Закондарҙа – тормош һулышы

25-07-2017, 02:22 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Закондарҙа – тормош һулышы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы яҙғы сессияһының һуңғы ултырышы булып уҙыуы һәм уның Рәйесе Константин Толкачевтың парламент эшмәкәрлегенең йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы ойоштороуы тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. Республикабыҙҙың ҡануниәт системаһы ошо осорҙа ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе, ниндәй көнүҙәк проблемаларҙы хәл итте, матбуғат конференцияһына йыйылған хәбәрселәрҙе нимәләр борсой? Парламент етәксеһе ошо һорауҙарға яуап бирҙе.

– Башҡортостан парламентының яҙғы сессияһы тарихта ҡалды. Уның ошо осорҙағы эшмәкәрлеге йоғонтоло була алдымы? Хәҙерге депутаттарҙың эшсәнлегенә ҡарашығыҙ нисек?
– Был осор күп сараларҙы үҙ эсенә алды. Ете пленар ултырыш, ете тапҡыр Президиум ултырышы булып уҙҙы, байтаҡ комитет ултырыштары үткәрелде, эксперт советтары һәм эш төркөмдәре йыйылып кәңәшләште. Яҙғы сессияла республикабыҙ парламенты барлығы 82 закон һәм 100-гә яҡын ҡарар ҡабул итте, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарауына ете федераль закон проектын ебәрҙек.
Депутаттар командировкаларға ла йыш сыҡты, район һәм ҡалаларға йәки предприятиеларға барып күсмә ултырыштар үткәрҙе. Эш төркөмдәренең маҡсаты теге йәки был көнүҙәк проблеманы өйрәнеү ине, уларҙың тикшеренеү һөҙөмтәһе артабан беҙ эшләгән закон проекттарына инеп китә һәм парламент ҡарауына сығарыла йәки хөкүмәткә ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса тәҡдимдәр итеп ебәрелә.
Беҙ Рәсәйҙең парламент йәмәғәтселеге ойошторған барлыҡ сараларҙа ла тиерлек ҡатнаша алдыҡ. Бынан тыш миңә Грецияның баш ҡалаһында үткән Европа Советының Урындағы һәм төбәк власть конгресы үткәргән сарала, Европа Советының Германиялағы Страсбург ҡалаһында уҙғарылған пленар ултырышында ҡатнашырға насип булды. Үҙебеҙ ҙә төрлө тарафтарҙан парламент делегацияларын ҡабул иттек. Рәсәйгә санкциялар иғлан ителгәндән алып тәүге тапҡыр Германиянан Ирекле Саксония дәүләте Ландтагынан 13 парламен­тарийҙан торған вәкәләтле эш төркөмөнөң дүрт көн беҙҙә булып китеүе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарихындағы ҙур ваҡиға булып иҫтә ҡалды. Был осрашыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан Хөкүмәтенең эш төркөмө лә Дрезден ҡалаһына иҡтисади хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөр өсөн юлланыр тип планлаштырыла. Ҡырғыҙстан делегацияһы менән осрашыу ҙа беҙҙең мәҙәни һәм дини яҡтан уртаҡлыҡтар күп булыуын асыҡланы, был һөйләшеү ҙә үҙ емештәрен бирер тип көтәбеҙ. Белдекле даирәләр менән кәңәшләшеү һәм яраштырыу һөҙөмтә­һендә Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы делегацияһы менән осрашыу ҙа эшлекле документ булып йомғаҡланасаҡ.
Шуныһына иғтибар йәлеп итергә теләйем: депутаттарҙың һайлаусылар менән аралашыуы даими рәүештә барҙы, бөтәһе дүрт меңдән ашыу осрашыу ойошторолдо. Унан тыш та депутаттар халыҡтан төрлө мөрәжәғәттәр, тәҡдимдәр һәм ялыуҙарҙы йыш ала. Әйткәндәй, быныһын ыңғай хәл тип баһаларғамы икән: ошондай хаттар һуңғы айҙарҙа арта төштө.
– Алданған өлөшсөләр тураһында закон ҡабул ителеүен һәм уның ғәмәлгә инеүен беләбеҙ. Ләкин, күре­неүенсә, был проблема тулыһынса хәл ителеүҙән алыҫ әлегә. Ҡануни яҡтан дөрөҫ килешеү төҙөп тә, һуңынан барыбер алданып ҡалған кешеләрҙе яҡлау өсөн ниндәй юлдар күрәһегеҙ?
– Ошо хәлде алдан уҡ иҫкәртеү һәм килешеүҙең мотлаҡ үтәләсәген тәьмин итеү маҡсатында беҙ ҡабул иткән Закон, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көтөлгән һөҙөмтәне бирмәне. Бында объектив сәбәптәр ҙә, субъектив булғандары ла бар, муниципаль органдар һәм йәмәғәтселек ойошмалары яғынан контроль дә тейешле кимәлдә булманы. Бөтә донъяла төҙөлөштәге тәүәккәллек страховкалана, беҙҙә лә шулай булыр тип уйлағайныҡ. Ҡабул ителгән ҡануниәткә ярашлы, төҙөлөш объектын башлар алдынан уны һаласаҡ ойошма страховка фондына иғәнә күсерә. Күптән түгел Дәүләт Думаһындағы осрашыу­ҙарҙың береһендә шундай мәғлүмәт бирҙеләр: яңы ҡануниәт нигеҙендә төҙөүселәрҙең страховкалау фондына 30 миллиард һумдан ашыу аҡса тупланған, әммә уның бер тине лә алданған өлөшсөләргә бирелмәй икән. Әле ил парламентында яңы закон проекты әҙерләнә. Ул компенсациялау фонды булдырыуҙы күҙ уңында тотасаҡ.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай кимәлендә беҙ алданған өлөшсөләр менән ҙур һөйләшеү үткәрергә ниәтләйбеҙ. Тәбиғи, осрашыуҙа республика Хөкүмәте вәкилдәре лә буласаҡ. Проблеманың хәл ителеше хоҡуҡи-норматив документ­тарҙың нисек үтәлеүенә бәйле. Артабан да шул йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, бөтә ҡабул ителгән ҡарарҙар хоҡуҡи сиктәрҙән сыҡмаҫҡа тейеш. Бер генә нәмә әйтә алам: был тәңгәлдә еңел ҡарарҙар булмаясаҡ.
– Хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн, ғәҙәттә, административ яза ҡаралған. Ләкин, күптәрҙең фекеренсә, улар бик йомшаҡ: 300 – 500 һум штраф кемде туҡтата алһын хәҙерге заманда... Шулай тип әйтеүселәр ҙә бар: ҡаҙнаға штраф йыйыу кәмемәһен өсөн закон сығарыусылар административ язаны ҡатылатмау яғында. Ғәмәлдә хәлде нисек аңлатырға мөмкин?
– Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы ҡарарҙарҙың күбеһе тормошҡа ашмай ҡала, бының сәбәптәре араһында иң йыш осрағаны – тейешле ваҡыттың үтеп китеүе. Шуныһын онотмаҫҡа кәрәк: теләһә ниндәй штраф та ғаилә бюджеты өсөн ҙур юғалтыу булып тора. Бигерәк тә балалы ғаиләләр өсөн. Шуға күрә үтә ҙур штраф билдәләү урынлы түгел. Административ язаның аҡсалата күләмен билдәләр алдынан беҙ һәр яҡлап уйларға, төрлө эксперттарҙың фекере һәм һығымтаһы менән ҡоралланырға тейешбеҙ. Хәйер, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы штраф үҙе генә туҡтата алмай. Был федераль ҡануниәт кимәлендә лә шулай аңлатыла.
– Дәүләт Йыйылышының эшмәкәр­леге киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртыла килә. Һеҙ был хеҙмәттәшлектән ҡәнәғәтме?
– Иғтибар ҙур һәм беҙгә оҡшай, ләкин парламент журналистикаһы саҡ барлыҡҡа килә генә әле. Шулай ҙа уның киләсәге өмөтлө тип уйлайым, сөнки ул йәмәғәтселектә парламенттың абруйын күтәреп кенә ҡалмай, ә депутаттарҙың үҙҙәренә лә халыҡты борсоған проблемаларҙан ситләшмәҫкә ярҙам итә.
– Күптән түгел бюджет хеҙмәткәр­ҙәренең эш хаҡын күтәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Депутаттарҙың хеҙмәт хаҡы һуңғы тапҡыр ҡасан һәм күпмегә арттырылды?
– Был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының бухгалтерия­һында һорашырға кәрәктер, моғайын, сөнки эш хаҡы мәсьәләһен ҡасан ҡарағаныбыҙҙы хәтерләмәйем. Һуңғы тапҡыр биш йыл самаһы элек булды, ахырыһы. Был мәсьәләнең көн тәртибенә ҡуйылмағанына күптән була инде. Беҙ сығымдарҙы арттырмау яғында, хатта һәр сараны арзаныраҡ үткәреү юлын ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, теге йәки был проблема буйынса юристарҙан торған түләүле авторлыҡ коллективы булдырыу ҡайһы бер субъекттарҙа ғәҙәти хәл һанала, ә Дәүләт Йыйылышында һис ҡасан ундай юл һайланманы, бөтә хоҡуҡи процестарҙы үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ. Башҡорт­остан парламентының баҫалҡы икәнле­генә ышаныу өсөн башҡа субъекттарҙағы һан яғынан беҙҙеке менән бер сама булған закон сығарыу органдарының сайттарын асып ҡарау һәм уларҙы аҫрауға киткән сығымды беҙҙеке менән сағыштырып ҡарау ҙа етә.
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: хәҙерге еңел булмаған заманда төбәк парламенты ҡатмарлы иҡтисади һәм социаль процестарға йоғонто яһарға һәләтлеме?
– Иҡтисади яҡтан алып ҡарағанда, беҙ республикала ярайһы уҡ уңайлы инвестиция мөхите өсөн шарттар тыуҙырған ҡануниәт булдырҙыҡ, был тәңгәлдә Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләйбеҙ, һәм беҙҙең был тәжрибәне башҡа субъекттар ҙа өйрәнә башланы. Белеүебеҙсә, хәҙерге заманда инвестиция өсөн көрәш бара: инвестиция булһа, предприятиелар ҙа асыласаҡ, эш урындары ла артасаҡ, конкуренцияға һәләтле продукция төрҙәре лә күбәйәсәк һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, бюджетҡа һалым һәм йыйым үҫәсәк. Тимәк, социаль мәсьәлә­ләрҙе тиҙерәк һәм юғарыраҡ кимәлдә хәл итеү мөмкинлеге тыуасаҡ.
Бюджет тураһында ҡануниәт булдырыу еңел эш түгел. Рәсәйҙең ҡаҙна аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән бер генә субъекты ла юҡ, бюджетты раҫлар алдынан һәр нәмәне иҫәпләргә, үлсәргә тура килә. Ҡасан ғына әле Башҡортостан социаль тәьмин ителеш буйынса ил төбәктәре араһында етмешенсе урындарҙың береһендә килә ине: мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм мәҙәниәт учреждениелары, башҡа объекттар буйынса ҡытлыҡ ҙур ине. Хәҙер республикабыҙ был йәһәттән илдең алдынғы төбәктәре иҫәбендә.
Башҡортостан парламенты ҡабул иткән ниндәй генә законды алып ҡараһаҡ та, уның нигеҙендә иҡтисад ята, һәм ул үҙе лә иҡтисади процестарға йоғонто яһамай ҡалмай. Һуңғы осорҙа коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәт камиллаша бара һәм, ул ғына түгел, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошо йүнәлештәге федераль закондарҙы камилыраҡ итеү буйынса Дәүләт Думаһына бер нисә тапҡыр тәҡдим индерҙе.
– Башҡортостан парламентының бер генә ултырышы ла башҡарма власть органдарының вәкилдәре ҡат­нашлығынан тыш үтмәй. Депутаттар алдында республиканың ғына түгел, федераль власть органда­рының беҙҙең төбәктәге етәкселәре лә отчет тота. Депутаттар ҡабул иткән ҡарар­ҙарҙың артабан башҡарма власть тарафынан үтәлеү-үтәлмәүен, тәҡ­дим­­дәр­ҙең нисек тормошҡа ашыуын күҙәтеп бараһығыҙмы?
– Был эштең нисек башланып китеүе лә ҡыҙыҡлы. Быйыл апрелдә Санкт-Петербургта үткән конференцияла Рәсәй Президенты Владимир Путинға шулай тип мөрәжәғәт иткәйнеләр: һәр субъектта федераль башҡарма власть органда­рының бик күп идаралыҡтары тупланған, ләкин уларҙың нимә менән шөғөлләнеүе киң йәмәғәтселеккә билдәле түгел, төбәк ҡануниәтенең талаптары ла уларға ҡағылмай. Президент шулай тине: “Һеҙ үҙ биләмәгеҙҙәге теләһә ниндәй федераль органдан да отчет талап итергә хаҡлы”. Хәҙер бындай отчеттар һәйбәт йолаға әүерелә башланы.
Майҙа беҙ Башҡортостан Прокуро­рының ҡануниәттең нисек күҙәтелеүе тураһындағы отчетын тыңлағайныҡ, июндә Федераль һалым хеҙмәте етәксеһенең сығышы ла ҡыҙыҡлы ғына булды, ә июлдә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры ошо тармаҡтағы бөгөнгө ҡатмарлы проблемалар һәм уларҙың хәл ителеше тураһында һөйләне. Көҙ республикалағы “Росприроднадзор” етәкселегенең экологик ҡануниәттең торошо хаҡындағы отчетын тыңларға иҫәп тотабыҙ. Тәбиғи, бер юлы ошо сығыш яһаусыларҙың республикалағы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен һәм иҫкәрмәләрен дә тыңларға теләр инек. Был эш артабан да дауам итәсәк.