Туранан-тура түләргә“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ярты йыллыҡта илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың бурысы 20 процентҡа артып, 1,2 триллион һум тәшкил иткән. Икенсе кварталда дебитор бурыс 7,45 процентҡа кәмеһә лә, был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала.
Бында ябай халыҡ түләмәй икән, тип уйлағандар хаталана, сөнки ойошмалар ҙа иҫәпләшергә ашыҡмай икән. Төп сәбәбен финанс ҡыйынлыҡтарына һәм тарифтарҙың артыуы арҡаһында тыуған ризаһыҙлыҡ менән бәйләйҙәр. Түләү­ҙәрҙең ҙур өлөшө идара итеүсе компаниялар ғәйебе һөҙөмтәһендә тотҡарлана. Был хәлде үҙгәртеү маҡсатында Рәсәй Төҙөлөш министрлығы ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларға туранан-тура түләүҙе күҙаллаған закон проектын әҙерләгән. Был иһә халыҡ тормошонда мөһим урын тотҡан тармаҡтың мәсьәләләрен хәл итер, тип белдерәләр ведомствола.
Мәсьәлә күптән иғтибарҙы талап итә, бурыс ай үҫәһен көн үҫә бит. Тармаҡты көйләгән министрлыҡта ла хәлде көсөргәнешле тип баһалайҙар, сөнки идара итеүсе компаниялар ҙа 250 миллиард һум бурыс йыйған. Улар халыҡтан аҡса талап итергә белә, әммә ресурс менән тәьмин иткән компаниялар менән бер ҙә бүлешкеләре килмәй икән, тигән фекер тыуа хатта. Ошо хәлдән ҡотолор өсөн әлеге закон проекты әҙерләнгән дә инде. Әгәр ҙә яңы ҡануниәт ҡабул ителһә, идара итеүсе компанияларға тик хеҙмәтләндергән өсөн генә түләйә­сәкбеҙ, ә ҡалған аҡса һыу, йылылыҡ, электр энергияһы менән тәьмин иткән предприя­тиеға туранан-тура барасаҡ.
Көндән-көн яғыулыҡҡа, электр энергияһына, торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ хеҙмәттәренә хаҡтың арта барыуына бәйле халыҡтың түләү мөмкинлеге лә кәмей, сөнки хеҙмәт хаҡы бер ҙә артмай бит. Эш хаҡын арттырып маташалар ҙа ул, әммә ул өҫтәүҙәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә һәм йәшәү сығанағын тәьмин иткән ресурстар, аҙыҡ-түлек өсөн арта барған хаҡтарҙы ҡыуып етер хәлдә түгел. Шуға ла яңы закон проектының көнүҙәк мәсьәләне хәл итеп, халыҡтың түләү һәләтен күтәреүе икеле. Әлбиттә, был яңылыҡ, исмаһам, хаҡтарҙы ауыҙлыҡ­лаһа, бик шат булыр инек.
Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар – ресурс менән тәьмин иткән ойошма­ларҙы коммуналь инфраструктураны тапшырыу тураһындағы закон проекты хәүефкә һала. Ниңә? Улар, төҙөүсе ойошмаларҙан сифатһыҙ коммуналь селтәрҙәрҙе ҡиммәт хаҡ менән баланстарына алыу тәьмин итеүҙең насарайыуына һәм ҡиммәтләнеүенә, шулай уҡ тарифтарҙың артыуына килтерәсәк, тип борсола.
Төҙөүселәр иһә ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларҙың коммуналь объект­тарҙы һатып алыуын теләй, бының менән йорттарҙы селтәрҙәргә тоташты­рыуҙа аҡса сарыф итмәйәсәктәр һәм улар­ҙы төҙөүгә киткән сығымды кире ҡайтарасаҡтар.
Ике яҡта ла ризаһыҙлыҡ тыуҙырған документты “юл картаһы” сиктәрендә төҙөлөштә эшлекле мөхитте яҡшыртыу маҡсатында Стратегик башланғытар агентлығы әҙерләгән. Был документҡа ярашлы, төҙөүсе ойошма ҡаҙанлыҡ һәм коммуналь селтәрҙәрҙе улар тоташҡан ресурс менән тәьмин иткән ойош­маларға тапшыра, тегеләре уларҙы үҙ балансына алырға мәжбүр буласаҡ.
Ә был шарт иһә ҡабул итергә тейеш­ле ойошманы ҡәнәғәт­ләндермәй, сөнки төҙөүсенең осһоҙ материалдар файҙа­ланыу ихтималлығынан, шул сәбәпле тәьмин итеүҙең насарайыуынан, авариялар булған саҡта яуаплылыҡ улар иңенә төшөрөнән ҡурҡа. Файҙаһыҙ активтарҙы баланстарына алыу тариф­тарҙың артыуына килтерәсәк. “Төҙөүсе­нең бер йортҡа аҡсаны йәлләп тотон­ғаны өсөн ҡаланың бөтә ҡулланыусы­лары түләйәсәк. Бынан тыш, йылылыҡ, һыу һәм электр энергияһы менән тәьмин итеүселәрҙең объекттарҙы һатып алыуы бер үк әйбер өсөн ике тапҡыр түләүгә килтерәсәк – граждандар торлаҡ һатып алғанда берҙе түләһәләр, тарифтар артыуы аша икенсе тапҡыр аҡса сыға­ра­саҡ”, – тип аңлата тармаҡта эшләгәндәр.
“Үҫеш” торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ассоциацияһы башлығы Алексей Макрушин белдереүенсә, йорттарҙы ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларға тоташтырғанда аҡса түләмәҫ өсөн төҙөүселәр был объекттарҙы үҙҙәре төҙөгән һәм уларҙы ҡиммәт хаҡҡа һатыу сараһын күрә, ә ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларҙың ундай аҡсаһы юҡ. Ошо нигеҙҙә бәхәс тыуған. Ресурс менән тәьмин иткән ойошма селтәрҙәрҙе үҙҙәре төҙөһә, объекттың сифатлы булыуын ҡайғыртасаҡ, тип иҫәпләй ул.
– Төҙөүсе был милекте муниципа­литеттарға баланс хаҡына йәки бушлай бирһә, ә муниципалитет объектты ваҡытлыса файҙаланыуға йәки муниципаль унитар предприятиеларға тап­шырһа, дөрөҫ булыр ине, – ти Алексей Макрушин.
Был фекергә ҡаршы булғандар ҙа бар.
– Макрушин менән килешә алмайым. Юҡ эш менән булышып, муниципа­литеттарға был милекте йөкмәтеүҙән бер мәғәнә лә юҡ. Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәтенә һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүселәргә 861-се Хөкүмәт бойороғона оҡшаш (электр селтәрҙәренә технологик ҡушылыу тураһындағы закон) яңы закон әҙерләргә ҡушырға мөмкин. Ул саҡта бер ниндәй ҙә хужаһыҙ объекттар булмаясаҡ һәм көсләп һатып алыуға ла юл ҡуйылмаясаҡ. Технологик яҡтан килешеү буйынса ҡушһалар, бөтә объекттар ҙа ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларҙың милегенә әйләнәсәк. Бының менән баш бәләһе бөтәсәк, – тип белдерә Иван Васильев тигән әфәнде.
Әле бәхәс бара: ресурс менән тәьмин иткән преприятиелар был проектты яҡлап сығыш яһай, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарҙы баланстан балан­сҡа тапшырыу буйынса аныҡ ҡағиҙәләр талап итә.
Стратегик башланғыстар агентлығы­нан проект авторы Михаил Уткин доку­менттың эксперттар һәм төҙөлөш агентлыҡтары вәкилдәре менән берлек­тә әҙерләнеүен белдерә. Был мәсьәлә 6 декабрҙә Төҙөлөш министрлығында кәңәшмәлә ҡараласаҡ һәм һуңғы һүҙҙе яуаплы ведомство үҙе әйтәсәк.
Был тартҡылашыуҙар илдең торлаҡ-коммуналь хужалығында һәм төҙөлөш өлкәһендә лә тәртип булмауы тура­һын­да һөйләй. Ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар ҙа, төҙөүселәр ҙә үҙ иң­дәренә яуаплылыҡ алмайынса, тик аҡса эшләү яғын ғына ҡарай. Закон ике тармаҡтың ҡайһыһы файҙаһына ҡабул ителһә лә, улар төрлө юлдар уйлап табып, юғалтыуҙарҙы ябай ҡулланыу­сы­ларҙан ҡаплатасаҡ. Был йәһәттән икеләнеү өсөн урын ҡалмай, сөнки алда сығыш яһаған иптәштәр үҙҙәре үк быны асыҡтан-асыҡ белдерә.

Татьяна ФӘЙЕЗОВА, хеҙмәт ветераны, Белорет ҡалаһы:

– Әгәр ҙә яңы закон ҡабул ителһә, ресурс менән тәьмин ит­кән предприятиелар ғына түгел, халыҡ та отасаҡ, сөнки әлеге ваҡытта идара итеүсе компаниялар һыу, газ, электр уты, йылылыҡ өсөн түләү йыйыу һөҙөмтә­һендә үҙҙәренә лә аҡса эшләп ҡала. Әлеге ваҡытта беҙ йәшәгән йортто “Торлаҡ” идара итеүсе компанияһы хеҙмәтләндерә. Газ һәм һыуыҡ һыу өсөн күптән айырым түләй инек, йәй электр уты өсөн иҫәп­ләшеү­ҙәрҙе лә айырҙылар. Бының отошло булыуын үҙе­беҙ ҙә тойҙоҡ.

Мансаф МОСТАФИН, “Сипайлово” идара итеү компа­нияһы хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһы:

– Был идара итеүсе компаниялар өсөн дә отошло, сөнки әле торлаҡ-коммуналь түләүҙәр өсөн иҫәпләш­мә­гән кеше­ләр­ҙең бурысы беҙҙең иңгә ята. Айырым иҫәп­ләшеүҙәр иһә ресурстар менән тәьмин иткән предприятиелар алдында өҫтәмә бурыс ҡуя – улар үҙҙәре бурыстарын йыйыу сараһын күрә­сәк. Әлеге ваҡытта беҙҙә лә халыҡ электр уты өсөн айырым түләй, йылылыҡ, эҫе һәм һыуыҡ һыу өсөн түләүҙәр айырым кодтар буйынса бүленә.