Бала һаулығының хаҡы юҡ

14-04-2017, 03:46 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Бала һаулығының хаҡы юҡ Йәшәйешебеҙҙә ниндәй генә мөһим проблемалар булмаһын, уларҙы хәл итеү менән бер рәттән, балаларҙың һаулығын хәстәрләү – йәмғиәт өсөн иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе. Бының сере ябай: илдең киләсәге балаларҙың һаулығына бәйле һәм был медицина мәсьәләһе генә түгел, шул уҡ ваҡытта социаль-иҡтисади, сәйәси күренеш тә.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа балаларға махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу буйынса “түңәрәк өҫтәл” үтте, ундағы күп яҡлы һөйләшеү ошо хәҡиҡәтте тағы берҙе раҫланы. Сарала республика парламенты, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре, республиканың һәм күрше төбәктәрҙең медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Республика парламенты рәйесе урын­баҫары Йомабикә Ильясова, сарала ҡатна­шыусыларҙы тәбрикләп, һөйләшеүҙең мөһимлеген билдәләне:
– “Түңәрәк өҫтәл”дең темаһын тормош үҙе үк тәҡдим итә. Балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең милли системаһын камиллаштырыу – заман ихтыяжы, атап әйткәндә, махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеүҙе лә. Был эшмәкәрлекте ҡануни һәм ойоштороу йәһәтенән яйға һалыу өсөн беҙгә бик күп проблемаларҙы хәл итергә, шулай уҡ уның тәьҫирлелеген һәм сифатын яҡшыртыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Йәш быуындың оптималь физик һәм психик үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу, балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу – дәүләт эшмәкәрлегенең иң мөһим йүнәлештә­ренең береһе. Балаларҙың, социаль хәленә ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау сараларына һәм медицина ярҙамы алыу хоҡуҡтары гарантияланған булырға тейеш. Бөгөнгө һөйләшеү һөҙөмтәһендә махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын һәм тәьҫирлелеген арттырыу юҫығында бихисап ғәмәли тәҡдимдәр ишетербеҙ, тип өмөтләнәм.
Махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү – махсус диагностика, дауалау, ҡатмарлы медицина технологиялары ҡулланыуҙы талап иткән йүнәлеш, ул төрлө кимәлдәге медицина учреждениеларында күрһәтелә.
Һуңғы йылдарҙа балаларҙың, үҫмер­ҙәрҙең һаулығы айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ, дөйөм һаулыҡ проблемалары ме­нән бер рәттән, социаль йүнәлешле сирҙәрҙең артыуы, социаль-көнкүреш проблемалары, экология, насар туҡланыу, медицина-психологик һәм педагогик иғтибарҙың ваҡытында күрһәтелмәүе – барыһы ла үҫеп килгән быуындың дөйөм һаулыҡ портретын күҙалларға ярҙам итә. Алға киткән заман технологияларының, Интернет-телевидениеның да, һис шикһеҙ, балаларҙың нығынып бөтмәгән һаулығына тәьҫире ҙур. Ғөмүмән, йәмғиәттәге ижти­мағи-сәйәси хәл, йәшәйеш ҡиммәттәре, көнкүреш шарттары үҫеп килгән быуында һәр яҡлап сағылыш таба.
Балаларға махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән төбәктә беренселекте, әлбиттә, Республика балалар клиник дауаханаһы биләй. “Түңәрәк өҫтәл”дә учреждениеның баш табибы Рөстәм Әхмәтшин төплө сығыш яһаны, эштәре менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала 894015 бала йәшәй һәм, талап ителгән осраҡта, һәр ҡайһыһының ошо дауаханала, йәш быуындың һаулығын һаҡлау йәһәтенән төп учреждение булараҡ, бөтә төр махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар.
Бындағы белгестәрҙең квалификацияһы бик юғары, 40-лап медицина фәндәре кандидаты, дүрт медицина докторы эшләй. Дауахананың матди-техник базаһы даими яңыртылып тороу сәбәпле, татыу коллек­тивтың эше ырамлы, балаларҙың һаулығын һаҡлау йәһәтенән республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә маҡтанырлыҡ һөҙөмтәләр етерлек.
Республика балалар клиник дауа­ханаһы тәүге пациенттарын 45 йыл элек – 1972 йылда – ҡабул иткән, бында 325 койка-урын булған. Хәҙер иһә учреждениела 670 койкалыҡ 23 махсуслашҡан стационар бүлек эшләй, 73 урынлыҡ көндөҙгө стационар бар, көнөнә 500 пациентты ҡабул итерлек консультатив поликлиника һәм тағы 23 структур бүлексә эшләй. Консультатив поликлиника йылына 40 меңдән ашыу баланы ҡабул итә.
Юғары технологиялы медицина ярҙамы бында 2008 йылдан отоларингология йүнәлеше буйынса (кохлеар имплантация ҡуйыу) күрһәтелә башлаған һәм туғыҙ йыл эсендә ярҙамдың күләме 40 тапҡырҙан ашыуға артҡан. Шул уҡ ваҡытта юғары технологиялы медицина ярҙамын федераль саралар иҫәбенә республиканан ситтә алырға мөмкин.
Төрҙәренә килгәндә, заман технологиялары иҫ киткес яңылыҡтар тәҡдим итә һәм бынан бер нисә йыл элек хәл итеп булмаған мәсьәләләрҙе лә теүәл сисеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, клиник дауахананың ортопед-травматологтары умыртҡа һөйәгенең сколиотик дефор­мацияһын коррекциялауҙа “Colorado-2” системаһын ҡуллана (умыртҡа һөйәгенә махсус ҡоролма ҡуйыла), шулай уҡ тыу­мыштан килгән тайыш аяҡлыҡты дауалау өсөн аҙ инвазивлы юл (инвазивлыҡ – йоғошло ауырыу тыуҙырыусы микроб­тарҙың кеше йәки хайуан тәненә үтеп инеүе һәм унда йәшәүе) – Понсети алымын ҡулланалар. Был йәһәттән беҙҙең табиптарҙың алдынғы тәжрибәһен башҡа төбәктәрҙең белгестәре лә өйрәнә.
Республика балалар клиник дауаха­наһы табиптары церебраль фалижды һәм эпилепсияны дауалауҙа ла ярайһы уңыш­тарға өлгәшкән – нейростимуляторҙар, помпалар, вагус стимуляторҙары әүҙем ҡулланыла, уларҙың һөҙөмтәһе бик юғары. Был йәһәттән шулай уҡ беҙҙең табиптар – алдынғылар иҫәбендә.
Дауаханалағы яңы тыуған сабыйҙар хирургияһы бүлеге республикала берәү генә, бында үҫеш патологияһы һәм бик бәләкәй тән массаһы менән тыуғандарҙы ҡарайҙар, дауалағанда аҙ инвазивлы эндоскопик алымға өҫтөнлөк бирелә.
Неонатология йүнәлешендә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү 2010 йылдан башлап тормошҡа ашырыла, ә баш ҡалала заманса медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәре булған өсөнсө кимәлдәге перинаталь үҙәктәр асылыу менән (Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында, Республика перинаталь үҙәге), күрһәтелгән ярҙамдың формаһы үҙгәргән. Район дауаханаларының бала табыу бүлек­тәрендә ауырыуҙарҙың һаны кәмегән, муниципаль-ара перинаталь үҙәктәрҙең хеҙмәттәшлеге киңәйгән, шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙар офтальмологияһы йүнәлешендә үҫеш ҙур. 2016 йылдан күҙ ауырыуҙарына дусар сабыйҙар стационар дауаланыу ала, яңы тыуғандарҙың ретинопатия сире (күҙҙең селтәрле ҡабығы сирҙәре) фәҡәт Республика балалар клиник дауаханаһында дауалана.
Учреждениеның тағы бер мөһим йүнәлеше – махсуслаштырылған “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү. Бының өсөн санитар авиация ҡулланыла. Был йүнәлешкә 1989 йылда нигеҙ һалынған, балаларға кисекмәҫ реанимация ярҙамы күрһәтеү өсөн Республика балалар клиник дауаханаһы нигеҙендә реанимация-консультация бүлеге эшләй башлаған. 2001 йылдан ошондай уҡ ярҙам яңы тыуған сабыйҙарға күрһәтелә. Шулай уҡ телефон аша консультатив ярҙам алырға мөмкин, реанимо­билдәрҙә яңы тыуған сабыйҙарҙы эвакуациялау ойошторола. Дауахананың неонаталь бүлеге нигеҙендә ойошторолған “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү системаһы ла үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған: 2000 йылда яңы тыуған сабыйҙарҙың үлем күрһәткесе 14,5 промилле булһа, 2016 йылда был һан 6-ға тиң.
2016 йылдан ике реанимация-консультация бүлеге берләштерелгән: балаларға “Ашығыс ярҙам” һәм планлы консультатив медицина ярҙамы (санитар авиация) бүлеге ойошторолған. Бүлектең эшендә автомобиль һәм авиация транспорты ҡул­ланыла. Һандарға килгәндә, белгес­тәргә тәүлегенә уртаса 3,5 тапҡыр ярҙамға сы­ғырға тура килә. Бер автомобиль тәүлегенә уртаса 700-1500 километр ара үтә.
Шулай уҡ дауахананың мөһим йүнә­лештәренең береһе – балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү (дауалап булмаған ауыр сирлеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыр­тыу, хәлен еңеләйтеү). Әлеге ваҡытта республика буйынса 689 бала күҙәтеү аҫтында тора, уларҙың 73 проценты – невро­логик, 10 проценты – онкологик, 9 проценты нәҫелдән күскән ҡатмарлы ауы­рыуҙарға дусар, ҡалғандары ҡурылдай, бөйөр, ҡан әйләнешенә бәйле ауы­рыуҙарҙан һәм башҡа насар сирҙәрҙән яфалана.
Республика балалар клиник дауаха­наһы нигеҙендә бөтә Рәсәйгә билдәле сара – “Йылмайыу операцияһы”н ойоштороу ҙа махсуслаштырылған медицина ярҙамының бер төрө.
Сара ил ҡалаларында өсөнсө йыл рәттән үткәрелә, 5-7 көн эсендә илдең төрлө төбәктәренән, сит илдән йыйылған табиптар, бер команда булып, бит-яңаҡ дефекттары менән тыуған балаларға бушлай хирургия ярҙамы күрһәтә. Уларҙы педиатр, анестезиолог, пластик хирург, стоматолог, психолог кеүек белгестәр бергәләп ҡарай. Акция барышында биш тиҫтә самаһы балаға операция яһала.
2016 йылдың көҙөндә Өфөлә үткән сарала ҡатнашҡан иң бәләкәй пациентҡа – алты ай, иң өлкәненә 19 йәш ине. Операцияны тәүге һәм бишенсе тапҡыр яһат­ҡандар ҙа бар – ирен һәм аңҡау китегенең ҙурлығына ҡарап, дауалау бер нисә этапта үткәрелә, балалар тыуғандан алып үҫмер­лек осорона тиклем иҫәптә тора. Тағы бер яңылыҡ: акцияға ярашлы пациент­тарға һәм уларҙың яҡындарына профессиональ психологик ярҙам күрһәтелә. Психолог операция алдынан бала менән аралашып, уның күңелен күтәрә, кире хис-тойғонан арындыра. Белгестәр фекеренсә, операция бүлмәһенә яҡшы кәйеф менән ингән баланың реабилитация осоро ла ҡыҫҡараҡ, ул тиҙерәк нығына. Был йәһәт­тән бағыусылар ярҙамында Республика балалар клиник дауаханаһында махсус мөйөш йыһазландырылған. “Изгелек һәм тыныслыҡ бүлмәһе”ндә бәләкәстәрҙе алда торған ҙур һынауҙы мөмкин тиклем еңелерәк үткәреүгә әҙерләйҙәр.
Йыл һайын республикала бит-яңаҡ патологияһы менән 200-ләгән сабый тыуа. Тәүге операцияны, ғәҙәттә, 1-2 йәш тирәһендә яһайҙар. Артабан – бала үҫкән һайын булған үҙгәрештәргә ҡарап. “Йылмайыу операцияһы” райондарҙа һәм ауыл ерендә йәшәгән балаларҙың һаулығын нығытыу өсөн ҙур мөмкинлек бирә.
Төп эшен ваҡытлыса ҡалдырып тороп (операция яһаусы табиптарҙың барыһы ла Рәсәйҙең төрлө дауаханаларында эшләй), мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашҡан белгестәргә быйыл Вьетнамдан килгән табип та ҡушылғайны (командала Америка Ҡушма Штаттары, Филиппин, Эстония һәм башҡа илдәрҙең белгестәре лә бар).
Дауаханала заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу, медицина учреж­дение­ларының уртаҡ порталын һәм мәғлүмәт базаһын булдырыу, онлайн кәңәшмәләр ойоштороу, тәжрибә уртаҡ­лашыу, пациенттарға Интернет селтәре аша консультация алыу, табипҡа яҙылыу кеүек хеҙмәттәр күрһәтелеү мөмкин­лектәрҙе киңәйтеү, хеҙмәтләндереүҙе уңайлы һәм һөҙөмтәле итеү йәһәтенән, әлбиттә, тик ыңғай баһаға лайыҡ.
“Түңәрәк өҫтәл”дә шулай уҡ Татарстан, Карелия республикаларынан балалар клиник дауаханаларының баш табиптары Рафаэль Шәүәлиев, Инга Леписева сығыш яһаны. Тәүгеһе Татарстанда Рәсәйҙә тәүге­ләр­ҙән булып медицина тармағында ҡулланыла башлаған яңы мәғлүмәт техно­ло­гиялары, уның ыңғай яҡтары тура­һын­да ентекләп һөйләһә, Карелия ҡунағы ауыр тормош шарттарында ҡалған бала­ларға медицина учреждениеһы нигеҙендә ярҙам күрһәтеү үҙенсәлектәрен бәйән итте.
Мордва Республикаһы балалар клиник дауаханаһының баш табибы Олег Солдатов иһә йәш быуын вәкилдәренә уроандрологик һәм гинекологик ярҙам күрһәтеү тәжрибәһе менән бүлеште, шулай уҡ педиатрия тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү, белгестәрҙе аккредитациялау мәсьәләләренә лә туҡтап үтте.
Балаларҙың һаулығын һаҡлау, яҡшыр­тыу эҙмә-эҙлекле дәүләт сәйәсәте алып барылғанда ғына тормошҡа ашырылыуы мөмкин, һәм иң тәүҙә иғтибар әсәлек, балалыҡ проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Ошо йәһәттән балалыҡты яҡлау буйынса норматив-хоҡуҡи база камил булырға, ташҡа баҫылған ҡанундар аныҡ эшләргә тейеш.
Икенсе яҡтан, һау баланы тыуҙырыуҙың һәм үҫтереүҙең стратегик нигеҙе – иҫкәртеү. Ошо йәһәттән медицина ярҙамы күрһәтеүҙең тәүге звеноһын тәшкил иткән участка педиатрҙарына был йәһәттән айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Иҫкәртеү саралары – балаларҙы диспан­сер­лауҙың мотлаҡ һәм төп шарты, уның нигеҙендә күп ауырыуҙарҙы башланғыс стадияла асыҡларға һәм дауаларға мөмкин. Талап ителгән осраҡта, балалар диспансер күҙәтеүенә алына һәм артабан тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Хроник йәки ауыр сиргә дусар балалар иһә ваҡытында махсуслашҡан медицина учреждениеһына ебәрелергә, күҙәтелергә, дауалау алырға тейеш.
Һис шикһеҙ, тармаҡтың ошо нескәлек­тәрен барлағандан һуң, башҡаларҙың бәләһе янынан боролоп үтмәгән, сирле балалар өсөн профессиональ таһыллығын ғына түгел, күңел йылыһын да йәлләмәгән, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған сабый­ҙарҙың хәл-торошон яҡшыртыу өсөн көсөн-ваҡытын йәлләмәгән табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙен еткерге килә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың эшен камилыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк иткән юғары технологиялар ҡулланылыуы, эш шарт­тарының камиллашыуы заманыбыҙҙың үҙенсәлеген билдәләй. Геном медицинаһы (индивидуаль профилактика медицинаһы­ның яңы концепцияһы традицион медицинаның генетика менән берләшеүе; сирҙәрҙе дауалау һәм диагностикалау өсөн ген-кандидаттарҙы асыҡлау) үҫешкән осорҙа, һис шикһеҙ, юғары технология­ларҙы, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты менеджменты системаһын камиллаштырыу зарур, шул уҡ ваҡытта ниндәй генә технологик яңылыҡтар индерелмәһен, “кешегә кеше кәрәк” тигән тормош ҡанунын әлегә бер кем дә инҡар итмәгән. Сирле сабыйҙы дауалау һөҙөмтәле булһын тиһәк, дауалау менән бер рәттән, аҡ халатлылар күңел йылыһын, иғтибарлы мөғәмәләһен, йылы һүҙен йәлләмәһен ине...