үҙ өйөңә ни етә?!Мишкә ауылында авария хәлендәге өйҙәрҙә йәшәгәндәргә 24 фатирлы торлаҡ төҙөлдө. Был программала район 2014 йылдан алып ҡатнаша. Быға тиклем улар ике-өс ҡатлы һәм 17, 36 фатирлы өйҙәрҙе һалып, авария хәлендәге алты күп ҡатлы йорттоң өй хужаларын күсергәндәр ҙә инде. Ә инде быйыл 24 фатирлыһын төҙөп, ун ете ғаиләгә һәм алты етем балаға асҡыс тапшырғандар.

Төҙөлөш эшен Торлаҡ төҙөү фондының заказчик-төҙөүсеһе, “Аксиома” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте, былтыр башлап, килешеүгә ярашлы, быйылғы йылдың авгусында тамамлаған.
Шулай уҡ Мишкә ауылында Паралимпия спорты үҙәген проектлау һәм төҙөү эше уңышлы тамамланды. Үҙәктең проекты 2010 йылда “Роспроект” проекттар институты, капиталь төҙөлөштөң етәкселеге, “Портал” генподряд ойошмаһы тарафынан ҡабул ителә.
Бында ҡунаҡхана, ашхана, бассейн, уҡсылар тиры, тренажер, теннис залдары урын алған, һәм улар паралимпия спортсылары өсөн бөтә халыҡ-ара нормаларға тап килә. Спорт үҙәге бөгөн тулы көскә эшләп, район халҡын ҡыуандыра.
үҙ өйөңә ни етә?!Шулай уҡ райондың юлдары һәм күперҙәре тәңгәлендә лә ҙур мәсьәләләр ыңғай хәл ителгән. Мәҫәлән, Баймырҙа ауыл Советы биләмәһендәге Ҡыңғыр йылғаһы аша күпер Баймырҙа-Сурай-Иҫке Балтас ауылдарын тоташтырған. Был ҡоролма 1970 йылда урындағы төҙөлөш материалдары менән хужалыҡ тарафынан төҙөлгән. Шул осорҙан алып ремонт күрмәй торған күпер бөтөнләйе менән эшлектән сыҡҡан була. Шуға күрә лә үрҙә әйтелгән ауылдарҙың уҡыусыларын мәктәп автобусы Баймырҙаға 15 саҡ­рым аралыҡты урау юлдан йөрөтөргә мәжбүр булған. Урындағы халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәт­тәренән сығып, күпергә капиталь ремонт эшләү төҙөлөш эштәренең 2016-2017 йылғы планына инде­релгән. Был бурысты “Дормост” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте былтыр үҙ өҫтөнә ала. Унда 12 метр ергә асфальт-бетон юлы, йәйәүле­ләр үтеү өсөн махсус урындар һалына һәм тиҙ арала ҡулланыуға тапшырыла.