Ғилем күгендә нур тарата Тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт... Улар – мәңгелек рухи ҡиммәттәр, милләтебеҙҙең нигеҙе. Ата-бабаларыбыҙ еткергән ҡомартҡыларҙы киләсәк быуынға тапшырыу, уларҙың асылына төшөндөрөү, башҡорт милли кадрҙарын әҙерләү – башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыларының төп бурысы.


М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты – бөгөн милләтебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән уҡыу-уҡытыу үҙәге. 1992 йылда ғына айырым факультет булып асылһа ла, тамырҙары 1980 йылдарға барып тоташа. Ул ошо йылдарҙа асылған дөйөм тел ғилеме һәм башҡорт филологияһы кафедраһы нигеҙендә барлыҡҡа килә.
Был уҡыу сығанағының башында К.З. Закирйәнов, З.З. Әбсәләмов, В.И. Хажин, Ф.Ғ. Хисамитдинова, З.Ғ. Ураҡсин, И.Ғ. Ғәләүетдинов, Т.М. Ғарипов кеүек бил­дәле ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тора. Факультеттың иң беренсе деканы филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академия­һының мөхбир ағзаһы Ф.Ғ. Хисамитдинова ошо факультетты асыуға бик күп көс һала. Төрлө йылдарҙа декан вазифаһын доценттар Ә.Х. Вилданов, Р.Н. Манапов, В.А. Шәйәхмәтов, профессор Ҡ.К. Кәримов башҡара. Әле факультетҡа филология фәндәре докторы, профессор Л.Х. Сәмситова етәкселек итә.
Факультет 1992 йылдан алып көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә меңәрләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте, инглиз, ғәрәп, төрөк телдәре уҡытыусыларын әҙерләй. 1993 йылда башҡорт филологияһы кафедраһы үҙе ике кафедраға: башҡорт теле менән башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраларына бүленә. Башҡорт теле кафедраһының беренсе етәксеһе – профессор, Халыҡ-ара төрки академияһы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Р.Х. Халиҡова, ә 2001 йылда профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Ә. М. Аҙнабаев була. 2007 йылда кафедраның етәксеһе итеп доцент Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Луиза Сәмситова тәғәйенләнә. Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһының беренсе мөдире вазифаһы З.Я. Шәриповаға йөкмәтелә, аҙаҡ уны доценттар Ғ.Ғ. Ғәлина һәм Ә.Х. Вилданов, профессор Ә.Х. Дәүләтҡолов етәкләй.
1997 йылда факультетта лингвистик дисциплиналарҙы уҡытыу методикаһы кафедраһы асыла. Был кафедраға нигеҙ һалған беренсе мөдире, профессор, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре Р.В. Әлмөхәмәтов була. 1999 йылда сит телдәр кафедраһы барлыҡҡа килә, уны асыуға доценттар С.Г. Хәмзина һәм Н.М. Имашева бик күп көс һала.
2011 йылда башҡорт теле һәм лингвистик дисциплиналарҙы уҡытыу методикаһы кафедраһы бергә ҡушыла, башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы тип атала башлай. Етәксеһе итеп доцент С.А. Таһирова билдәләнә.
Бөгөн факультет – университетта ғына түгел, республикала иң алдынғы белем биреү һәм ғилми-методик үҙәк. Башҡорт филологияһы факультеты төрлө типтағы белем биреү учрежденияларына уҡытыусылар әҙерләй. 25 йыл дәүерендә 2,5 мең юғары белемле белгес диплом алып сыға. 2005 йылдан алып 2016 йылға тиклем 35 студент РФ һәм БР Президенты стипендияларына һәм башҡа юғары стипендияларға лайыҡ була.
Данлыҡлы факультетты тамамлаусылар ниндәй генә өлкәлә эшләмәй: улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, инглиз, ҡытай, төрөк, ғәрәп телдәре уҡытыусыһы ла, тәрже­мәсе лә, архив хеҙмәткәре лә, радио, телевидение, нәшриәт белгестәре лә.
Педагогик йүнәлеш буйынса уҡыған балаларҙың сит илдең һәм Рәсәйҙең башҡа вуздарында ла белем алыу, магистратурала уҡыуҙы дауам итеү мөмкинлеге бар.
Юғары квалификациялы ғилми кадрҙар Рәсәй халыҡтары телдәре (башҡорт теле), фольклористика, белем биреү һәм тәрбиә теорияһы һәм методикаһы (туған тел) йүнәлештәре буйынса әҙерләнә.
Милли белем биреүҙе үҫтереү маҡсатында башҡорт филологияһы факультетында өс профессор, алты доцент, алты өлкән уҡытыусы, өс ассистент әүҙем эшләй. Факультет профессорҙары тарафынан “Башҡортостан Республикаһының милли белем биреү концепцияһы” (Р.В. Әлмөхәмәтов), “Башҡортостан Республикаһы мәғариф учреждениеларында башҡорт һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙың лингвокультурологик концепцияһы” (Л.Х. Сәмситова) эшләнелде һәм раҫланды.
Ғилми эштәр, ике кафедранан тыш, Ә. Сөләймәнов исемендәге фольклор һәм этнография ғилми-методик лабораторияһында, М. Аҡмулла исемендәге уҡыу-методик кабинетында, Көнсығыш телдәре кабинетында, компетенциялар үҫтереү үҙәгендә һәм “Башҡорт теле хеҙмәте” лабораторияһында башҡарыла.
“Башҡорт теле хеҙмәте”нең маҡсаты – башҡорт теленә ихтирам уятыу, уның таҙалығын һаҡлау, йәмғиәттә бәҫен күтәреү. Студенттар менән берлектә был ойошмала Өфө ҡалаһында һәм башҡа ҡасабаларҙа йәшәүселәргә башҡорт теле буйынса консультатив ярҙам күрһәтеү, эш ҡағыҙҙарын, төрлө текстарҙы руссанан башҡортсаға, башҡортсанан руссаға тәржемә итеү, аннотациялар әҙерләү, дөйөм мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш тотоу һәм төрлө акцияларҙа ҡатнашыу кеүек эштәр башҡарыла.
Факультетта Көнсығыш телдәре кабинеты бик уңышлы эшләй. Ғәрәп, ҡытай һәм төрөк телдәренән асыҡ дәрестәр үткәреү бында күптән традицияға инде. Ирандың Рәсәйҙәге вәкиле, Ҡытай мәғариф министры урынбаҫары һәм башҡалар факультеттың почетлы ҡунаҡтары булды.
Хәҙер ғәрәп илдәре бизнес һәм инвестициялар өсөн перспективалы төбәккә әйләнде, шуның өсөн ғәрәп телен өйрәнеү зарурлығы тыуҙы. Шул мохтажлыҡты күҙ уңында тотоп, башҡорт-ғәрәп төркөмө тупланды, 2014 йылда уның беренсе сығарылышы булды. Оҙаҡламай Ғәрәп теле үҙәге эшләй башлаясаҡ.
Уҡытыу процесын ойоштороуҙа бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе М. Аҡмулла исемендәге уҡытыу-методик кабинеты ҙур роль уйнай. Был үҙәктә башҡорт телен уҡытыу, гуманист шағирҙың идеяларын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү буйынса эштәр башҡарыла. Факультеттың уҡытыусылары һәм студенттары тарафынан йыл һайын халыҡ-ара Аҡмулла көндәре, шағирҙың тыуған төйәге – Миәкә районында Аҡмулла көндәре, республиканың һәләтле балалары өсөн Аҡмулла олимпиадаһы уҙғарыла. Ошо йүнәлештә әүҙем хеҙмәт итеүсе күренекле ғалим-профессорҙар Р.М. Әсәҙуллин, Ә.М. Сөләймәнов, Р.З. Шәкүров, Ә.Х. Дәүләтҡолов, доцент Ә.Х. Вилданов Аҡмулла премияһына лайыҡ булды.
Ғилми-тикшеренеү, инновациялы эшмәкәрлек бөгөн факультетта заманса талаптарға яуап бирә. Йыл һайын төрлө проекттар хуплана, гранттар яулана. Факультет шулай уҡ төрлө вуздар менән халыҡ-ара килешеү төҙөй. Был – Х. Жубанов исемендәге Аҡтүбә университеты (Ҡаҙағстан Республикаһы), С. Байышов исемендәге Аҡтүбә университеты; Нигде университеты (Төрөк Республикаһы), Таулы Алтай дәүләт университеты (Алтай Республикаһы), М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты (Саха (Яҡут) Республикаһы), Варшава университетының Көнсығыш телдәрен өйрәнеү факультеты (Польша, Варшава ҡалаһы), Төньяҡ-көнсығыш педагогия университеты (Ҡытай, Чань-Чунь ҡалаһы) һәм башҡалар. Факультетта Ҡаҙағстан, Төркиә, Марокко университеттарының докторанттары стажировка үтә. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Рәсәйҙең башҡа ғилми үҙәктәре менән даими эш алып барыла.
Факультет бөгөн милли кадрҙар әҙерләү, милләтебеҙҙең рухи мәҙәниәтен һаҡлау буйынса төп урынды алып тора. Әлбиттә, башҡорт ғилеменең киләсәге – студенттар ҡулында. Факультет хаҡлы рәүештә үҙенең студенттары менән ғорурлана ала. Улар араһында “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында еңеүселәр, республикабыҙҙың дәүләт органдарында эшләүселәр байтаҡ, атҡаҙанған уҡытыусылар, мәғариф алдынғылары бик күп.
Факультетта студенттарҙың ижади һәм профессиональ һәләттәрен үҫтереүгә ҙур урын бирелә. 2009 йылдан алып студенттар араһында “Әсә теле” конкурсы үткәрелә. Конкурстың маҡсаты – студенттар араһында башҡорт теле уҡытыусыһының абруйын арттырыу, башҡорт телен уҡытыуҙың нескәлектәрен, үҙен ысын уҡытыусы итеп тойорға өйрәтеү.
Ғилми түңәрәктәрҙә һәм проблемалы төркөмдәрҙә 200-ҙән ашыу студент шөғөлләнә. Йыл һайын йәш тикшеренеүселәр Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара конкурстарҙа, конференцияларҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай. Беҙҙең студенттар – “Джангара ерендә бөтә ер халыҡтары эпостары” халыҡ-ара сәсәндәр фестиваленең лауреаттары (Ҡалмыҡ Республикаһы, Элиста ҡалаһы), Төрки телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы (Таулы Алтай Республикаһы, Таулы Алтай ҡалаһы) еңеүселәре, төрөк теленән Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары (Мәскәү ҡалаһы).
Факультетта тәрбиәүи эш бик әүҙем алып барыла. Ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн “Тулҡын” әҙәби түңәрәге (етәксеһе – доцент Зәки Әлибаев) эшләп килә. Ай һайын сығарылған “Тулҡын” гәзитендә студенттарҙың спорт, уҡыу, йәмәғәт эштәре яҡтыртыла. Студенттарҙың тормошо шул тиклем мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтә. Улар ниндәй генә олимпиада, конференция, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашмай. Республиканың йәмәғәт эштәрендә күп кенә студенттар хатта ойоштороусы ла. Ә ниндәй генә әҙәби-музыкаль кисәләр, яҙыусылар, шағирҙар, күренекле кешеләр менән осрашыуҙар уҙғарылмай! Шулай уҡ КВН, Библиотөн, Туған телдәр көнө, Республика көнөнә арналған “Бер ҡанатым – шиғыр минең, икенсеһе – моңло йыр”, Ҡазанда үткәрелгән “Милли хазина”, Халыҡтар дуҫлығы Иҙел (Волга) буйы фестивалдәрендә, “Төрки алтыны” халыҡ-ара төрки йәштәре форумында һәм башҡа халыҡ-ара һәм төбәк-ара сараларҙа ҡатнашалар һәм еңеүҙәр яулайҙар.
Студенттарҙың социаль проекттары ла факультеттың эшмәкәрлегендә ҙур урын тота. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортонда шәфҡәтлелек концерты менән сығыш яһау изге йолаға әйләнде.
“Ҡорос” театры былтыр халыҡ театры тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Бөгөн ул “Этнофест” халыҡ-ара конкурсында әүҙем ҡатнаша, сит илдәргә һәм республиканың райондарына гастролгә йөрөй. Шулай уҡ факультеттың студенттары йөрөгән “Даръя” ҡумыҙсылар ансамбле, “Дарман” халыҡ вокаль егеттәр ансамбле, “Ете ырыу” бейеү ансамбле, Сәсәндәр мәктәбе республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә танылыу яуланы.
Спорт өлкәһендә лә студенттарҙың ҡаҙанышы ҙур. Мини-футбол, мини-лапта, волейбол, саңғы ярышы, аэробика, өҫтәл шашкаһы кеүек спорт төрҙәре – шуға асыҡ миҫал. Көрәш буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Р. Ғәлимов, армрестлинг буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Г. Әхмәтшина, панкратион буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы И. Ҡыямов, грепплинг буйынса республика чемпиондары А. Йәнбирҙин, З. Килмөхәмәтов менән ғорурланабыҙ. Был еңеүҙәр, әлбиттә, яҡшыраҡ уҡырға һәм яңы үрҙәр яуларға илһамландыра.
Башҡорт филологияһы факультеты үҙенең эшмәкәрлеге дәүерендә бик күп уңыштарға өлгәште һәм яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Был факультетты телгә алғанда мәшһүр шағирыбыҙ Ш. Бабичтың ялҡынлы һүҙҙәре иҫкә төшә: “Ал да нур сәс халҡыңа!” Халыҡтың үткәнен, бөгөнгөһөн, иртәгәһен бәйләүсе, кескәй балалар күңеленә туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләйәсәк белгестәрҙе әҙерләүсе был усаҡ ысын мәғәнәһендә ғилем күгендә нур таратҡан яҡты йондоҙ булып тора.

Э. РӘХИМОВА,
башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты.