Халыҡтың талабы урынлы

12-07-2017, 09:39 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Халыҡтың талабы урынлыАуыр йөк машиналарының күп йөрөүе, шул арҡала юлдарҙың үтеп булмаҫлыҡ хәлгә килеүе сәбәпле, Нуриман районындағы бер нисә ауыл халҡының ошо юлға кәртә ҡуйырлыҡ хәлгә етеүе тураһында беҙҙең гәзит яҙғайны инде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән мәсьәлә хәл ителде.


Ауыл халҡының күтәрелеп сығыуын Рөстәм Зәки улы: “Был – урындағы конфликт ҡына түгел, ә кешеләрҙең үҙ хоҡуҡтарын нығыраҡ даулай башлауы, властың яй ҡыланыуына мөнәсәбәте киҫкенерәк була барыуы”, – тип аңлатты. Халыҡтың талабын республика етәксеһе ғәҙел тип атаны, хәлде асыҡлау һәм халыҡҡа ярҙам итеү өсөн ул районға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ильяс Мөнировты ебәрҙе. Ҡыҙылъяр – Саруа юлын нисек ремонт­лауҙарын ҡарап, вице-премьер уны ауыр машиналар өсөн ваҡытлыса ябып торорға һәм йөк контроле буйынса үлсәү пункттары ҡуйырға ҡарар итте.
– Юлды йүнәтеп бөткәнсе ағас тейәгән йөк машиналары үтергә тейеш түгел, улар өсөн Ҡариҙел аша тағы бер юл бар, ә быны­һын 1 авгусҡа тиклем өлгөртөргә тейешбеҙ, – тине Ильяс Яхъя улы.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары күрһәтмәһенә ярашлы, Вознесенский–Саруа, Ҡыҙылъяр – Яңы Субай юлдарында йөк транспорты хәрәкәтен сикләй торған билдәләр ҡуйылды. Объектта ике сменала эш бара, 45 берәмек техника йәлеп ителгән. Шулай уҡ 71 кешенән торған бригада эшләй. Республиканың Юл хужалығы идаралығына ошо юл япмаһының һәм бындағы күперҙең ниндәй ауырлыҡҡа иҫәпләнеүен асыҡларға ҡушылды. Юлдың әле ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, халыҡтың ауылдарҙан сығып йөрөүен айырым транспорт хеҙмәтләндерәсәк.