Эргәбеҙҙә ғәжәп матур йәшәгән ғаиләләр булған, бар һәм буласаҡ. Бөгөн шундайҙарҙың береһе хаҡында бәйән итмәксемен.
Мәрйәм Исламғолова Байназар ауылында 1936 йылдың апрелендә, шаулап боҙ киткән саҡта донъяға килгән. Йәш ярымда ғына әсәһенән ҡалған. Уны атаһы Әхмәтзата тәрбиәләп үҫтер­гән. Яланаяҡ, иҫке кейемдә уҡырға барырға тура килгән. Атаһы колхоздың йылҡыларын ҡараған. Эшкә Мәрйәмде лә алып барып, йомош ҡушҡан, баланы шулай хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиә­ләгән. Ҡыҙҙың Мәхмәтшәриф, Ғәйәз, Риф исемле ағалары ла уға ҡарата бик изгелекле булған. Һәр береһе эшһөйәрлеге менән айырылып торған. Ауыр заманалар булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш осоро балалары ҡыйын­лыҡтарҙы туғандар берҙәмлеге менән еңгән.
Ғүмер буйы, ҡайҙа ғына эшләһә лә, Мәрйәм апай һынатмаған. Ғаилә ҡороп, ире менән алты балаға ғүмер бир­гәндәр. Иң олоһо Гүзәл “Ағиҙел” колхозы рәйесе сәркәтибе, бухгалтер-кассир булып эшләп, яҡташтарының ихтирамын һәм хөрмәтен яулай. Ире менән бынамын тигән ул-ҡыҙҙар тәрбиәләй. Резедаһы ла матур ғаиләле. Ул Йылайыр совхоз-техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлап, оҙаҡ йылдар колхозда комсорг булған, башҡа яуаплы эштәрҙе башҡарған. Әнүзә Сибай медицина училищеһын тамамлап, Магнитогорскиҙа шәфҡәт туташы хеҙмәтен үтәгән, кейәүгә сыҡҡас, Баймаҡ районында шәхси эшҡыуар булып танылған. Ә Фәнисәһе Бөрйәндең Мәһәҙей ауылында матур донъя көтә, ире менән Камилә исемле ҡыҙ үҫтерә. Белорет педагогия училищеһын уңышлы тамамлаған, тәрбиәсе һөнәрен үҙ иткән. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. Фәниләһе Йылайыр совхоз-техникумын тамамлап, үҙебеҙҙең райондың Кейекбай ауылындағы Ырыҫҡо­ловтарға килен булып төшкән. Тегергә, сигергә, бәйләргә оҫта, кәрзиндәр үрә, семәрләп һандыҡтар, сувенирҙар эшләй. Ғәжәп уңған килен ул. Район үҙәгенә алып ба­рып, һөт, ит, бал ризыҡтары, ҡул эш­тә­рен һата. Кейекбайҙа ла әүҙем йәмәғәтсе. Кинйәләре Вәкил иһә ата-әсә нигеҙендә Зөһрә килен менән тормош көтә, бер бала үҫтерә.
Бына шулай, Мәрйәм апай ирен бик иртә юғалтһа ла, аҡыллы, итәғәтле, ярҙамсыл, егәрле балалар үҫтергән, хан һарайындай йорт та һалып ингән. Уның тураһында “ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр шәп ҡатын ине” ти байна­зарҙар.
Мәрйәм Әхмәтзата ҡыҙы күрше Ҡурғашлының ауыл хужалығы пред­прия­тиеһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Хеҙмәт ветераны. Ғүмер буйы Мәрйәм апайҙың тәҙрә төптәрен — гөлдәр, баҡсаһын сәскәләр биҙәне. Ул йәшелсә-емеште мул үҫтерҙе. Моңло тауышы ауыл, район сәхнәләрен биҙәне. Тамашасылар күңелен әсир итеп, халыҡ йырҙарын аһәңле, оҫта башҡарыуы менән айырылып торҙо. “Ҡурыуҙы” фольклор ансамбленең солисы булараҡ танылыу яуланы.
Матур кешенән яҡты эҙ ҡала. Мәрйәм апайҙың сәскән орлоҡтары ла шытып сығып, емеш бирҙе, балалары матур, мул тормошта йәшәй. Күңелдә­рендә – йыр, йөрәктәрендә – дәрт, изгелек.
Апай яҡты донъяны, ҡаты ауырып, иртәрәк ташлап китте. Әммә уны ауылдаштары ла, дуҫ-иштәре ла, райондаштары ла онотмай. Ҡәҙерләп үҫтер­гән балалары мәрхүмәнең рухына аят­тар уҡытып, хәйер-саҙаҡа биреп тора. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тиҙәр бит.