Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 9-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын тикшереүҙе планлаштыра.

Ошо башланғыс хупланған осраҡта, мәшғүллек хеҙмәте органдарына был кешеләргә ҡулай эш һайлауҙа һәм унда урынла­шыуға булышлыҡ итеү, уларға һөнәри йүнәлеш биреүҙе ойоштороу бурысы йөкмәтеләсәк. Закон проектында тәүге тапҡыр эш эҙләгән һәм эшһеҙ тип танылған етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға пособие түләү күҙаллана.
— Беҙҙеңсә, бындай саралар етемдәр өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Хеҙмәткә хоҡуҡтың һәм эшһеҙ­лектән социаль яҡлауҙың өҫтәмә гарантияларын билдәләү, уларға йылдамыраҡ аяҡҡа баҫыу, тормош юлын билдәләү мөмкинлеген бирәсәк, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Конс­тантин Толкачев. — Йәштәр һөнәр һайлағанда, тәүге эшен эҙләгәндә дәүләттең ярҙамы бик мөһим. Етемдәргә эшкә урын­лашыуҙа булышлыҡ күрһәтеү уларға илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булырға ярҙам итәсәк. Әгәр ҙә етемдәрҙе яҙмыш һынауҙарына дусар итһәк, йәштәр балалар йорттары һәм интернаттарынан сыҡҡас, эш тапмайынса, хәүефле юлға баҫыуы ихтимал. Был, беренсенән, уларҙың яҙмы­шын боҙасаҡ, икенсенән, тотош йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырасаҡ. Шуға күрә тикшерелгән закон проекты депутаттар тарафынан ғына хупланып ҡалмаҫ, киң йәмәғәт­селектә лә яҡлау табыр, тип ышанам.