Һау бул, йәй! Һаумы, мәктәп!Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция рәүе­шендә мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләләренә арналған селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Хөкүмәт Премьер-министры әйтеүенсә, быйыл Рәсәйҙә 30 миллион самаһы кеше уҡырға барасаҡ. Мәктәптәрҙә 15,5 миллион уҡыусы парта артына ултырасаҡ, шуларҙың 1,8 миллионы — беренсе кластар. Балалар һаны былтырғы менән сағыштырғанда 100 меңгә күберәк. Баҡсаға йөрөгән сабыйҙар һаны ла артып, 7,3 миллионға еткән.
— Беҙ балаларҙың сифатлы белем алыуын тәьмин итергә тейешбеҙ, — тине Дмитрий Медведев. — Тотош мәғариф системаһының, шулай уҡ һәр уҡыусының һөҙөмтәләре кескәйҙәр, уҡыусылар, студенттар өсөн тыуҙырылған уҡыу шарттарына бәйле.
Хөкүмәт Рәйесе әле Рәсәйҙә 94 мең мәғариф учреждениеһы, шул иҫәптән 42 мең мәктәп барлығы хаҡында хәбәр итте. 1 сен­тябргә 76 яңы мәктәп, ә йыл аҙағына тиклем тағы ла 94 белем усағы сафҡа инәсәк. 2009 йылдан алып авария хәлендәге мәктәптәр һаны дүрт тапҡырға тиерлек кәмегән. Балалар баҡсаларына килгәндә, 2013 йылдан мәктәпкәсә учреждениеларҙа 1,5 миллиондан ашыу урын булдырылған. Әле баҡсаларға сират юҡ тиерлек.
— Колледждарға, техникумдарға уҡырға инеүселәр һанының артыуы күҙаллана, — тине Дмитрий Медведев. — Урта һөнәри белемде үҫтереү буйынса төбәк программаларына булышлыҡ итергә кәрәк, сөнки юғары квалификациялы эшсе кадрҙарға ихтыяж бар. Шул уҡ ваҡытта юғары белемде лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай.