Бал ҡорттарын үҙебеҙ яҡлайыҡ!

11-07-2017, 08:46 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Бал ҡорттарын үҙебеҙ яҡлайыҡ!Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Умартасылыҡ тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерергә булды. Парламенттың июль ултырышында ҡабул ителгән был ҡанун башҡорт бал ҡорттарын яҡлау маҡсатын ҡуя.


Проектта республика биләмәһенә акарапидоз, америка сереге, европаса серек, варроатоз менән зарарланған бал ҡорттарын индереүҙе тыйыу саралары билдәләнгән. Ошондай сирҙәр менән зарарланған йәки шикле булған бал ҡорттарына тап булғанда умарта­сыларға был хаҡта Башҡортостандың ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итеү бурысы йөкмәтелә.
Яңы ҡанун шулай уҡ башҡа илдәр һәм төбәктәрҙән таралыу сығанағы билдәһеҙ булған бал ҡорттарын индергәндә ветеринария саралары үткәреү өсөн карантин иғлан итеү хоҡуғы ла бирә. Һәр умартасылыҡтың ветеринар-санитар паспорты булырға тейешле. Ҡанунда умартасылыҡ һәм уның продукцияһын эшкәртеү өсөн йәмәғәтселек контролен булдырыу мөмкинлеге лә ҡаралған.
Умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ Башҡортостанда борон-борондан халыҡ кәсептәре һанала. Тәбиғәт шарттарының үҙенсәлеге һәм оҙайлы селекция һөҙөмтәһендә беҙҙең республика ерендә бал ҡорттарының айырым тоҡомо барлыҡҡа килгән. Ул урындағы тәбиғәткә яраҡлашҡан, продуктлылығы юғары. Балдың сифатына беҙҙә һәр саҡ ҙур иғтибар бирелде, “Башҡорт балы” тигән бренд республиканан ситтә лә киң билдәле, уны башҡа төбәктәрҙә лә, сит илдәрҙә лә юғары баһалайҙар.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер эшҡыуарҙар мөмкин тиклем тиҙерәк табыш алырға ынтылған бөгөнгө шарттарҙа, намыҫһыҙ конкуренцияға юл ҡуйылғанда Башҡортостандың умартасылыҡ тармағына ҡурҡыныс янай, – ти республика парламенты етәксеһе Константин Толкачев. – Бында ике хәүеф сығанағы бар. Беренсе­нән, “Башҡорт балы” исеме аҫтында контрафакт продукцияһы һатыу бик ныҡ артты, уныһын Үзбәкстанда, Тажикстанда, Украинала етештерәләр. Был продукция Рәсәйҙең тәбиғи бал буйынса дәүләт стандарты (ГОСТ) талаптарына яуап бирә алырға ла мөмкин, ләкин “Башҡорт балы” бренды талап иткән махсус үҙенсәлектәргә эйә түгел. Икенсенән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, яҡындағы һәм алыҫтағы сит илдәрҙә бал йыйыусы ҡорттарҙың йоғошло сирҙәре киң таралған. Аҡрын­лап, беҙҙең республикаға ситтән бал ҡорто ғаиләләрен индерә барыу менән бергә, ошо ауырыуҙар ҙа үтеп инә.
Умартасылыҡ продукцияһы һатыу һәм эшкәртеү ассоциацияһының отчетына ҡарағанда, 2016 – 2017 йылғы ҡышлауҙа Рәсәй умартасылары бығаса булмаған ҙур юғалтыу кисерҙе – ҡайһы бер төбәктәрҙә бал ҡорттары тулы­һын­са һәләк булды. Башҡортостанда был юғалтыу 60 проценттан 80 про­центҡаса тәшкил итә. Тимәк, хәүеф ҙур.
Әмир ИШЕМҒОЛОВ, Башҡортос­тан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, закон проектының авторы:
– Ситтән килтерелгән бал ҡорт­тары сир таратып ҡына ҡалмай, улар урындағы климатҡа ауыр яраҡлаша, йыйған балдың сифаты ла түбән. Карантин саралары рес­публикабыҙҙа бал ҡорттары ауырыуҙарының таралыуына сик ҡуйырға тейеш. Яңы закон проекты башҡорт бал ҡорттары генофондын һаҡлауға, уларҙы үрсетеү өсөн ҡулай шарттар тыуҙырыуға ғына түгел, башҡорт балының сифатын юғалт­мауға ла булышлыҡ итәсәк.