Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белореттың майы ла, ҡорото ла тәмле
Белореттың майы ла, ҡорото ла тәмлеБелорет — урман-тауҙар иле, шуға ла ауыл хужалығын үҫтереү ауыр тиһәләр ҙә, гигант фермалары булмаған төбәктә ярты быуаттан ашыу тарихы булған Белорет май-сыр һәм консерва заводы уңышлы эшләп килә. Эйе, уңышлы тип бик ҡыйыу әйтә алабыҙ, сөнки ниндәй заман һәм иҡтисади ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, ул тотороҡло үҫеш юлында. Бөгөн предприятиела 160-тан ашыу кеше эшләй һәм 60-тан ашыу һөт ризыҡтары етештереү ҡеүәтенә эйә. Һуңғы йылдарҙа комбинатта ҡорамалдар ҙа яңыртылған. Әлеге ваҡытта предприятиеның ҡеүәте ҙур.
Аҙыҡ-түлек етештереү — ҙур яуаплылыҡ талап иткән тармаҡ, сөнки ул туранан-тура кеше һаулығы, ғүмере хәүефһеҙлегенә бәйле. Был үҙе үк производствола етештереү технологияһын теүәл үтәүҙе талап итә.
Был йәһәттән Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты быға тиклем һынатҡаны булманы. Шуға ла комбинатта етештерелгән һөт ризыҡтарын бер тәмләп ҡараған һатып алыусы унан баш тартмаясаҡ. Әлбиттә, быға комбинаттың һөт ризыҡтары етештереүҙә йылдар дауамында тупланып килгән традициялары һәм тәжрибәһе булышлыҡ итә. Магазин кәштәләре аҙыҡ-түлектән һығылып торған заман булһа ла, белореттар әле лә Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты әҙерләгән ҡайнатылған һөт, ҡаймаҡ, аҡ май, эремсек, кефир, сыр кеүек ризыҡтарҙы яратып ала.
Әммә комбинат бының менән генә сикләнмәй һәм заман һатып алыусыһының һорауын ҡәнәғәтләндерерлек аҙыҡ-түлек етештереүгә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, һуңғы биш-алты йылда составында банан, еләк, абрикос, көртмәле кеүек тәбиғи продукттар булған йогурт сығара. Спред, составында иген культуралары булған бефилайф, айран, татлы эремсек, ванилле эремсек, төрлө сыр етештереүҙе лә яйға һалғандар бында. Ә инде башҡорт халҡының милли ризығы ҡорот магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятмай, халыҡ шунда уҡ алып бөтә.
Белореттың майы ла, ҡорото ла тәмлеБынан тыш, предприятиела консерва цехы ла уңышлы эшләп килә. Ул ҙур етештереү ҡеүәтенә эйә. Цехта төрлө һут, емеш-еләк эсемлеге, кеүәҫ, биш төрлө соус һәм паста, лечо әҙерләнә. Яңыраҡ алынған фин ҡорамалы продукция сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән. Комбинат етәкселегенең күптәнге хыялы ла бар — киләсәктә урындағы халыҡтан емеш-еләк, йәшелсә һатып алып, пюре, борщ, щи, солянка кеүек продукция етештереү. Был башланғыстары ла уңышлы: улар тәҡдим иткән соус “Башҡортостан ризығы” проектында “Иң яҡшы продукция” исеменә лайыҡ булып, миҙал менән бүләкләнгән. Кеүәҫ цехы ла уңышлы эшләй. “Боярский”, “Окрошечный” кеүәҫтәрен халыҡ яратып ала.
Комбинат коллективы республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, Мәскәүҙә уҙған “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә ҡатнашып, “Белорет һөт, май-сыр комбинаты” йәмғиәте һәр саҡ миҙалдар алып ҡайта.
Белоретта әҙерләнгән һөт ризыҡтары республика һәм Силәбе, Свердловск өлкәләре магазиндарына, сауҙа селтәрҙәренә сығарыла, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, шифаханаларға ебәрелә.
Шуныһы ҡыуаныслы: илебеҙ иҡтисади яҡтан ауырлыҡ кисерһә лә, “көрсөк” тигән төшөнсә Белорет май-сыр һәм консерва комбинатына зыян килтермәгән. “Биш йыл үҫеш кисерҙек, әле лә етештереү күләмен кәметмәнек. Һалым, пенсия фонды кеүек бюджет һәм бюджетҡа ҡарамаған иҫәптәр буйынса ла бурысыбыҙ юҡ”, — тине комбинат директоры Нәзиф Солтан улы Фәйзуллин.
Иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлап килеүҙә, әлбиттә, етәксенең роле баһалап бөткөһөҙ. Нәзиф Солтан улы — үҙе ауыл кешеһе, Белорет районының Аҙналы ауылында тыуып үҫкән. Ауыл хужалығы институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын инженер булып башлай, һуңынан, уға ышаныс белдереп, халыҡ Әзекәй ауыл Советы хакимиәте биләмәһе башлығы итеп һайлай. Район хакимиәтендә ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе вазифаһында ла эшләй. Ошо йылдарҙа тупланған тәжрибә комбинатҡа уңышлы етәкселек итеүгә булышлыҡ итә. Нәзиф Солтан улы предприятиеның үҫешен тәьмин иткәне, продукция төрлөлөгөн һәм сифатын яҡшыртыуға өлгәшкәне өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Урман-тауҙар илендә һөттө ҡайҙан алалар икән, тигән һорау тыуғандыр гәзит уҡыусыла.
— Һөттө Белорет, Учалы райондарынан шәхси хужалыҡтарҙан йыябыҙ. Үҙебеҙҙең район крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан “Игенсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ҡалғандар иһә һөттәрен урамда тороп һата. Силәбе өлкәһенән ауыл хужалығы предприятиелары һөт менән тәьмин итә, — тине Нәзиф Солтан улы.
Әлбиттә, эшләргә теләгән кешегә һөт ризыҡтары етештереүҙә урман-тауҙар кәртә була алмай. Әммә урындағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һөттө комбинатҡа тапшырһа, преприятиеның һөт алыуға киткән сығымдары күпкә кәмеп, беҙ һатып алған һөттөң үҙҡиммәте төшөүенә һәм хаҡтарҙың арзанайыуына ла булышлыҡ итер ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Эш урынында табип ярҙамы алыу уңайлы

Эш урынында табип ярҙамы алыу уңайлы 20.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Хеҙмәткәрҙәрҙең ваҡыты ла, көсө лә сарыфланмай....

Тотош уҡырға 31

Тағы ла бер яңы ФАП

Тағы ла бер яңы ФАП 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды....

Тотош уҡырға 47

“Улым йыш-йыш күҙ йомғолай…”

“Улым йыш-йыш күҙ йомғолай…” 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Беҙ бөтәбеҙ ҙә минутына 15-20 тапҡыр күҙ йомғолайбыҙ. Күҙҙең һаҡланыу реакцияһын һиҙмәйбеҙ ҙә...

Тотош уҡырға 56

Памперстарҙың зарары юҡ

Памперстарҙың зарары юҡ 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Хәҙерге заман әсәйҙәре подгузник, памперс тип йөрөтөлгән сабыйҙар өсөн бик кәрәкле гигиена...

Тотош уҡырға 70

Етемдәргә ниндәй өҫтәмә гарантиялар ҡаралған?

Етемдәргә ниндәй өҫтәмә гарантиялар ҡаралған? 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса ҡаралған өҫтәмә...

Тотош уҡырға 98

Хәҙер табип үҙе килә

Хәҙер табип үҙе килә 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Нуриман районында тәүге тәгәрмәсле ФАП эшләй башланы....

Тотош уҡырға 73

“Беҙгә баланың күңел тыныслығы  бик ҡиммәт”
Йәшенә ҡарама... табиптың

Йәшенә ҡарама... табиптың 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап эшкә ҡайтҡан йәш табиптар бөгөн Мәләүез район...

Тотош уҡырға 54

Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡ

Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡ 15.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында балалар емерек мәктәптә уҡыған....

Тотош уҡырға 93

Хеҙмәт “терапияһы” алғандар тормошҡа яраҡлаша
Бындай баһа – беҙгә генә!

Бындай баһа – беҙгә генә! 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан социаль өлкәне һәм социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш...

Тотош уҡырға 63

"Тәгәрмәсле"  табип килде

"Тәгәрмәсле" табип килде 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Красноусол (Ғафури районы) үҙәк район дауаханаһында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй....

Тотош уҡырға 101