма баҫты, уларҙы юллап ауылдан ғына түгел, сит яҡтарҙан да килделәр, әммә гөрләтеп йәшәрлек оҫта ҡулы, килемле һөнәре, кешелекле булмышы булыуҙанмы ни, йорттарына “йәшел йылан” инеп оялағас... Ауыҙына бер тамсы шарап ҡабып та ҡарамаған изге күңелле инәйҙең улдарының барыһын да тиерлек ошо зәхмәт ылыҡтырҙы, улар тап ошо сәбәптән төрлө йылдарҙа, бер-бер артлы фани донъянан китте. Хәйер, был ваҡытта мин бала ғына инем әле. Үҫеп, донъяның ағын-ҡараһын айыра башлағас, әсәйемдән Дәриға апайҙың яҙмышы хаҡында ҡыҙыҡ­һындым: “Эскенән ни тиклем алыҫ торған кешенең балалары ҡайҙа яңылышҡан?” Ул Дәриға инәйҙең ире иҫ киткес мөһабәт кәүҙәле, матур кеше булыуын, әммә дыуамал холҡо алдан йөрөүен, һуғышта бер ҡулын юғалтып ҡайтыуын, күңелен эскегә һалыуын һөйләне. Сабыр булмышлы ҡатыны уны нисек бар шулай ҡабул иткән, бер-бер артлы балалар тапҡан. Эсеүҙе йәшәү рәүешенә әйләндергән ире, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, үҙ миҫалында улдарының киләсәген билдәләп ҡуйып, шул эскелек арҡаһында яҡты донъянан китеп барған...

Беҙ шаһит булған осор

Ельцин 1992 йылда үҙенең Указы менән алкоголь етештереүгә һәм һатыуға дәүләт монополияһын ғәмәлдән сығара, илебеҙҙе түбән сортлы ялған алкоголь баҫып ала, араҡыға хаҡ күтәрелә. Шуға күрә 1993 йыл­да уҡ алкоголле эсемлектәрҙе етештереүгә, һаҡлау һәм күмәртәләп һатыуға дәүләт монополияһы тергеҙелә. 1998 йылда ошо мәсьәләне көйләүсе дәүләт комитеты бөтөрөлә. Тик был реформаларҙың файҙаһын ғына тойоусы булмай, сөнки илдең идара итеү системаһы көрсөк кисерә, енәйәтселек, коррупция сәскә ата... Ундай шарттарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ҡайғыһы кемдә булһын?! Әлбиттә, хәлде үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыусылар тиҙ табыла: контролдә тотолмаған шәхси етештереү цехтары күпләп асыла, унда, башҡа әйберҙәр менән бер рәттән, шулай уҡ контрафактлы сифатһыҙ араҡы-шараптар ҡойола.
Һөҙөмтәлә 1990 йылдарҙағы иҡтисади, сәйәси, социаль көрсөк шарттарында Рәсәйҙә көслө алкоголле эсемлектәр ҡулланыу күләме рекорд кимәленә етә. 2000 йылдар башында был күрһәткес бер аҙ кәмеһә лә, һыра сәнәғәтенең үҫешеүе һөҙөмтәһендә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә таҙа спиртты ҡулланыу күләме бер кешегә йылына 12 литрға етә, ә эске статистика буйынса (легаль һәм легаль булмаған әйләнеште иҫәпкә алып) был һан 18 литр тәшкил итә.
2009 йылда Рәсәй Хөкүмәте йәмғиәтебеҙҙең алкоголь һаҙлығына батып барыуына ҡаршы ҡаты саралар күрә башланы. Властар ҡушыуы буйынса алкоголле эсемлектәрҙе рекламалау тыйылды, акциздарҙың хаҡы күп тапҡырға артты, араҡыға минималь хаҡ күтәрелде. Алкоголле эсемлектәрҙе һатыу ваҡыты ла сикләнде: хәҙер күңел асыусылар араҡы йә һыраны махсуслаштырылған кибеттәрҙә, көндөҙгө сәғәттәрҙә генә һатып ала. Әйткәндәй, төбәктәрҙең был ваҡытты ҡыҫҡартыу хоҡуғы бар.
Эскән килеш рулгә идара иткәндәргә штрафтар күләме һәм яза ваҡыты байтаҡҡа арттырылыу менән бер рәттән, илдә сәләмәт тормошто пропагандалау, спортҡа иғтибарҙы арттырыу йәһәтенән бихисап эш башҡарыла, спорт объекттары күпләп төҙөлә.
Әммә... Был сараларҙың, һис шикһеҙ, һөҙөмтәһе бар, тик әлегә ҡыуанырлыҡ тү­гел. Телевидение каналдарынан, Интернет селтәренән ағылған мәғлүмәттең, виртуаль донъяла эскән геройҙарҙың күплеге кешеләргә, бигерәк тә йәштәргә, йоғонто яһамай ҡалмай. “Ана бит, эсәләр, байрам итәләр, нимәһе бар уның?” тигән алдаҡсы инаныу мейелә нығына бара, эскелектең ҡәҙимге күренеш икәнлегенә ышаныс өҫтәй. Сәләмәт тормошто пропа­гандалауҙы дәүләт кимәленә күтәреү, йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы тыйыу һәм башҡа саралар урынлыраҡ булыр ине лә бит... Әлегә иһә сиктән-сиккә бәргеләнеү күренештәре лә юҡ түгел. Мәҫәлән, бынан өс йыл элек, 2018 йылда Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыласағын күҙ уңында тотоп, илебеҙҙә һыра рекла­маһын әлегә тыймаҫҡа ҡарар иттеләр. Әйтергә кәрәк, һыра алкоголизмы беҙҙең йәмғиәт өсөн – таралған күренеш, һау­лыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүсе эсемлекте күптәр, зыянһыҙ тип уйлап, литрлап һемерә.

“Фанфуриктар” тураһында

Өҫтә яҙылғандарҙың барыһы ла илебеҙҙәге алкоголгә ҡаршы сәйәсәттең рәсми хронологияһы булды, тип әйтергә мөмкин. Әммә миҙалдың да ике яғы булған кеүек, был проблеманың да башҡа юҫығы бар – һүҙ контрафактлы алкоголле эсемлектәр хаҡында. Даны таралған “фанфуриктарҙы” ғына алайыҡ. Составында спирт булған төрлө үләндәр төнәтмәһе йә иһә косметика саралары медицина процедуралары һәм көнкүрештә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән. Был рәсмиләштерелгән күренеш булғанға, 100 миллилитрлы шешәләрҙе теләһә ҡайһы магазинда, теләһә ҡайһы ваҡытта табырға һәм һатып алырға мөмкин. Хаҡы уртаса 20 – 25 һум тирәһе. Әлбиттә, араҡы менән сағыштырырлыҡ түгел – уның иң арзанын алыр өсөн дә кеҫәлә кәмендә 200 һумдан күберәк аҡса булырға тейеш. Ә күңелен эскегә һалғандарҙың, көн дә тамаҡ сылатҡандарҙың ҡайҙан ундай “байлығы” булһын? Шуға “фанфурик” ифрат популяр ҙа. Һатыусылар ҙа иҫәр түгел – төнәтмәне ни өсөн алғанды бик яҡшы аңлай һәм... бер һүҙһеҙ һатып ебәрә, сөнки “фанфуриктар”, тәүге сиратта, килем сығанағы.
Составына төрлө химикат ҡушылған “фанфуриктар”, әлбиттә, һаулыҡҡа иҫ киткес ҙур зыян килтерә, йөрәккә, бауырға көсөргәнеш төшә. Күҙҙәре һуҡырайғандар, бауыр сирҙәренә дусар булғандар бихисап, әммә арзан “эсемлеккә” ихтыяж кәмемәй, эсеүселәр булған һәм әле лә бар. Ошонда өҫтәп, “буласаҡ” тип һис тә яҙғы килмәй, сөнки кеше барыбер яҡшыға ышана, изгелеккә өмөт итеп йәшәй. Эскеселәр гәзит уҡып ултырмай, уҡыған хәлдә лә, ошо мәҡәләләге факттарҙан ҡото осоп китмәйәсәк, быға тиклем дә эскән һәм артабан эсәсәк тә. Эш икенселә – беҙ эсмәгәндәрҙе аралап ҡалыр өсөн көрәшергә тейеш! Кемдер киләсәге хаҡында уйланып, үҙе артынан башҡаны ла эйәртә икән, эскегә ҡаршы үҙендә һәм яҡынында ытырғаныу тәрбиәләй икән – бына ул һөҙөмтә!
Ә алкоголдең наркотикка тиң матдә икәнлеге хаҡында төрлө илдәрҙең абруйлы ғалимдары күптән яр һала. Британия белгестәре, мәҫәлән, төп наркотиктарҙың һәм алкоголдең кешегә тәьҫир итеү кимәленә бер нисә йүнәлеш буйынса тикшереү үткәргән. Был исемлектә – матдәгә өйрәнеү кимәле, организм өсөн эҙемтәләре, йәмғиәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә килтергән зыяны, ғаиләне тарҡатыуҙағы роле, дарыуҙарға, социаль хеҙмәттәргә һәм төрмәлә тотоуға киткән дәүләт сығымдары.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса шул асыҡланған: наркомандар ҙурыраҡ зыянды үҙҙәренә килтерһә, эскесе йәмғиәт өсөн күпкә ҡурҡынысыраҡ һәм сығымлыраҡ. Наркомандар тиҙерәк һәләк була, ә алкоголь организмды төрлө яҡлап һәм оҙаҡлабыраҡ тарҡата, эскесе йәмғиәт өсөн файҙаһыҙ субъектҡа әүерелә, енәйәтселек, үлем кимәле кеүек күренештәрҙең нигеҙен билдәләй.
Суррогаттан һәләк булғандарҙың иҫә­бен алып барыу мөмкин түгел. Дауаханаға интоксикация менән эләккән кешеләргә, ғәҙәттә, киҫкен ағыуланыу билдәләрен бөтөрөргә ярҙам итәләр, ә пациент йылдар буйы эсеп аҙҙырған хроник сирҙәренән үлеп китә. Ғәҙәттә, ундайҙарҙың дауахана карточкаһында “йөрәк-ҡан әйләнеше сис­темаһы патологияһы, бауыр сире һәм баш­ҡа ауырыуҙар сәбәпсе” тип билдә­ләнә. Тағы бер үҙенсәлек – “фанфу­риктарҙы” ауыл ерендә һәм социаль яҡтан түбән баҫҡыста торғандар күпләп эсә.
Иркутскиҙағы ваҡиға диңгеҙҙәге бер тамсы һымаҡ ҡына – “фанфуриктарҙы” һатҡандар һәм һатасаҡтар, алғандар һәм аласаҡтар, сөнки ихтыяж барҙа тәҡдим дә бар. Кеше һаулығында аҡса эшләгән эшҡыуарҙарҙы намыҫһыҙлыҡта ғәйепләргә мөмкин, әлбиттә, әммә, икенсе яҡтан, улар был шыйыҡса менән рәсми сауҙа итә, был шыйыҡса көнкүреш һәм медицина тәғәйенләнеше өсөн етештерелгән тауар бит!
Шулай ҙа Иркутскиҙағы хәлдән һуң ил­дә сауҙа өлкәһенә иғтибар артты, ки­бет­тәрҙә шикле шыйыҡсаны һатыу тыйылды, күп кенә вазифалы кешеләргә штрафтар һалынды. Ғәйеплеләр ҙә табылды, отчеттар яҙылды, тикшереү тамамланды... Мәгәр сауҙа барыбер туҡтамай. Ҡыҙыҡ өсөн, үҙем бер нисә кибетте, дарыухананы байҡап сыҡтым – косметик саралар менән бер рәттән, борос төнәтмәһе, медицина спирты ла һатыуҙа бар.
Ошо материалды әҙерләгәндә Баш­ҡорт­остан буйынса Эске эштәр министр­лығының мәғлүмәттәренә лә күҙ һалдым. Хәйер, үҙегеҙ ҙә ведомство сайтында ҡарай алаһығыҙ: “фанфуриктар”ға ҡаршы көрәш даими алып барылған һәм әле лә да­уам итә, төрлө райондарҙа һәм ҡала­ларҙа көн дә тиерлек рейдтар уҙғарылып тора.
Мәҫәлән, былтырғы күрһәткестәрҙе алайыҡ. 2016 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан республикала спиртлы продукция әйләнеше өлкәһендә 7 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән, 300 мең литр алкоголле һәм составында спирт булған продукция законһыҙ әйләнештән тартып алынған. Өфә, Бәләбәй, Салауат, Стәрле­тамаҡ ҡалаларындағы суррогат етеш­терелгән йәшерен цехтар ябылған, 49 енәйәт эше асылған, 2100 административ хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән, 8 миллион 100 мең һумлыҡ штраф һалынған.
Был йүнәлештәге эш, әлбиттә, дауам итә, рейдтар үткәрелә, ғәйеплеләр табыла, язаһы бирелә...

Ел тирмәне менән көрәшеү булмаһын

Һығымта – эскелеккә ҡаршы көрәш рухы һәр кешенең үҙ башында булырға тейеш. Шуныһы ҡыуаныслы: эскелектең стратегик бәлә икәнлеген аңлаған, кешеләрҙе тура мәғәнәһендә айыҡ фекерләргә саҡырған кешеләр бихисап. Улар иҫәбендә Башҡорт дәүләт универ­си­тетының социология һәм философия факультеты уҡытыусыһы, профессор Гүзәл Вилданова ла бар. Гүзәл Булат ҡыҙы фекеренсә, эске­лектең тамыры ғаилә традицияларына (балалар ата-әсә­ләренең шатлыҡлы йә ҡайғылы ваҡытта мотлаҡ алкоголь ҡулланғанын күреп үҫә), был насар ғәҙәттең киң пропагандаланыуына (кино, театр, рекламала ҡәҙимге күренеш итеп күрһәтелә, аҙыҡ-түлек магазиндарында икмәк-һөт араһында һатыла), иҫерткес эсемлектәрҙең иркен һатылыуына барып тоташа.
– Бер кешене лә алкоголизмдан көсләп ҡотҡарып булмай. Сәбәптәре күп: физик бәйлелек, рухи бушлыҡ, үҙеңде таба алмау, файҙалы шөғөлөң булмау һәм башҡалар, – ти ул. – Әлбиттә, профессиональ табиптарҙың дауаһына эскән кешенең ихтыяр көсөн, йәшәү теләген ҡушып, упҡындан сығыу юлдарын табырға мөмкиндер ҙә, бәлки. Әммә эскелеккә ҡаршы көрәш кеүек эшмәкәрлек тәүге сиратта әлегә бер тапҡыр ҙа араҡы татып ҡарамаған йә булмаһа эскелек упҡынына табан рюмка күтәреп беренсе аҙымын яһаған йәштәргә арналырға тейеш.
Нисек кенә булмаһын, һәр кем ғүмере өсөн үҙе яуаплы. Ысынлап та, эскесе үҙ хәленән үҙе ялҡып, ысын күңелдән дауаланырға теләк һәм ынтылыш күрһәтмә­йенсә, уға бер нисек тә ярҙам итеп булмай. Әммә шуны иҫтә тотайыҡ: Аллаһы Тәғәлә бер генә тапҡыр биргән ҡәҙерле ғүмерҙе сағыу, ҡыҙыҡлы, матур итеп үткәрергә, мул, бәрәкәтле, ҡотло тормош кисерергә, лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә һәр әҙәм балаһы хыялланалыр ул. Тик был ынтылыштар араһында араҡыға урын юҡ. Шуға ла “шатлыҡты шарап менән йыуам” тигән шайтан уйын башығыҙҙан баштан уҡ ҡыуығыҙ...

Алкоголь тураһындағы мифтар

1. Рәсәйҙә шарап эсеү – борондан килгән йола.
2. Аҙ ғына миҡдарҙағы алкоголь файҙалы.
3. Алкоголь организмды йылыта.
4. Йоҡоға талдыра.
5. Иммунитетты яҡшырта.
6. Ҡыйыулыҡ өҫтәй.
7. Алкоголизм сирен булдырмай.
8. Ирҙәрҙең енси күҙәнәктәрен боҙмай.
9. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси һаулығына зыян килтермәй.
10. Эскән ҡатын бер йыл эсмәһә, һау сабый тыуҙырыуы ихтимал.


Был инаныуҙарҙың береһе лә ысынбарлыҡҡа тап килмәй!

Сәкинә Н. апай һөйләгәндәрҙән:
“Ауылыбыҙҙа өс ҙур магазин бар. Унда күрәләтә тороп “фанфурик” менән сауҙа иткәндәрен абайлағаным юҡ, әммә бер шәхси магазиндың хужаһы, эш сәғәттәренән тыш, йортонан легаль булмаған араҡы һатҡанын беләм. Ҡәҙимге шешәләргә ҡойолған шыйыҡсаның хаҡы – 150 һум. Һыра ла бар. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән кибет һымаҡ был эшҡыуарҙың йорто – эсергә эҙләгәндәр гел шунда бара. Ауылдаштар, власть вәкилдәре, әлбиттә, хәлде белә, әммә ҡыҫылырға ашыҡмай. Аҡсалары күп, әммә бәхеттәре теүәлме икән? Өлкән ҡыҙы ғаиләһе менән ҡалала көн күрә, нисек йәшәйҙер, әйтә алмайым. Уртансы улы күрше ҡасабала төпләнде, ул да эшҡыуар, төҙөлөш материалдары менән һатыу итә. Ә кесе улдарынан рәт юҡ – эсергә әүәҫ. Үҙе ише ҡыҙға өйләнеп, бергәләп байрам итә-итә йәшәп яталар, етмәһә, бер-бер артлы бала табалар. Тәүҙә уның тормошон рәтләйек тип ата-әсәһе тырышып ҡараны, йәшәргә йорт та хәстәрләнеләр, дауаланырға ла алып барҙылар, тик файҙаһы булманы. Ҡул һелтәнеләр шунан. Эскелек үҙ ғаиләһенә туранан-тура ҡағылһа ла, был эшҡыуар еңел табылған аҡсанан һаман баш тартырға уйламай”.

Динар К.:
“Эсергә мәктәптә уҡығанда уҡ өйрәндем. Өйҙә түгел, дуҫ-иш араһында. Урамға сығып, күмәкләшеп һыра һемереп йөрөүҙән ҡыҙыҡ таба торғайныҡ.
Техникумда уҡып һөнәр алдым, туғандар арыу ғына предприятиеға эшкә урынлашырға ярҙам итте. Эш хаҡым ҙур булды, машина һатып алдым, атай-әсәй фатир хәстәрләргә ярҙамлашты. Донъям түңәрәк ине, үҙемде бик бәхетле тойҙом. Кеҫә тулы аҡса, дуҫтар быуа быуырлыҡ. Аҙна һайын кәйеф-сафа ҡорабыҙ, тегене “йыуабыҙ”, быны “билдәләйбеҙ”... Бер генә ялды ла эскеһеҙ күҙ алдына килтерә алманым. Эш боҙғаным да булды, тик туғандар бәләнән йолоп алып ҡалды.
Шундай “күңелле” тормош менән йәшәгәндә, яҡшы ғына ҡыҙҙы осратып өйләндем. Әллә мөлкәтемә ҡыҙыҡты, әллә үҙем оҡшаным... Мәгәр эсеүемде ташламаным, ҡатынымды ла, балаларҙы ла аҙ ҡыйырһытманым. Булды инде төрлөһө лә... Тәүҙә эштән ебәрҙеләр. Эскәнемә ҡаршы көрәшкән атай менән әсәй ҙә арыны – ҡул һелтәне. Бер аҙҙан ҡатыным да балаларҙы алып ҡайтып китте... Әле эсәмме? Эсәм. Ниндәй генә дауалар кисермәнем, ҡайҙа ғына барманым, әммә эшһеҙ ятҡаным юҡ – Себер ҡыҙырам. Унда тормош шарттары ҡырыҫ, эш ауыр. Эсеү ҡайғыһы китә, әммә яҡшы ашаталар, кейем бирәләр, мунсаға йөрөтәләр. Ике-өс ай мул ғына аҡса эшләп алам да ял итәм. Бер өлөшөн балаларға ебәрәм, ҡалғанын йәнем теләгәнсә туҙҙырам. Әйткәндәй, Себерҙә кемдәр эшләй тип уйлайһығыҙ? Минең кеүек эскеселәр етерлек. Ике-өс тәүлек буйы поезда ҡайтҡанда, байҙарса байрам ҡора күбеһе... Бер шешә, мәҫәлән, 1500 һум тора, проводниктар йәшереп һата. Ҡайтып еткәс, аҡсалы саҡта “дуҫтар” күбәйеп китә... Араҡы ла эсәбеҙ, башҡаһын да... Әлегә тормошомдо үҙгәртергә теләгем дә, мөмкинлегем дә юҡ. Нисек килеп сыға, шулай йәшәйем”.

Алина Ш.:
“Атайым эсте, әсәйемде ҡыйырһытты, беҙгә лә көн күрһәтмәне. Шуға ла эскелектән биҙеп, “ауыҙыма бер тамсы ла араҡы ла алмаясаҡмын”, тип үҫтем. Әммә был бәлә мине барыбер урап үтмәне: яратып кейәүгә сыҡҡан ирем дә эскелек ҡолона әүерелде. Башта барыһы ла яҡшы кеүек ине: белемле, эше яҡшы, татыу ғаиләнән. Мине лә ҡәҙерләп кенә торҙо. Эшендә үрләгәс, дуҫ-иштәре артты, теге йәки был сәбәп өсөн табын ойоштороп, кәйеф-сафа ҡороуҙары йышайҙы.
Дәғүә белдерә башлағас, иремдең тағы бер насар яғы асылды – иҫерек килеш миңә ҡул күтәрҙе, балаларҙы ҡурҡытып бөттө. Тәүҙә тетрәндем, иланым, әммә ул үҙгәрер, аҡылына килер, тип уйланым. Аптырай инем: йортобоҙ ялтлап тора, кейеме таҙа, ашарға әҙер – нимә етмәй уға?
Бер мәл ҡәйнәм килеп, мине эттән-эткә һалып, әрләп ҡайтып китте. Улының мажаралары хаҡында ишеткән икән. Уның эскегә һалышыуында ла мине ғәйепләне: ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын, имеш... Ә ул ир мине тыңлаймы һуң? Аҡсаһы бар, дуҫтары күп – ҡайтып та тормай, эсеп тик йөрөй. Һүҙ әйтеп булмай – талаш сыға...
Ҡыҫҡаһы, айырылышырға ҡарар иттем. Эскелек ҡолона әүерелгән кешене бер нисек тә еңеп булмай, үҙенең теләге булмаһа. Балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләү еңел түгел, әммә ыҙғыш араһында үҫтереү ҙә насар. Ә элекке ирем һаман эсә, ҡартайған ата-әсәһен йонсота. Барлы-юҡлы мөлкәтен дә һатып бөткән, теләһә ниндәй әтрәгәләмдәр менән аралаша хәҙер, әүәлгесә затлы эсемлектәр түгел, мөйөш һайын һатылған “фанфуриктар” эсә. Ул сирле кеше икәнлеген аңлайым, әммә уны дауаларлыҡ, уға түҙерлек хәлем дә, теләгем дә юҡ”.
 

Яҙҙы: Имя

20 март 2017 02:37 // цитировать
Hurrah, that's what I was looking for, what a material! existing here at this website, thanks admin of this site.