Халыҡ өсөн тырышалар Тотош ғаиләләре менән үҙ тормоштарын матур һәм мәрхәмәтле эштәргә бағышлағандар бар. Шундай бәхетлеләр Балтас районында ла йәшәй. Ҡасандыр Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, невролог һөнәрен үҙләштергән Лилиә Ғафиф ҡыҙы менән уның иптәше хирург-уролог, эндоскопист Илмир Ғабдулхай улы – тәжрибәле табиптар, икеһе лә һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Район халҡы ғына түгел, бөтә кешелек ғорурланырлыҡ өлгөлө ғаилә улар. Лилиә һәм Илмир Ҡаһировтар балаларында ла ошо мәрхәмәтле эшкә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, улар ҙа ата-әсәһенең юлын дауам итә.

Ҡыҙҙары Эльвина Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, врач-эндокринолог һөнәрен үҙләштергән. Ҡаһировтарҙың улдары Динар өсөн дә ата-әсәһе, туғандары өлгө, ул Башҡорт дәүләт медицина университе­тындағы дауалау факультетында VI курста уҡый, врач-травматолог булырға хыяллана. Ҡаһировтарҙың туғандары Светлана Нафиҡ ҡыҙы иһә врач-дерматолог-венеролог, ә Альбина Йәрми ҡыҙы – врач-невролог, профтолог.
Күптән түгел медицина өлкәһендә 30 йылға яҡын халыҡҡа игелекле хеҙмәт күрһәткән Лилиә һәм Илмир Ҡаһировтар Балтас район үҙәгендә үҙҙәренең “Династия” медицина-профилактика үҙәген асҡан. Аңлауыбыҙса, үҙәктең “Династия” тип аталыуы ла осраҡлы түгел, матур ғаиләнең күп туғандары оҙаҡ йылдар район халҡына медицина юлында изге хеҙмәт күрһәткән һәм күрһәтә. Лилиә Ғафиф ҡыҙының инициативаһы менән барлыҡҡа килгән үҙәккә, яңы ғына асылыуына ҡарамаҫтан, район халҡы ғына түгел, башҡа ерҙәрҙән дә киләләр, сөнки унда ысын мәғәнәһендә үҙ эшен яҡшы белгән һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр эшләй.
– Һәр кеше үҙ һаулығы хаҡында ҡайғыртырға бурыслы. Ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итеү, үҙ организмың хаҡында даими хәстәрлек күреү мөһим. Альтернатив медицина ла бөгөн – заман талабы. Ошонан сығып, беҙ “Династия” үҙәген асырға ниәт иттек. Беҙҙең өсөн һәр хеҙмәткәрҙең эшмәкәрлеге, һәр мөрәжәғәт итеүсенең хәл итәһе мәсьәләһе мөһим. Халыҡ ҡәнәғәт. Хеҙмәткәрҙәребеҙ ҙә эшкә ҙур теләк менән килә. Пациент­тарыбыҙға заман талаптарына яуап бирерлек, сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү – тәү маҡсатыбыҙ, сөнки беҙҙең ярҙам менән йөҙөнә шатлыҡ ҡунған, һауығып хәле арыуланған халыҡты күреү ысынлап та ҡыуаныс ул. Үҙең яратып башҡарған тырышлығыңдың емештәрен күрәһең, эшеңдән ҡәнәғәт ҡалаһың. Заманса медицина ҡорамалдары һатып алғанбыҙ. Төрлө медицина учреждениелары менән килешеү төҙөлгән. Санпин буйынса ремонт эштәре үткәрелгән, заманса шарттар булдырылған. Үҙәктә даими алты хеҙмәткәр иҫәпләнә. Халыҡ өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә әҙер беҙҙең табиптар, – тип фекерҙәре менән бүлеште үҙәк директоры Лилиә Ҡаһирова.
“Династия”ла күп төрлө медицина ярҙамы күрһәтелә. Биохимик, коагулологик, цитологик, иммунологик, аллергологик, гормонға һәм башҡа анализдар ҡабул итеү өсөн лаборатория эшләй. Шулай уҡ функциональ диагностика (ЭКГ, ЭЭГ), ПЦР диагностикалау, онкомаркер ярҙамында тикшереү үткәрелә. Бында квалификациялы белгестәр: невролог, эндокринолог, хирург, уролог, травматолог, профпатолог, терапевт, психиатр-нарколог, гинеколог, дерматовенерологтар эшләй. Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн сит райондарға сыға “Династия” медицина-профилактика үҙәге табиптары.
Үҙәктә медицина социаль экспертиза йүнәлтмәһенең формаһын тултыртыу, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы юллап алыу мөмкинлеге бар, шулай уҡ аноним венерологик ҡабул итеү ҙә ойошторолған. Медицина профилактика үҙәгенә өҫтәлмә рәүештә ҡайһы бер белгестәр Республика клиник дауаханаһынан да саҡырыла. Процедура кабинеты, көндөҙгө стационар эшләй, йүнәлтмә буйынса массажға (классик, балалар өсөн, целлюлитҡа ҡаршы, ҡытай медицинаһы буйынса тәндең төрлө өлөштәренә массаж) йөрөргә һәм гирудотерапияға (һөлөк менән дауалау) яҙылырға мөмкин. Киләсәктә медосмотр, физиотерапия буйынса ла лицензия алырға уйлайҙар. Тимәк, урындағы халыҡҡа үҙ һаулығын хәстәрләү, медицина ярҙамы алыу өсөн тағы ла күберәк һәм уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ.

Балтас районы.