“Һин – Салауат Юлаев тоҡомонан!”

19-12-2017, 00:05 // Социаль мәсьәлә, Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
“Һин – Салауат Юлаев тоҡомонан!”Республикабыҙ күп төрлө социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙә алдынғылыҡты бирмәй, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткә яҙғы-көҙгө саҡырылышта ла. Маҡтанмаҫлыҡ та түгел шул. Мәҫәлән, быйыл көҙ биш меңдән ашыу яҡташыбыҙ һалдат шинелен кейгән. Башҡортостандарҙың намыҫлы хеҙмәт итеүе тураһында ғәскәри частарҙан тыуған яҡтарына даими маҡтау ҡағыҙы килеүе күпте һөйләй. Элиталы ғәскәрҙәргә эләгеүҙәре иһә икеләтә ғорурлыҡ. Шул уҡ ваҡытта, бер йүнһеҙ һыйыр бөтә көтөүҙе бысратҡан шикелле, ике мәхлүктең армиянан ҡасып ҡалырға маташыуы, иң ҡыҙғанысы, үҙҙәренең йәмһеҙ ҡылыҡтары аша республикабыҙҙың йөҙөнә ҡара яғыуы беҙҙе биҙәмәй.


Нисек тиһегеҙме? Баҡтиһәң, хәҙер тәнеңә гипс һалдыңмы, әрмене кисектереп торасаҡ­тар. Шуныһы, бер аҙға ғына. Ҡулыңды яуры­ны­ңа аҫып, табип ишеген яҙ асып инһәң, көҙ­гә ҡалдыралар һәм шулай артабан да да­уам итергә мөмкин. Бахырйәндәр үҙҙә­ренең миҫалында социаль селтәр аша төрлө-төрлө хәйләгә өйрәтә...
Иң яуаплы һәм иң абруйлы бурыстан баш тартыуы ниндәй ғәрлек! Был егетлек түгел! Ҡылыҡтары шул тиклем ытырғаныс һәм нәфрәт тойғоһо уята, ҡарап тороуы йәл­ләүес. Күңеле иләҫ-миләҫ килгән малай-шалайҙың башын бутауға әллә ни күп тә кәрәкмәй – иң аяныслыһы шул.
Иләҫ-миләҫ тигәндән, ошо ише төрлө ике­ләнеүгә юл ҡуймау өсөн, беренсенән, малай­ҙарҙы кесе йәштән спорт секцияһына йөрөтөү йөҙ генә түгел, ә ике йөҙ процентҡа үҙен аҡлай. Ысынлап та, хәҙер балаңды ысын ир итеп тәрбиәләү йәһәтенән мөмкин­лектәр ҙур. Хатта балалар баҡсаларында ла каратэ, тхэквондо, көрәш кеүек түңәрәктәр эшләй, бары тик ғәзизеңә дөрөҫ йүнәлеш кенә бир. Мәктәптә һәм бүтән урында ойош­торол­ғандарын телгә алып тороу ҙа артыҡ.
Һау-сәләмәт үҫһен өсөн балаға бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнеүҙе ҡанына һеңде­реүҙе психологтар бигерәк тә хуплай. Ябай ғына иртәнге зарядканан башларға өндәйҙәр. Асылда спортты дуҫ иткәндәр ҡаушау, ҡат­мар­лы хәлдә аптыраныу ише кире си­фат­тарҙы үҙ итмәй, киреһенсә, батыр һәм йө­рәк­ле булып буй еткерә. Мыҡты кәүҙәле­ләр­ҙең ғаиләһенә, туғандарына ҡалҡан ролен үтәүен онот­майыҡ.
Икенсенән, юҡҡа ғына Рәсәй Президенты Владимир Путин, ныҡлы нигеҙҙә киләсәкте төҙөргә тейешбеҙ, һәм ошо нигеҙ – ул ил­һө­йәр­лек, тип билдәләмәне. Илһөйәрлек той­ғоһон шулай уҡ бәләкәйҙән бала күңеленә эҙмә-эҙлекле һала барыр кәрәк. Изге орлоҡ­тарҙы сәсеүҙең иң үтемле алымдарының бе­реһе – уй-ниәттәреңде үҙеңдең аныҡ эш­тә­рең аша еткереү. Әгәр ҙә инде Тыуған илең тураһында уның алдында һәр ваҡыт ҡаршы­лыҡлы һүҙҙәр һөйләһәң, быны тор­мош­ҡа ашырыу бер нисек тә мөмкин бул­мая­саҡ. Быға һис кенә лә юл ҡуйырға ярамай! Хатта башыңда икеле фекерҙәр яралғанда ла, тыйыл, өндәшмә. Эргә-тирәнең хозур­лы­ғын күрә белергә өйрәтеүҙе, тәби­ғәткә һаҡ­сыл ҡараш тәрбиәләүҙе бөгөндән баш­лағыҙ. Әйтәйек, Ватанды яратырға әйҙәгән, батыр­лыҡты юға­рыға сөйгән “Үлем­һеҙ полк”­ты кем белмәй? Белеү генә әҙ, ә унда бергә­ләп ҡатнашыуға ни етә! Ил сиге һағына ба­ҫыу, һалдат исемен йөрөтөү ни хәтлем хөр­мәт­ле икәнде аңлата белеү ҙә үҙебеҙгә бәй­ле. Данлы тарихыбыҙҙа теркәлә барған ғо­рур­ланырлыҡ осор-ваҡи­ғалар, ҡаһарман ва­тан­даштарыбыҙ, өлгө итеп ҡуйырлыҡ яҡ­таш­тарыбыҙ бихисап. “Минең илем донъяла иң көслөһө!”, “Рәсәй – ғорур­лығым!” тип тартынмай әйтерлек бул­һын.
“Ватанға мөхәббәт уятыу” тигән предмет­тың уҡытылмауы үҫмерҙе Тыуған иленә ҡа­рата һөйөү тойғоһо менән үҫтерергә кәрәкмәй тигәнде аңлатмай әле. Тыуған ил ғаилә ке­үек кәрәк. Ә сабый үҙенең ғаиләһендә ышыҡ тапҡан шикелле, һалдат үҙ дәүләтен ҡал­ҡан­дай күреп һаҡларға, уның менән ғо­рур­ла­нырға тейеш. Ватансылыҡ тойғоһон, тыу­ған төйәгенә мөхәббәт хисен татып үҫкәндәр насар юлға баҫмай.
“Биленә һалдат ҡайышы таҡмаған егеткә ҡыҙҙар ҡарамай” тиеү ваҡыты үтеп бара, ахы­ры. Әле элекке шикелле хеҙмәт ваҡыты ике йәки өс йыл да түгел, ни бары 12 ай ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бе­рәүҙәр һаман да уттан ҡурҡҡандай әрме­нән ҡасып ҡалыу яғын ҡайыра.
Теге мөртәттәрҙең сираттағы саҡырылыш­тан ҡотолоп ҡалыуына күҙ йоморға ла мөмкин, әммә киләсәктә улар һатлыҡйәндәр һанын арттырмаҫмы? Миңә ҡалһа, бахыр хәленә ҡалып интеккәнсе ил алдындағы бурысты намыҫ менән үтәп, ышаныслы аҙым­дар менән тыуған төйәгеңә ҡайтыуҙы бер нимә лә алмаштыра алмай. Хеҙмәттәш­тәреңдән “Һин – Салауат Юлаев тоҡомонан!” тигәнде ишеткәс, иңдәреңдә ҡанат үҫкәнен тояһың бит.
Ир-атҡа тиккә генә көслө зат тимәгәндәр. Оло бурыстарҙы үҙ иңенә алмаһалар, ил именлеген, ватандаштарҙың тыныс йоҡоһон кем һаҡлар?..