Йылы һүҙ ҙә, йылы йорт та кәрәк

6-10-2017, 00:11 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Йылы һүҙ ҙә, йылы йорт та кәрәкМай айында Ирсай ауылында дәүләт ҡарамағында булмаған стационар пансионат эш башланы. Бында өлкән йәштәге һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға социаль хеҙмәт күрһәтелә.


Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә бындай проект тәүге тапҡыр тормошҡа ашырыла. Әгәр ул уңышлы эшләп китһә, киләсәктә республика буйынса тағы ла ошондай бер нисә пансионат төҙөләсәк.
Ирсай ауылындағы элекке балалар баҡсаһы 2012 йылдың 29 майында уҡ Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт мөлкәте итеп теркәлә. 2013 йылда уға 16,4 миллион һумлыҡ капиталь ремонт үткәрелә. Ә шулай ҙа объектты сафҡа индереү өсөн “Ғаилә” халыҡты социаль хеҙмәтлән­дереү үҙәге етәк­сеһе Иршат Хисамет­ди­новҡа йорт йыһаз­дары алыу, кер йыуыу, аш бүлмәһе, медицина һәм баш­ҡа бүлмәләр өсөн кәрәк-яраҡ йүнләүгә өҫтәмә сығымдар талап ителә.
Йылы һүҙ ҙә, йылы йорт та кәрәкБөгөн пансионатта 15 эш урыны бул­ды­рылған, йүнәл­тмә менән граждан­дар­ҙы ҡабул итеү баш­ланған. Әлегә унда ете кеше социаль хеҙмәт­ләндереү ҡарамағында. Шулай уҡ сентябрҙән түләүле урын­дарға урынлаштырыу бойомға ашырыла. Әйткәндәй, бындағы 25 урын­дың ун бише республика бюджеты иҫәбендә булһа, унауһы түләүле.
Был проект “Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы Ирсай ауылында оло йәштәге һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн стационар хеҙмәт­ләндергән дәүләт ҡарамағында булмаған пансионат” булараҡ Башҡор­тостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығы менән “Ғаилә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙ-ара килешеү ниге­ҙендә эшләнгән.
– Беҙҙә ололарға бөтә уңай­лыҡтар булдырылған, бер бүлмәлә берәр, икешәр кеше йәшәй. Туҡ­ланыу яҡшы ойошторолған, – ти пансионат мөдире Алексей Йәми­ҙәнов. – Һәр яҡлап иғтибар, ихтирам күрһәтергә тырышабыҙ. Оло кеше­ләр үҙҙәре лә хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа, баҡсала эшләргә ярата...