Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыу ҡытлығы әлегә янамаһа ла...
Һыу – тәбиғәттең иң ҙур байлығы, бөтә тереклектең йәшәү сығанағы. Тирә-яҡ мөхиттең экологик именлеген тәьмин итеүҙә һыу сығанаҡтарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла һыу байлығын һаҡлау һәм уның тәбиғи сафлығын тәьмин итеү, рациональ файҙаланыу, был маҡсатта заманса объекттар төҙөү – көнүҙәк бурыс. “Дүртөйлөводоканал” муниципаль унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге ошо мөһим бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән. Әйткәндәй, Дүртөйлө йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында, экологик саф төбәктә урынлашҡан. Шуға ла бындағы ер аҫты һыу сығанаҡтары экологик сафлығы, һыуҙың ғәжәйеп тәмле булыуы менән айырылып тора. Ул сифаты буйынса санитар ҡағиҙәләргә ярашлы, гигиена талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Предприятие Дүртөйлө ҡа­ла­һын, Иванай ауылын һәм ун­дағы сәнәғәт, социаль-көн­күреш объекттарын эсәр һыу менән тәьмин итә. Һандар теле менән әйтһәк, предприятие хеҙмәтенән 15 мең кеше, 32 мең физик берәмек, барлығы 450-нән ашыу предприятие һәм ойошма фай­ҙалана.Үткән йылда предприятие 1683,4 мең кубометр һыу сығарып ҡулланыусыларға тапшырған. Үҙҙәренең ике лаборато­рияһында һыуҙың сифатын даими тикшереп торалар. Шул уҡ ваҡытта Өфө ҡала­һындағы йәнә ике лабораторияла һыуға сифат контроле үткәрелә.Һыу ҡытлығы әлегә янамаһа ла...
Әйтергә кәрәк, тәрәндән сыҡ­ҡан һыу ҡулланыусыларға саф килеш һәм юғалтыуһыҙ барып етһен өсөн коллектив күп көс һала. Һуңғы йылдарҙа һыу сел­тәрҙәрен яңыртыуға ҙур ты­рышлыҡ йүнәлтелә. Дүртөй­лөләрҙең республикала бе­ренселәрҙән булып металл һыу үткәргестәрҙе заманса полиэтилен торбаларға алмаш­тырыуға керешкәнен дә әйтергә кәрәк. Әле лә иҫкергән торбаларҙы йыл һайын яңыртып баралар. Коммуникацияларҙы сафта тотоу һәм ныҡлы контроль эсәр һыуҙың юғары сифатын тәьмин итә.
Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, эсәр һыуҙың ҡәҙере донъяла бик юға­ры. Дөрөҫ, беҙҙең төбәккә һыу ҡытлығы янамай. Шулай ҙа һыу запастарын һаҡсыл файҙаланыу көнүҙәк бурыс һанала. Һыу иҫәпләү приборҙарын урынлаштырыу ҡулланыусыларҙы ла һаҡсыллыҡҡа өйрәтә.
Предприятиеның тағы ла бер мөһим эш йүнәлеше – ул сәнәғәт һәм көнкүреш ағынты һыуҙарын сығарыу. Үткән йылда 1230,3 мең кубометр ағынты һыу таҙартылған.
“Дүртөйлөводоканал” төбәк өсөн стратегик әһәмиәткә эйә предприятие һанала. Был тотош коллективҡа ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Һыу запастарын белеп файҙаланыу төбәктең экологик именлеге менән туранан-тура бәйле. Быйылғы Экология йылында был айырыуса әһәмиәтле булып тора. Ғөмүмән, һыу мәсьәләһен экологиянан айырып ҡарау мөмкин дә түгелдер. Яҡын киләсәккә коллектив был йүнә­лештә өҫтәмә бурыстар билдә­ләгән. Әйтәйек, таҙартыу ҡорол­маларының тотороҡло эшләүен тәьмин иткән бер ваҡытта, ағынты һыуҙарҙағы зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән нормаһын һаҡлау, тирә-яҡ мөхиткә зарарлы матдә­ләрҙең таралыуына юл ҡуймау, махсус техника һәм автотранспортты газ яғыулығына күсереү, производство объекттарынан сүп-сарҙы ваҡытында сығарыу һәм утилләштереү һәм башҡа мөһим эштәр шулар иҫәбенә керә. Предприятие коллективы һәр саҡ экология сафлығын ҡайғыртып эшләй һәм был йәһәттән районда башҡаларға үрнәк булып тора. Предприятие үҙ эшмәкәрлеген тейешенсә ойоштороп, район биләмәһендә һәм Ағиҙел ярында экологик өмәләр үткәрә. Яҙғы-йәйге осор­ҙа был саралар йәнә дауам итәсәк. 2008 йылда предприятие тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ин­дергән хеҙмәт өлөшө өсөн ул саҡтағы республика Тәбиғәттән, урман ресурстарынан файҙа­ланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ми­нистр­лығының махсус миҙалы менән бүләкләнә.
– Ҡулланыусыларҙы сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү һәм ағынты һыуҙарҙы йыйып, тулыһынса таҙартыу төп бу­ры­сыбыҙ булып тора. Хеҙмәте­беҙҙең үҙенсәлеге буйынса беҙ тәбиғәткә яҡын торабыҙ. Шуға ла техник һәм технологик ҡа­ҙаныштарыбыҙ тәбиғәт менән аһәңдәш рәүештә ғәмәлгә ашы­рылырға тейеш. Ошондай маҡ­сат менән эшләйбеҙ. Беҙ һаҡ­лаған тәбиғәт байлығы өсөн килер быуындар рәхмәт әйтер­лек булһын, – тине предприятие директоры Камил Нәүил улы Сәхибгәрәев.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” 23.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә...

Тотош уҡырға 29

Нуғай үҫеш юлында

Нуғай үҫеш юлында 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге...

Тотош уҡырға 46

“Ҡыҙыл зона”нан  сыға алырбыҙмы?

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы? 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә...

Тотош уҡырға 44

“Был көндө күптән көттөк”

“Был көндө күптән көттөк” 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле...

Тотош уҡырға 41

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ? 20.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 57

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота...

Тотош уҡырға 52

Илдең киләсәге –  яуаплы ҡулдарҙа

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә...

Тотош уҡырға 46

Һыу ҡәҙерен  шишмә ҡороғас белерһең

Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк. Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт...

Тотош уҡырға 65

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Хеҙмәт яҡлаулы булһын 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү...

Тотош уҡырға 44

Һүҙлек

Һүҙлек 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия...

Тотош уҡырға 59

Хаҡлы ял кәртә түгел

Хаҡлы ял кәртә түгел 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн пенсия йәшен арттырыу тураһында күп һөйләйҙәр. Берәүҙәр был яңылыҡты хуплап ҡабул итте,...

Тотош уҡырға 52

Алдан юллау отошло

Алдан юллау отошло 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия фонды бүлексәһенә паспорт, СНИЛС, никах таныҡлығын ғына алып барҙым. Әммә унда тағы ла әллә...

Тотош уҡырға 80