Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы “Гүзәлкәй” һәләт һәм матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыралар.
Башҡортостандың “Әсә йөрәге” Әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәргән конкурс дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла, инвалид балаларҙы тәрбиәләгән әсәйҙәрҙең ижади һәләтен асыу, үҫтереү, шулай уҡ уларҙың рухи, интеллектуаль, социаль ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән ҙур этәргес булып тора.
Ҡатнашырға теләге булғандарға 27 мартҡа тиклем ғариза-анкета тултырып, уға ижади сығыштың видео­һын ҡушып, konkurs102@mail.ru электрон адресына һалырға кәрәк. 450015, Өфө ҡалаһы, М. Кәрим урамы, 69-сы йорт, 106-сы бүлмә адресы буйынса ла ебәрергә мөмкин.