Барыһы ла сәләмәт быуын хаҡына

15-11-2017, 00:03 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһының “Металлург” стадионындағы “Дельфин” бассейны һәм грек-рим көрәше секцияһы капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Социаль объект, “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, Өфөнөң “Урал компанияһы” көсө менән яңыртылды. 2016–2018 йылдарға иҫәпләнгән капиталь төҙөлөшкә республика ҡаҙнаһынан
147 миллион һум аҡса бүленгән. Быйылғы ремонтҡа 60 миллион һум аҡса киткән, йыл аҙағына тиклем 25 миллион һумға яҡын аҡсаны маҡсатлы тотоноу ҡаралған.

Был көндә балаларҙың, стадион хеҙмәткәр­ҙәренең, тренерҙарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, “Урал компанияһы” йәмғиәте директоры урынбаҫары Рөстәм Әминев һәм башҡалар килде.
– Өс йылға иҫәпләнгән “Металлург” стадионын­дағы ремонт былтыр башланып, киләһе йылда тулыһынса тамамланасаҡ. “Дельфин” бассейнын реконструкциялау – төп этаптарҙың береһе. Капиталь ремонттан һуң заман талаптарына тура килгән спорт объекты файҙаланыуға тапшырылды. Бассейн республиканың спортҡа әҙерләү үҙәгенең Белоретта эшләп килгән дөйөм комп­лексы буласаҡ. Йәш белореттар киләсәктә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн спортты һәм физик культураны үҫтереү йәһәтенән барыһы ла эшләнә, уңайлы шарттар тыуҙырыла. Бассейнға ҡала халҡы ла теләп йөрөйәсәк. Ауыр эште атҡарып сыҡҡан подряд ойошмаһына ла рәхмәт әйтә ҡала халҡы.
Бөгөн йөҙөүселәр менән бергә көрәшселәр ҙә ҡыуаныс кисерә. Грек-рим көрәше менән шөғөлләнеүселәр республика, Рәсәй кимәлендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Бында чемпиондар тәрбиәләнә. Ремонт эше әле дауам итә. Икенсе йыл “Металлург” стадионында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөп, ремонтланып, велосипед, саңғы-роллер трассаһы һалынып, файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
– Ҙур күләмле эш Белоретты спорт ҡалаһы булараҡ танытыуға йүнәлтелгән. Был йәһәттән республика етәкселеге лә ярҙам итә. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – үҫеп килгән быуын хаҡында хәстәрлек күреү һәм балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү. Киләсәктә лә ошондай социаль объекттар төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. “Морат” тау саңғыһы үҙәген, стадионды рекон­струкциялайбыҙ, Тирләндә яңы физкультура- һауыҡтырыу комплексы, ҡала ихаталарында, “Уңайлы мөхит” проектына ярашлы, спорт май­ҙансыҡтары төҙөйбөҙ. Бергәләп эшләгәндә барыһы ла буласаҡ, – тине сығышында Владис­лав Геннадьевич.