Бер юлы – өс мәктәп!Яңы уҡыу йылына белем усаҡтарының әҙерлеге ниндәй кимәлдә, малай һәм ҡыҙҙарҙың йәйге ялы нисек ойошторолған, мәктәптәр һәм балалар баҡсаларына индерелгән яңы эш алымы – аутсорсинг – үҙен аҡлаймы? Башҡортостандың мәғариф министры, психология фәндәре докторы Гөлназ ШАФИҠОВА матбуғат конференцияһында мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе тураһында ғына тәфсирләп һөйләмәне, ә ошо сетерекле һорауҙарға ла яуап бирҙе.

Гөлназ Радмил ҡыҙы белдереүенсә, хәҙер уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үткән йылдарҙан ныҡ ҡына айырыла. Әгәр элек педсовет райондарҙа йәки бүтән ҡалаларҙа уҙғарылһа, әле сара баш ҡаланың нәҡ үҙендә үткәрелә. Әйткәндәй, ваҡыты буйынса ла ҡыҫҡартылған – ике генә көн (11 һәм 12 август) – булыуына ҡарамаҫтан, бай программа төҙөлгән. Иң мөһиме – тәрбиә мәсьәләһенә (тема – “Башҡортостанда тәрбиә системаһын камиллаштырыу”) өҫтөнлөк бирелеүе алмаш әҙерләүгә иғтибарҙың көсәйеүе хаҡында бәйән итә. Кадрҙар һәм идара итеү мәсьәләләре иһә – 5-6 октябрҙә үтәсәк Уҡытыусылар съезында, ә бүтән һорауҙар “Мәғарифтың киләсәге” тип аталған халыҡ-ара форумда ҡараласаҡ.
Мөғәллимдәрҙең бер нисә урында фекер алышыуы көтөлә. Әлбиттә, тәрбиәүи мәсьәләнең алғы планға ҡуйылыуы күпте һөйләй. Йәнә заманса белем биреү шарттарында бәлиғ булмағандарҙы тормошҡа яраҡ­лаштырыу буйынса профилактика эшенә яуап биргән органдарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге, уҡыу сифатын баһалағанда милли-төбәк системаһы үҙенсәлектәре, һөнәри белем биреү ойошмаларындағы тәрбиә эштәре буйынса майҙансыҡтар, “Университет 3.0” тигән семинар, шулай уҡ күргәҙмә – шуға асыҡ миҫал. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тәүге тапҡыр ата-әсәләр өсөн майҙансыҡ эшләйәсәк, үҙ сиратында өлкәндәр “Башҡортостандың алдынғы ата-әсәләре” исемле йәмәғәт ойошмаһын булдырырға уйлай. Туған телдәр буйынса методистар осрашыуы ла күҙ уңында тотола. Пленар ултырыш иһә бар һорауҙарға ла асыҡлыҡ индерәсәк. Мәғариф министры республикабыҙҙың Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса алдынғылыҡты бирмәүе, шул уҡ ваҡытта тәрбиә мәсьәләһендә ҡайһы бер һорауҙар осрап тороуына айырым баҫым яһаны.
– Белем көнө алдынан Өфөлә бер юлы өс мәктәп асыласаҡ, – тине Гөлназ Шафиҡова. – Заманса төҙөлгән Дим районындағы, Колгуевский биҫтә­һендәге һәм Нуғай ауылындағы белем усаҡтарында тәүге ҡыңғырауҙар яңғыраясаҡ. Бынан тыш, бүтән белем биреү учреждениеларының һәммәһе лә ағымдағы ремонт йә капиталь төҙөкләндереү үтте.
Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, аутсорсингка күскән мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ҡытыршы­лыҡтар юҡ, эш күптән яйға һалынған.