... Ә белемле меңде йығыр

11-07-2017, 08:47 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
... Ә белемле меңде йығырХәҙерге ҡануниәт федераль һәм төбәк парламенттарының ниндәй закондар ҡабул итеүенә генә ҡайтып ҡалмай, уның төп мәғәнәһен ошо документтарҙың нисек үтәлеше тәшкил итә. Ә был халыҡтың хоҡуҡи грамоталыҡ кимәленә бәйле. Был кимәл күтәрелә бара, әммә уны тейешенсә юғары тип булмай әле. Ни өсөн?


Халыҡтың хоҡуҡи аң кимәлен күтәреү мәсьәләһе дәүләт власының да даими иғтибар үҙәгендә. “Башҡортостан Рес­публикаһында халыҡты социаль яҡлау” дәүләт программаһының алтынсы ҡу­шымтаһы, мәҫәлән, тап хоҡуҡи грамота­лылыҡты булдырыу маҡсатынан төҙөлгән. Ул нигеҙҙә оло йәштәге граждандарға тәғәйенләнгән, һәм шуға күрә был уҡыу курсы үҙ эсенә Рәсәй Конституцияһын аңлатыуҙы ғына түгел, ә пенсия ҡануниәте һәм мираҫ хоҡуғы кеүек төшөнсәләрҙе лә үҙ эсенә ала.
Бөгөн киң мәғлүмәт сараларында юридик мәсьәләләр буйынса йәнең теләгән мәғлү­мәтте табырға мөмкин. Улар теге йәки был проблема буйынса консультация биреп кенә ҡалмай, ә хатта суд ҡарарҙа­рының ни өсөн шундай булыуын да төшөндөрә. Ә ниңә һуң, улай булғас, халыҡтың хоҡуҡи кимәле бик күтәрелә һалмай?
Белгестәр аңлатыуынса, бөтә ғиллә шунда – закон тураһындағы мәғлүмәт үҙе генә бер нәмә лә бирмәй. Интернеттан төрлө закондарҙы һәм уларға аңлатма­ларҙы сығарып алып һәм улар менән “ҡоралланып” судҡа йыйынған кешегә адвокат менән беренсе осрашҡанда уҡ был ҡағыҙҙарҙың һис кәрәге булмауы асыҡлана. Ә тәжрибәле юрист ошо кешегә ниндәй ҠАНУНИӘТТЕҢ МАҠСАТҠА ЯРАШЛЫ БУЛЫУЫН ғына түгел, ә уның ХӘҘЕРГЕ ШАРТТАРҘА НИСЕК ҠУЛ­ЛАНЫЛЫУЫН да асыҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Әлбиттә, был осраҡта илдең хәҙерге хоҡуҡ системаһының үҙенсәлектәрен һәм эш итеү рәүешен дә белеү зарур. Уныһын инде ғүмер буйы өйрәнәләр.
Шулай ҙа дөйөм хоҡуҡи кимәл замандан артта ҡалмаҫҡа тейеш, шунһыҙ заманса йәмғиәт тураһында һүҙ ҙә йөрөтөү мөмкин түгел. Хатта көнкүреш низағтары кимәлендә лә хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлай белмәйбеҙ һәм был эштән ҡурҡабыҙ икән, ил һәм кешелек донъяһы алдында торған глобаль мәсьәләләрҙе нисек хәл итербеҙ? Енәйәтселекте булдырмауҙың да хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғына ҡайтып ҡалмауы үҙенән-үҙе аңлашылалыр.
– Беҙҙең халыҡта элек-электән адвокаттарға мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡыу бар, йәнәһе, бының өсөн бик күп аҡса кәрәк, – ти Башҡортостандың Адвокаттар палатаһының беренсе вице-президенты, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов. – Көн һайын беҙҙең республикала 230 адвокат халыҡты ҡабул итә. Улар һеҙгә гражданлыҡ, хеҙмәт, ғаилә, ер, мираҫ, административ ҡануниәт буйынса ярҙам күрһәтә ала. Адвокаттарҙың эше шул иҫәптән “Рәсәй Федерацияһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы Федераль закон һәм “Башҡортостан Республикаһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законы нигеҙендә лә ойошторолған.
Булат Ғүмәр улы аңлатыуынса, бушлай адвокат ярҙамы йән башына килеме ошо төбәктә рәсми билдәләнгән уртаса кимәлдән түбән булған кешеләр, шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән граждандар өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш, ошондай түләүһеҙ ярҙамға, килемдәренең күпме булыуына ҡарамай, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, инвалид балалар, етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған сабыйҙар һәм уларҙың законлы вәкилдәре хоҡуҡлы. Әйткәндәй, ғаиләһенә бала алырға теләгән кешеләр юридик кәңәш һорап килгәндә лә уларға был хеҙмәтте бушлай күрһәтергә тейештәр.
– Беҙ ойошторған мониторинг күрһәтеүенсә, юридик ярҙамдың ҡиммәт булыуы тураһындағы стереотип адвокатҡа мөрәжәғәт итмәүҙә төп сәбәп булып тора, һөҙөмтәлә бик күптәр проблемаһын үҙаллы хәл итергә ынтыла, ә был иһә көткән һөҙөмтәне бирмәй,– ти Булат Йомаҙилов.
Бынан тыш, халыҡ түләүһеҙ юридик ярҙам һорап Рәсәй Президентының Башҡортостан буйынса йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенә һәм Рәсәй юристары ассоциацияһының республи­калағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итә ала.
Хоҡуҡи аң кимәленең түбән булыуы енәйәтселекте ауыҙлыҡлауға ла ҡамасаулай. Иң аяныслыһы – үҫмерҙәр араһындағы енәйәтселек арта. Ул ата-әсәләрҙе лә, педагогтарҙы ла, юристарҙы ла, тотош йәмәғәтселекте лә берҙәй борсомай ҡалмай. Хәҙер был мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән социаль профилактика дәүләт власы органдарының һәм ижтимағи ойошмаларҙың эшмәкәрлегендә төп проблемаларҙың береһе итеп ҡуйыла. Тимәк, мәктәп уҡыусылары араһында хоҡуҡи грамоталылыҡты булдырыу һис тә ситтә ҡалырға тейеш түгел, сөнки илебеҙҙең аңлы йәмәғәтселеген яҡын киләсәктә улар тәшкил итәсәк бит. Белгестәр иҫәпләүенсә, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса беҙҙең илдә 40-ҡа яҡын дәүләт власы органы, предприятие һәм йәмәғәтселек ойошмаһы шөғөлләнә. Шул тиклем ҙур һан, тәү ҡарашҡа, был эшмәкәрлектең уңышлы барыуына шик уятмай ҙа кеүек. Ғәмәлдә халыҡтың ошо ҡатламында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йүнәлешендә әллә ни алға китеш һиҙелмәй. Ни сәбәпле?
“Был тәңгәлдә бәлиғ булмағандар араһындағы енәйәтселектең психологик-педагогик үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмай”, тип яҙа “Себер уҡытыусыһы” ғилми-методик журналы. Үҫмер 10 – 12 йәш самаһына етеүгә уның “нимә яҡшы, нимә насар” тип аталған тормош фәлсәфәһе барлыҡҡа килә. Аңының формалашыуына ата-әсәһенең йәшәү рәүешенең, ҡараған фильмдарының, көнкүреш шарттарының ниндәй булыуы төп йоғонто яһай. Икенсе төрлө әйткәндә, йәмғиәттең мәҙәни кимәле ниндәй, ул тәрбиәләгән быуын да шундайыраҡ буласаҡ. 16 – 18 йәштәрҙәге кешенең тормошҡа ҡарашы әҙер була, һәм ул был шәхестең тормош юлын да билдәләй.
Уҡыу ауыр бирелгән, китапҡа ҡарап нимәнелер өйрәнеү тәрбиәләнмәгән баланың уҡытыусы менән “кире бәйләнеше”, ҡағиҙә булараҡ, ҡатмарлы шарттарҙа бара, сөнки заманса программа нигеҙендә шөғөлләнгән һәм 30-лап бала иҫәпләнгән класта уҡығандарҙың һәр береһе менән оҙайлы аңлатыу эше алып барырға педогогтың ваҡыты ла ҡалмай. Һөҙөмтәлә бала өлгәшмәй башлай, “икеле”ләре күбәйә, өйҙә ата-әсәһе әрләй һәм, тәбиғи, унда мәктәптән ситләшеү ынтылышы көсәйә. Аңлашылыуынса, мәктәптең һәр баланың үҙенсәлеген иҫәпкә алыу мөмкинлеге булмауы – йәмәғәтселектең проблемаһы. Бында баланың ғәйебе юҡ, ләкин ошо осраҡта ул – үҫмерҙәр енәйәтселеге өсөн табыш. Уҡыу процесы урынына ул үҙенә башҡа кәсеп эҙләй башлай һәм контролдән ысҡына. “Урам тәрбиәһе”нең насар йоғонтоһона бирелгән үҫмерҙәрҙе йәмәғәтселек енәйәт ҡылып суд эскәмйәһенә эләккәс кенә күрә, ләкин уларҙы сабый саҡтан уҡ хоҡуҡи яҡтан аңлы, үҙ ҡылыҡтарының һөҙөмтәһе нимәгә алып килеүен күрә белерлек итеп үҫтереүгә өлгәшә алмайбыҙ әле.
Оло йәштәгеләрҙең хоҡуҡтары был тәңгәлдә айырым урын алып тора. Уларҙың хоҡуҡи белем алырлыҡ ғүмере ҡалмаған, әлбиттә. Шуны иҫәпкә алып, 2016 йылда Рәсәй Хөкүмәте “Рәсәй Федерацияһында оло йәштәгеләрҙең мәнфәғәтен яҡлау буйынса 2025 йылға саҡлы стратегия”ны раҫлағайны. Ул “Оло йәштәгеләрҙең хоҡуҡтары” проектын да үҙ эсенә ала. Проект оло йәштәгеләргә бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙе генә түгел, ә ҡартлыҡты ижтимағи фактор булараҡ нығытыуҙы, уларҙың йәмғиәттәге баһаһын билдәләүҙе һәм арттырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Һәм, әлбиттә, ололарҙың Рәсәй Конституцияһында ҡаралған гражданлыҡ, сәйәси, иҡтисади һәм башҡа хоҡуҡтарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеү ҙә күҙ уңында тотола. Пенсионерҙарҙы социаль яҡлау тәртибе “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законда ла аныҡ билдәләнгән, әммә уның нисек ғәмәлгә ашырылыуы иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.
Беҙҙең илдә генә түгел, тотош донъя күләмендә лә халыҡтың ҡартайған өлөшө арта бара. Былтыр Мәскәүҙә үткәрелгән һәм төрлө илдәрҙән 400-ҙән ашыу делегат ҡатнашҡан “Ҡартая барған йәмғиәттән – барлыҡ йәштәгеләр йәмғиәтенә” тип аталған II Милли конференцияла был һыҙыҡ өҫтөнә алынғайны.
– Ҡартлыҡ бөтә кешегә лә киләсәк, шуға уның проблемаларына йәмғиәт битараф ҡала алмай, – тине Новосибирскиҙағы “Йәмәғәт башланғыстарын яҡлау үҙәге” төбәк-ара фонды президенты Елена Малицкая. – Конференцияла ҡатнашыу Рәсәйҙә ололарҙы яҡлау эшенең нисек ҡуйылыуын аңларға ярҙам итте. Башҡортостандың миҫалы оҡшаны: республикала “Оло йәштәгеләргә миһырбанлы ҡала” технологияһы булдырылған һәм уңышлы ҡулланыла икән. Күп кенә төбәктәрҙә эшҡыуарҙарҙың оло йәштәгеләргә ярҙам итеүгә үҙ теләге менән ихлас ҡушылыуы шатландырҙы.
Ҡарт кешеләрҙең проблемаһы юридик ярҙам алыуҙан ғына тормай, әлбиттә. Оло йәштәгеләргә эшкә урынлашыуы ла, ҡайҙалыр тейешле юлланма алыу ҙа, ветерандарға шифаханаға бушлай путевкаға эйә булыу ҙа еңел түгел. Элекке ауыр замандарҙы күреп үҫкән быуындың был ҡатмарлыҡтарға әллә ни иҫе китеп бармай, ләкин үҫеп килгән быуындың да быны ғәҙәти хәл итеп ҡабул итергә өйрәнеүе ихтимал бит.