Эсмәйенсә ял итеү һәйбәтерәк

25-07-2017, 02:13 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Эсмәйенсә ял итеү һәйбәтерәк Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Сәләмәт тормош булдырыу стратегияһы” тигән мөһим документҡа иҫерткес эсемлектәрҙе ял көндәрендә һатыуҙы тыйыуҙы ла индерергә уйлай. Был ҡағиҙә нимә бирәсәк һәм, иң мөһиме, йоғонтоһо булырмы?Ошо министрлыҡ ҡарамағындағы Иҫкәртеү медицинаһы дәүләт ғилми-тикшеренеү үҙәге (ГНИЦПМ) хәбәр итеүенсә, алкоголде артыҡ күп ҡулланыуға ҡаршы көрәш уңышҡа өлгәшеүҙән алыҫ әле. Илебеҙҙә спиртлы эсемлектәрҙе һатыу сәғәттәрен сикләү сараһы ғәмәлгә инде, ләкин “айыҡ сәғәттәр” бер тәүлектән дә ашмай, тимәк, ял көндәрендә һатыуҙы ла тыйырға кәрәк, ти Үҙәк белгестәре. Миҫалға улар Чукотка автономиялы округын килтерә: унда ҡайһы бер райондарҙа араҡыны бер тәүлектән алып ун тәүлеккә саҡлы һатыу сикләнгән икән.
Сәләмәт тормош булдырыу стратегияһы быйыл ғына барлыҡҡа килде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы унда шешәләрҙә иҫерткес эсемлекте ҡулланыуҙың иң ҙур тәүлек дозаһын күрһәтергә лә тәҡдим итә.