Донъя – ҡуласа, йәки Күршем нисек асарбаҡ булып китте

7-03-2017, 03:48 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Донъя – ҡуласа,  йәки Күршем нисек асарбаҡ булып киттеКүршем Закир* менән булған һәм мине бик тетрәндергән хәл тураһында яҙмаҡсы булдым, ҡәҙерле уҡыусылар. Кемдер фәһем алыр, бәлки.

Бәлә аяҡ аҫтында

Дөрөҫөн әйткәндә, элек урамда хәйерсе хәлендә йөрөгән әҙәмдәрҙе күрһәм, сирҡана инем, үҙҙәре ғәйепле, эсмәһендәр, тип хәйер ҙә бирмәй үтеп китә инем. Күрше ирҙе шундай хәлдә осратҡас, проблемаһына инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Быға тиклем геройымдың тормошон ситтән генә белә инем: улар күрше подъезда йәшәне. Аҙаҡ яҡынданыраҡ танышырға тура килде.
Закир ҡайынһеңлем менән бер төҙөлөш ойош­маһында эшләне. Яҡшы хеҙмәткәр ине, иҫерек сағын күрмәнем, ти туғаным. Бергә уларҙың бригадаһы Тамбовта командировкала ла булған – унда ла Закир эсеп-боҙолоп йөрөмәгән. Ғүмер буйы бер урында тракторсы булып эшләгән.
Ғаиләһе лә матур ғына күренә ине. Ҡатыны Дилә менән йорт алдында һөйләшеп ултырырға тура килгеләне. Ирен яманлағанын ишетмәнем. Үҙҙәренең үҫеп еткән ике ҡыҙҙары бар.
Беренсе ҡыҙы юлдан яҙған, һыра-тәмәке менән мауыға, ирһеҙ бала тапҡан, тиҙәр. Ейәнсәрен Дилә опекаға алып, эшкинмәгән ҡыҙын ҡыуып сығарған икән. Икенсе ҡыҙы официант булып эшләй, шулай уҡ холҡон маҡтамайҙар.
Бер яҙ Закирға инсульт булып (элегерәк эштә аварияла мейеһе ҡуҙғалған), дауахананан сыҡҡас, ике таяҡҡа таянып йөрөнө. Инвалидлыҡ алыр өсөн документтар йыйыуы тураһында әйткәнен саҡ-саҡ аңланым – теле лә зәғифләнгән...
Һалҡын көҙҙә магазиндан ҡайтып килгәндә, тағы ла күршене осраттым, йәйге кейемдә, төҫө-башы берәҙәктәрҙекенә оҡшап тора ине. Бындай ҡәтғи үҙгәрешкә аптырап киттем.
– Ни булды һиңә, ниңә еңел кейендең, һалҡын тейә бит? – тип һорайым. Көрмәлгән теле менән, күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып, һөйләп бирҙе:
– Апай, миңә хәҙер иҫәнлек кәрәкмәй, торор урыным ер аҫтында ғына. Дауахананан ҡайтҡас, ҡатыным “сикүшкә” алып ҡайтҡыланы. Аптыраным был ҡылығына, ауырыу башыма күп кәрәкмәй бит инде. Аҙаҡ уның мәкерле планын аңланым. Тик һуң ине, тиремде түгеп эшләп алған фатирымдан баш тартыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙыртҡан. Бөтә кейемдәремде, инвалидлыҡты рәсмиләштереү ҡағыҙҙарын (бер генә табиптың ҡултамғаһы етмәй ине), хеҙмәт кенәгәһен һәм башҡа документтарымды сүплеккә ырғытҡан. Ҡул ҡуйҙыртҡанда ҡатыным: “Был көндәрҙә социаль хеҙмәттән килергә тейештәр, һине эскән көйө күрһәләр, ейәнсәрҙе тартып алыуҙары ихтимал. Шуға күрә һин бында йәшәмәйһең, тиербеҙ, мин һиңә торлаҡ алып биргәнсе, бында тороп торорһоң”. Ләкин икенсе көндә үк мине һөйәренең машинаһына ултыртып, йорт идаралығына прописканан төшөрөргә алып барҙылар, һуңынан өйҙән дә ҡыуҙылар.
Башта машинала йоҡлап йөрөнөм, Дилә минән ышаныс ҡағыҙына ла ҡул ҡуйҙыртҡан икән, уны һатҡас, бөтөнләй урынһыҙ ҡалдым (мин дә аптырап күҙәтә инем, нисә сыҡһам да, ул машинаһы янында, эскәмйәлә ултыра ине. – Автор). Унан һуң үҙебеҙҙең подъездың сарлағында ҡунып йөрөнөм, ләкин уны ла слесарь саҡыртып бикләнеләр. Әле дүртенсе һәм бишенсе ҡат араһындағы майҙансыҡта урынлаштым, үҙебеҙҙең фатир янында. Дилә лә, балаларым да мине өйгә индермәй. Туғыҙ йәшлек ейәнсәремде ныҡ яратам, урамда осрағанда ҡосаҡларға ынтылһам, ҡаса, – тине Закир.
Әйткәндәй, мин ул ҡыҙҙан бер һораған инем: ”Ниңә олатайыңды өйгә индермәйһегеҙ, йәл түгел­ме?” – тип. “Фу, ул һаҫыҡ”, – тип яуап бирҙе. Инсульттан һуң шулай булыуы бик мөмкин, ауырыуға тәрбиә, хәстәрлек кәрәк бит. Шулай итеп, 51 генә йәштәге ир, ҡаты ауырыуға дусар булыу сәбәпле, күҙ менән ҡаш араһында асарбаҡҡа әйләнде лә ҡуйҙы.

Һөйәр – өйҙә, ир – тупһала...

Шуны әйтеп үтеү кәрәк: бер нисә йыл элек, Дилә башҡа йәр тапҡас, Закир менән рәсми айырылыш­ҡандар икән. Ҡатын торлаҡты бүлмәгән, тотош үҙенә ҡалдырыу өсөн уңайлы ваҡыт көткән. Бер осрашҡанда унан “Аллаһтан ҡурҡмайһыңмы?” тип һорағас , ул “Аллаһ миңә ярҙам итте”, – тине. Мин: “Һинеңсә, уға килгән ҡаты ауырыу Аллаһтың ярҙамы буламы?” – тип ҡаршы төштөм. Дилә: “Миңә ул бер кем дә түгел, айырылғанбыҙ. Ҡыҫылып йөрөмә, әгәр кәрәк икән, өйөңә алып ҡайт та ҡара”, – тип йылан кеүек ыҫылдап ҡалды.
Шулай, балаларының атаһын әҙәмгә һанамағас, шап-шаҡтай сәләмәт, сибәр ҡатындың ғифрит кеүек һөйәре был йортҡа килеп йөрөй башлай, икеһе лә бер ойошмала эшләй. Ир ҡунырға ҡалғанда, өй хужаһы ишек төбөндә йоҡлаған. Закирға был осраҡта ни эшләргә һуң? Эсеп, онотолорға тырышҡан ваҡыт­тары ла булған. Ундай саҡтарҙа ишекте ҡағып та, ҡатыны асмағас, өмөтһөҙҙән подъезда йоҡлағанын күршеләре һөйләй. Хәҙер килеп, Дилә һөйәрен һөсләтәлер инде – теге ғифрит Закирҙы коридорҙа күрһә, елкәһенән тотоп ҡына быраҡтыра, хәйер, ауырыу иргә ҡайһы сәләмәттең көсө етмәҫ?!
Ҡатынын Закир әле лә ярата, һүҙ тейҙермәй, барыһында ла үҙен генә ғәйепләй. Тик шуныһы: ҡатыны быға саҡлы аҡса алып ҡайтҡан ирҙән файҙаланған ғына, ә ул инвалид хәлендә ҡалғас, урамға сығарып ташлаған. Кешеләр бесәй менән дә улай ҡыланмай.
Элекке күршеләре әйтеүенсә, Дилә менән Закир күп йылдар һәйбәт йәшәгән, ир эсмәгән, эшсән булған. Ҡулы алтын – баҡсала өй төҙөгән, торла­ғында яҡшы ремонт эшләгән, балконын башҡаларҙан айырылып торорлоҡ итеп көпләгән.
Закир күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуған. Аңлауымса, уны апайҙары ҡыҙҙарса, йомшаҡ итеп тәрбиәләгән. Төҫкә һинд егете кеүек сибәр, ҡара ғына, гел йылмайып йөрөй, кешегә ҡул күтәреү түгел, ҡаты һүҙ ҙә әйтә белмәй. Ғаиләлә барыһы ла ипле, тыйнаҡ, тауыш сығармай, эш менән мауығып йәшәгәндәр.
Ҡатын лидер булһа, үҙен яҡлап өйрәнмәгән ирҙә кәмселектәр тойғоһо тамыр ала шул. Мәҡәл бар бит: уҫал булһаң – аҫалар, йыуаш булһаң – баҫалар, шуға алтын урталыҡ кәрәк. Тик барыһы ла уртаса булып бөтә алмай шул. Күбебеҙ ирҙе ир итә белмәй... Был ғаиләне яҡшы белгән ханым: “Бәғзеләр юҡ ҡына ирҙе лә ир итеп тора, ә ул бына тигәнен хур итте”, – тигәйне. Ажарланып торған, агрессив ҡылыҡлы, эскән ирҙе күрмәгән шул Дилә. Ундай­ҙарҙан ҡатын балаларын алып, үҙе сығып ҡаса йәки ире туҡмап ҡыуып сығара. Ә был зыянһыҙ бәндә ни ҡушһаң, шуны эшләй, барына ла риза.

Кешеләрсә булһын ине

Дилә, моғайын, үҙенең киләсәген уйламай торғандыр. Ике ҡыҙы ла (береһе тура юлдан тайпылған инде) унан үрнәк ала түгелме? Ваҡыты еткәс, фатирға дәғүә белдерә башлаһалар, үҙен дә ҡыуып сығармаҫтар тип кем ышандыра ала? Әсәнән күргән – тун бескән, тип юҡҡа әйтмәйҙәр халҡыбыҙҙа.
Ишек алдында урам бесәйҙәрен ҡарап йөрөгән таныш ханым бар. Уның ике ҡулына бер эш – урам хайуандарын ашата. Пенсия аҡсаһына шул мәхлүктәргә колбаса, ит, бесәйҙәр өсөн сығарылған махсус ризыҡтар ташый. Бер генә бесәйе килмәһә лә, эҙләргә тотона. Ирекһеҙҙән кешеләр менән бесәйҙәр дәрәжәһен сағыштырып ҡуйҙым. Бөгөн Закирҙа бесәй кимәле лә юҡ! Ҡатыны Диләне лә бит бәндә исемен күтәреп йөрөгән ата-әсә тәрбиәләгән. Мәрхәмәтлерәк булһаҡ ине бер-беребеҙгә, кешеләр, тип оран һалғым килде шул саҡта.
Был хәл мине тетрәндерҙе, йоҡом ҡасты. Бигерәк тә башыма һыймағаны – нисек был ғаилә ағзалары баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡта эт шикелле бөгәрләнеп ятҡан ирҙе, атайҙы, олатайҙы ашатлап үтеп, йылы өйҙәрендә ашап-эсеп, тыныс ятып йоҡлайҙар һәм иртән эргәһенән төшөп уҡырға, эшкә сығып китәләр икән? Закир, әлбиттә, башҡа подъезда ла урынлашыр ине, әммә уның өсөн яратҡан ғаиләһен үткән-һүткәндә булһа ла күреп ҡалыу мөһим. Бер нисә тапҡыр уның ҡаршы йорттоң стенаһына терәлеп, үҙ фатирының тәҙрәләренән күҙен дә алмай ҡарап торғанын күрҙем. Уйҙарын да төшөнәм: элекке тормошон хәтерләп, күҙ алдына килтереп торалыр, кем нимә эшләгәнен белергә тырышалыр...
Меҫкен ир барыбер үҙ подъезын ташламай. Участ­ковый менән һөйләштем: фекерҙәребеҙ уртаҡ икән, ул да күршемде йәлләй, ҡаты ҡағылмай. Закирҙың туғандары бар, ләкин улар ҙа ниңәлер яҡын кешеһенең яҙмышына битараф. Уларҙың һүҙе бер: документтарға үҙе ҡул ҡуйған – үҙе ғәйепле. Ҡайһы берәүҙәр, ниңә эскән, ауыҙына ҡоймаған­дарҙыр бит, ти. Инсульттан һуң кем сирлегә “сикүшкә” алып ҡайтып эсерә тимәйҙәр! Олуғ Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең: “Туғандарыңдан биҙһәң, нәҫелең ҡорор”, – тигән фәһемле һүҙҙәре бар бит, ҡайһы ваҡыт бәғзе берәүҙәр шуны онотоп ебәрә. Туғандар бер төптән булһа, йәшәү ҡотло була. Закирға улар ярҙам итһә, дауаханаға һалһа, аҙаҡ берәй эшкә урынлаштырһалар, ҡайһылай шәп булыр ине! Әйткәндәй, полицияла эшләгән яҡын туғаны ла битараф булып сыҡты. Теләһә, ул инвалид ағаһының иҫерек килеш документтарға ҡул ҡуйғанын иҫбатлай алыр ине... Туған-ырыу бәлә-ҡаза килгәндә бигерәк кәрәк тә инде ул. Йәшерәк булһам, үҙем йөрөр инем ғәҙеллек юллап, тип әсенеп тә ҡуям. Мәҫәлән, бер танышым бар. Закир һымаҡ инсульт кисергәйне. Хәҙер йорт идаралығында һин дә мин эшләп йөрөй, сөнки яҡын кешеләре унан баш тартманы, туғандары ситләтмәне. Дауаланып алғас, аяҡҡа баҫты ла китте. Ә күрше подъездағы ҡатын эскән ире менән айырылғас, уға фатир бүлеп бирҙе, әле ауырыу ирен көн дә барып ашатып, тәрбиәләп йөрөй. Тәүфиҡлы, иманлы кеше шулай эшләргә тейеш тә.

Игелекле бәндәләр күп

Закирҙың ашау яғын мин һәм уның ут күршеһе Маша хәстәрләне. Бер күршеһе Себерҙә эшләп ялға ҡайтҡанда, ә ҡайһы ваҡыт бергә эшләгән иптәштәре лә килеп, уны йәлләп, эсергә лә һалып биргеләгәндәр.
Һыуыҡ төшкәс, күршеләрҙең береһе Закирға яңы, йылы спецовка – бушлат һәм баш кейеме бирҙе, мунсаға алып барҙы. Мин үҙем дә бер тапҡыр алып ҡайтып, ваннала йыуындырып, улдарымдың кейемдәрен кейҙерҙем, үҙенекен ташланыҡ – бетле ине. Инвалидлыҡ юллау ниәте менән поликлиникаға алып барғайным да… Дилә медицина картаһын да юҡҡа сығарған икән. “Без бумажки я – букашка”, – тигән һүҙ дөрөҫ бит инде. Закон буйынса, ғәрип кешене фатирҙан ҡыуып сығарырға ярамай, ә былай ҡағыҙһыҙ килеш Диләгә уңайлы.
Яңы карта асып, үҙебеҙҙең терапевҡа керһәк, ул минең пациент түгел, неврологка барығыҙ, тип ишетергә лә теләмәне. Кире регистратураға барһаҡ, невролог йыл аҙағына саҡлы булмай, тинеләр. Шулай итеп, бер эш сығара алмай ҡайттыҡ. Минең әхирәттәрем (хажиәләр) невролог килгәс, табиптарға сиратлап барырбыҙ, бер үҙеңә ауыр булыр, тине. Участковыйға шылтыратып, хәлде аңлаттым. Ул Закирға яңы документтар эшләгәнсе, приютҡа урынлаштырырға кәңәш бирҙе.
Шундай бер хәл иҫкә төштө. Ҡыштың бер үтә һалҡын кисендә (40 градус самаһы ине), “Закир үҙе лә, әйберҙәре лә подъезда юҡ”, тип Маша ҡото осоп килеп инде. Икебеҙҙә лә бер уй – ирҙе ҡайҙалыр олаҡтырғандар… Мин тиҙерәк апаһына шылтыраттым, ул Диләләргә барып хәлде асыҡланы. Баҡтиһәң, ҡатыны уны иртән тыуған ауылына оҙатҡан. Ҡустыһына шылтыратып, унда Закирҙың юҡлығын белдек. Хәүеф солғап алды, уйлашабыҙ: район үҙәгенә саҡлы дүрт сәғәтлек юл, унан һуңғы 75 саҡрым арала машиналар осрауы мөмкин әле, ә ҡалған 25-ендә машина юлы юҡ, саналы ат тап булыуы бар. Шуға өҫтәп, Закирҙың кейемен иҫәпкә алһаҡ (көҙгө ботинка, башында йоҡа башлыҡ), ул юлда туңғандыр, тигән уй килде. Ҡустыһы ат менән сығып, төн еткәс, өшөп туңа яҙған ағаһын саҡ эҙләп табып алып ҡайтып, беҙгә шылтыратты, йәнгә йылы керҙе. Беҙ тауыш ҡуптармаһаҡ, туңып үлә ине... Аҙаҡ әйтеп ҡарайым, һаман ҡатыныңа ышанаһың, ә ул һинән нисек тә булһа ҡотолорға ниәтләй тип, ә Закир мөлдөрәп ҡарап тик тора. Ҡатыны хәҙер үк ошо ҡойоға төш тиһә, ул әле лә төшөп батырға әҙер.

Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте яуһын!

Бер ваҡыт күршем күренмәй башланы. Һорашам – бер кем белмәй. Дауаха­наларға шылтыраттым: урамда йығылып (башы әйләнеп йығыла ине, эсеп түгел), дауаханаға һалғандар. “Шәфҡәт туташтары ярҙамы” тигән бүлеккә эләккәнен белгәс, шатланып, йүгерә-йүгерә барҙым, сөнки унда бик тә аҡыллы, мәрхәмәтле баҡсалаш күршем Вера Кочкурова өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Хәлде һөйләп бирҙем. Вера менән унда эшләгән социаль хеҙмәткәр Регина Антонова Закирҙы кеше итер өсөн күп көс түкте. Мин дә йыш барып йөрөнөм, аҙ булһа ла ҡеүәтләп, ауырыуға терәк булдым.
Закирҙы дауаханала алты ай тоттолар, шул арала паспортын Мәскәү аша яңынан эшләнеләр. Документ әҙерләгән арала приютҡа ла урынлаштырып алдылар, архивтан хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһен яңырттылар, инвалидлыҡ алыр өсөн төрлө табиптарға күрһәтеп, белешмә йыйҙылар. Һөҙөмтәлә, икенсе төркөм инвалидлыҡ биреп, эште теүәлләп ҡуйҙылар. Уларға Аллаһтың рәхмәте яуһын!
Закир төҙөлөштә яҡшы эшләгән булып сыҡты – маҡтау ҡағыҙҙары ла бар, эш хаҡы ла арыу булған, шуға күрә пенсияһы күләме лә һәйбәт булды.
Ошо мәшәҡәттәр менән бер йыл үтеп китте. 2014 йылдың октябрендә мәрхәмәт­ле кешеләр һәм дәүләт ойошмалары ярҙамында Закирҙы инвалидтар йортона урынлаштырырға насип булды. Ҡалала шундай бар нәмәнән дә мәхрүм ҡалған кешеләргә ярҙам иткән махсус учреждениелар бар икән, тик берәй туғанының йәки танышының хәстәре, юллауы кәрәк.
Инвалидтар йортона Закирҙың Салауатта торған апаһы (үҙе лә сирләй) артынан йөрөп, илтеп урынлаштырҙы. Был эште ай ярым эсендә бер ниндәй мәшәҡәт яһамай, Асия Жерякова тигән Аллаһ бәндәһе (халыҡҡа комплекслы социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгендә бүлек мөдире) ойошторҙо. Асия Марат ҡыҙы әйтеүенсә, ай һайын урамдарҙағы асарбаҡтарҙы йыялар, тик ғариза яҙыуҙары ғына кәрәк, унан реабилитациялау юлын ҡарайҙар. Ләкин ҡайһы берәүҙәр ғаризанан баш тарта, йортһоҙ-төйәкһеҙ тормошҡа өйрәнеп китәләр, эсеүҙе лә ташлағылары килмәй, ти. Закир иһә үҙе теләп ғариза яҙҙы. Дауаханаға кергәне бирле, бына инде ике йылдан артыҡ, эсеү иҫенә лә төшмәй. Ә араҡы ҡолона әүерелгән кеше икенсерәк була, алтын-көмөш, батша һарайҙары бирһәләр ҙә, насар ғәҙәтен ташламай.
Закирҙы урамда асарбаҡ булып йөрөүҙән, туңып үлеүҙән ҡотҡарҙыҡ-ҡотҡарыуын, ләкин Октябрьский ҡалаһындағы йылы, матур, заманса йыһаз­ландырылған урында йәшәһә лә, ул үҙ йортон һағына. Уға хәл белеп шылтыратһаң, беҙҙекеләр күренәме, тип һәр береһен айырым-айырым һорай. Ҡайтҡыһы килә. Һағынам, уларҙы йыраҡтан булһа ла күрер өсөн урамда йәшәргә лә риза булыр инем, тип ҡуя... Мин төрлөсә тынысландырған булам. Әле ул коляскала ятып ҡына торған Салауат ҡатынҡайы Зәлифәне саф һауаға сығарып йөрөтөп, уның менән һөйләшеп булһа ла йыуана. Башына бәйле лә проблемалар бар. Дауаханала, шәфҡәт туташтары һөйләүенсә, бер нисә мәртәбә коридорҙа башы әйләнеп йығылған, аяҡтарының да көсө юҡ. Әле йәшәгән урынында тәрбиә яҡшы, шуға күрә мин уның аңы дөрөҫләнер, төҙәлер һәм үҙенә тиң йәр табып, яңынан матурлап йәшәй башлар тип өмөтләнәм. Закирға ни бары 54 кенә йәш бит әле!
Бына шундай яҙмыш. Иртәгә һинең менән ни булырын белеү мөмкин түгел. Кешеләрҙең күбеһе изгелек тураһында матур һөйләп тә, бәләгә тарыған кешегә энә осондай ҙа яҡшылыҡ эшләмәһә, унан ни фәтүә? Ҡаты бәғерле кешегә Аллаһ Тәғәләнең нурҙары үтеп инә алмай, тигәйне бер хәҙрәт. Шулайҙыр. Ундайҙар ғәйепте зыян күргән кешенең үҙенә һылтап, үҙ намыҫы алдында аҡлана. Бәғзе берәүҙәр донъяға мәңге йәшәргә килгәндәй ҡылана, уларҙың танауы юғары, үҙҙәре Алла, үҙҙәре мулла. Шәп кешеләй булып, әҙәм яҙмышын бысраталар, тапайҙар.
Был хәлде бер кемдең дә улдарына күрһәтмәһен. Уларҙы үҙ һүҙендә ныҡ торған, ысын ир итеп тәрбиәләү кәрәк икән атай-әсәйгә.
Шулай бер йәш ғаиләлә булғанда ошо хәл телгә алынғайны. Хужабикә “Юҡтан ғына кешене өйҙән ҡыумайҙар, һин барыһын да белмәйһеңдер” тип ярһыулы яуап биргәс, ире: “Әгәр мин ауырып, эшкинмәгән хәлгә ҡалһам, һин дә мине ҡыуырһыңмы урамға, улайһа?” – тип һораны. Ҡатыны: “Юҡ, һин миңә кәрәк әле...” – тип ҡаты ғына яуап бирҙе. Ошо һүҙҙәр иҫкә төшһә, йөрәгем өшөп китә. Ҡаты бәғерлелек беҙҙә ҡағиҙәгә кергәнгә оҡшай.
Мәрхәмәтлерәк, миһырбанлыраҡ булып, кеше­леклегебеҙҙе юғалтмаһаҡ, бер-беребеҙгә иғтибарлы, ярҙамсыл булһаҡ ине, ҡәрҙәштәр. Донъя – ҡуласа, әйлән­дереп килтереп бер баҫа, ти торғайны ололар. Шуны онотмайыҡ.

*Геройҙарҙың исеме үҙгәртеп алынды.